Үрге ТуғыҙаҡРәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Туғыҙаҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 98 км.

Үрге Туғыҙаҡ
Характеристика
Оҙонлоғо 98 км
Бассейн 2590 км²
Һыу ағымы
Тамағы Туғыҙаҡ
 · Урынлашыуы һул ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк
 · Координаталар 53°39′26″ с. ш. 60°15′28″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Силәбе өлкәһе
РДҺР 14010500212111200001246

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Үрге Туғыҙаҡ йылғаһы — далаларға хас йылға. Уның үҙәне бормаланып ята, ҡайһы берҙә ҡамыштар араһынан күренмәй ҙә ята.

Ярҙары ишелеүсән тоҡомдарҙан тора: балсыҡ, балсыҡлы-ҡомло тупраҡ. Урмандар юҡ, һирәк кенә талдар осрай. Йылғала быуалар һәм ятыуҙар күп.

Төбө ләмле. Йәй тәлмәрйен тәңкәһе баҫа, сөнки Үрге Туғыҙаҡ — яй, ағым тиҙлеге секундына 0,2–0,3 м.

Йылға киңлеге 3,5–4 метрға етә.

Варна районы биләмәһендә Үрге Туғыҙаҡ ҡеүәтләнә, киңәйә, сөнки ваҡ йылғалар һәм шишмәләр күпләп ҡоя[2]..

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыТубыл йылғаһы, Уй йылғаһы инешенән тамағына тиклем, Уйылға йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500212111200001246
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200124
  • Бассейн коды — 14.01.05.002
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы

үҙгәртергә

Күлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип аңлата:

По именованию кочевавшей по этим рекам родовой группы тогузак, или тугызак, известной как у башкир, так и казахов в составе табынцев. Тугызак — тюркское мужское имя (тугыз — «десять», -ак — именной аффикс) давалось родившемуся в семье девятым.

[4][5].

Үрге Туғыҙаҡ йылғаһы балыҡҡа бай: шамбы, суртан, сабаҡ, карп, ташбаш, ҡорман тереклек итә. Бигерәк тә утыпшы (батҡан ағас), соҡор, плотиналар булған урындарҙа балыҡ мул.

Һыу ҡоштарынан: өйрәктәр, ҡаҙҙар, торналар, селәндәр йәшәй.

Яр буйындағы әрәмәлектәрҙә ондатра, үрғуян, ҡарһаҡ төлкө, янут кеүек эт көн итә[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 Река Верхний Тогузак 2019 йыл 2 апрель архивланған.
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Үрге Тогызак.
  4. Шувалов Н.И. Тогузак// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н.И. Тогузак// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7