Үрге Туғыҙаҡ
Үрге Туғыҙаҡ — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Туғыҙаҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 98 км.
Үрге Туғыҙаҡ | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 98 км |
Бассейн | 2590 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Туғыҙаҡ |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 53°39′26″ с. ш. 60°15′28″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 14010500212111200001246 |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҮрге Туғыҙаҡ йылғаһы — далаларға хас йылға. Уның үҙәне бормаланып ята, ҡайһы берҙә ҡамыштар араһынан күренмәй ҙә ята.
Ярҙары ишелеүсән тоҡомдарҙан тора: балсыҡ, балсыҡлы-ҡомло тупраҡ. Урмандар юҡ, һирәк кенә талдар осрай. Йылғала быуалар һәм ятыуҙар күп.
Төбө ләмле. Йәй тәлмәрйен тәңкәһе баҫа, сөнки Үрге Туғыҙаҡ — яй, ағым тиҙлеге секундына 0,2–0,3 м.
Йылға киңлеге 3,5–4 метрға етә.
Варна районы биләмәһендә Үрге Туғыҙаҡ ҡеүәтләнә, киңәйә, сөнки ваҡ йылғалар һәм шишмәләр күпләп ҡоя[2]..
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Тубыл йылғаһы, Уй йылғаһы инешенән тамағына тиклем, Уйылға йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500212111200001246
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200124
- Бассейн коды — 14.01.05.002
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип аңлата:
По именованию кочевавшей по этим рекам родовой группы тогузак, или тугызак, известной как у башкир, так и казахов в составе табынцев. Тугызак — тюркское мужское имя (тугыз — «десять», -ак — именной аффикс) давалось родившемуся в семье девятым.
Фаунаһы
үҙгәртергәҮрге Туғыҙаҡ йылғаһы балыҡҡа бай: шамбы, суртан, сабаҡ, карп, ташбаш, ҡорман тереклек итә. Бигерәк тә утыпшы (батҡан ағас), соҡор, плотиналар булған урындарҙа балыҡ мул.
Һыу ҡоштарынан: өйрәктәр, ҡаҙҙар, торналар, селәндәр йәшәй.
Яр буйындағы әрәмәлектәрҙә ондатра, үрғуян, ҡарһаҡ төлкө, янут кеүек эт көн итә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ 2,0 2,1 Река Верхний Тогузак 2019 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Үрге Тогызак .
- ↑ Шувалов Н.И. Тогузак// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- Река Верхний Тогузак [2] 2019 йыл 2 апрель архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н.И. Тогузак// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7