Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы

музей

Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы, Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ауылында урынлашҡан музей.

Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Нигеҙләү датаһы 1963
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Темәс
Коллекция күләме 3000
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта

Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бинаһы

Музей 1963 йылда ойошторолған. Тәүҙә ул ауыл мәктәбенең бинаһында булған. 1985 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе (краевед) — Барый Мирхәйҙәр улы Буранбаевтың инициативаһы буйынса Темәс ауыл советының ултырышында музейға айырым здание бирелеүе хәл ителә. Шулай итеп, музейға Башҡортостандың Беренсе Хөкүмәте зданиеһы бирелә. 1989 йылда Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Башҡортостан Республикаһының Милли музейының филиалы — Урал аръяғында беренсе дәүләт музейы булып китә.

 
Беренсе башҡорт хөкүмәте эшмәкәрлеген һүрәтләүе экспозиция.

1991 йылдың 13 июнендә тантаналы рәүештә Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының күргәҙмәһе асылды. Музейҙа 3000 тирәһе экспонат һанала. Бында күбеһенсә Темәс ауылының тарихы, Башҡортостандың Беренсе Хөкүмәте, Башҡортостандың автономияһын иғлан итеү менән бәйле тарихи документтар, фотоһүрәттәр һаҡлана.

Музей Урал аръяғы халҡының мәҙәниәтен һәм уның көнкүрешен сағылдырған экспонаттарға бай. Музей фондының күп өлөшөн тарихи документтар, фотоһүрәттәр, һирәк осраған китаптар тәшкил итһә, ике залында башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм тормошон сағылдырған экспонаттар урынлашҡан: боронғоса йыһазландырылған өй бүлмәһе, милли кейемдәр, ҡул менән һуғылған балаҫтар, шаршауҙар, һолғо, ашъяулыҡтар, баш кейемдәре, хараустар һ.б. Мәҙәниәт һәм көнкүреште сағылдырған экспонаттар араһында һирәк осрай торған коралл таштар, көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән селтәр бар. Еҙ самауыр, ҡомған, кәсә, подностарҙан торған һауыт-һаба коллекцияһы үҙенә айырым иғтибар йәлеп итә. Ағастан эшләнгән һауыт-һабалар ҙа күп төрлө: йүкәнән — батман, көбө, тәпән; ҡайын ағасынан — киле, ҡоштабаҡ, туҫтаҡ; ҡайын тамырынан уйылып эшләнгән ижау.

«Ҡоралдар» фонды Беренсе донъя һәм граждандар һуғышы ваҡытындағы мылтыҡтар, винтовкалар, штыктар менән сағылдырылған. II—IV быуаттарға ҡараған сармат ҡылысы ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Унан тыш экспонаттар араһында 1917—1919 йылдарҙағы уникаль архив тарихи документтар һәм фотоһүрәттәр, 2001 йылда Зәки Вәлидинең ҡыҙы Иҫәнбикә, улы Субидәй һәм ейәнсәре Сара килгәндә төшөрөлгән фотоһүрәттәр һаҡлана.

Музейҙың ғорурлығы булып Зәки Вәлидинең өҫтәле һанала.

Музейҙың экспозицияһында 1919 йылда үткән Беренсе Башҡорт хөкүмәте ултырышының эш ваҡыты һынландырылған. Унда Беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының балауыҙҙан эшләнгән фигуралары бирелгән. Был композиция 1919 йылдың ғинуар-март айҙарында булған республиканың ҡатмарлы тарихи биттәренә аңлылыҡ индерә. Мәҙәниәт һәм көнкүреште өйрәнеүгә арналған залда 1755—1756 йылдарҙағы Батырша (Абдулла Алиев) етәкселегендәге ихтилалға арналған диорама күрһәтелгән. Шулай уҡ музейҙа Бөйөк Ватан һуғышына, Темәс педучилищеһына, балалар йортона ҡағылған, Темәс ауылынан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр табырға була. Музейға нигеҙ һалыусы: Барый Мирхәйҙәр улы Буранбаев. Шулай уҡ музейҙы үҫтереүҙә Ситдиҡов И. Х., Йәнчурин Р. Х., Валеев С. Г., Ирназаров А. И., Ғәлимов Л. А. һәм ауыл халҡы әүҙем роль уйнаны.

Музейға йылына 2500 тирәһе кеше инә. Ҡунаҡтарҙың күп өлөшөн Өфө, Сибай, Магнитогорск ҡалаларында уҡыған студенттар, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән райондарының мәктәп уҡыусылары тәшкил итә. Шулай уҡ музейға Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты М. Ғ. Рәхимов, күренекле сәйәсәтселәр, ғалимдар, артистар, яҙыусылар килеп тора. Унан тыш бында АҠШ-тан, Япониянан, Иорданиянан, Франциянан, Финляндиянан, Төркиәнән ҡунаҡтар булғаны бар.

Музейҙың төп маҡсаты: балаларҙа һәм йәштәрҙә тыуған илгә һөйөү уятыу, уның тарихы менән таныштырыу.

Бина: музей 1896—1897 йылдарҙа төҙөлгән ике этажлы боронғо йортта урынлашҡан. Уның беренсе этажы Әмин карьерының ташынан эшләнһә, икенсе этажы инде Темәс кирбес заводының ҡыҙыл ташынан ҡоролған. Диуарҙарҙың ҡалынлығы 1 метр. 37 тәҙрәһе, 2 ишеге бар. Элекке фотоһүрәттәр буйынса ҡарауыл вышкаһы һәм 2 балкон тергеҙелгән. Был здание республика әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылған һәм дәүләт ҡомартҡыһы булараҡ һаҡ аҫтына алынған.

Төп экскурсиялар

үҙгәртергә
  • Йәшен кеүек йәшәлгән ғүмер
  • Ҡыҙыл Армияла беренсе башҡорт генералы
  • Башҡорт автономияһы һәм З. Вәлиди
  • Батырша етәкселегендәге башҡорт ихтилалы, 1755—1756 йылдар
  • Темәс ауылы тарихы

Лекциялар

үҙгәртергә

Республика, район, ауыл тарихы буйынса, «Ҡанатлы Бабич», «Башҡорт халғының данлыҡлы улы З.Вәлиди», «Беҙ наркотиктарға ҡаршы».

Урындағы иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
  • «Ҡарағай морон», ҡурғандар табылған ер, II — беҙҙең эраға тиклем IV (һуңғы быуаттарҙағы Сармат), ошо урында З. Вәлиди Темәс ҡалаһына нигеҙ һалырға планлаштырған
  • Типография биналары, унда 1918 йылдың йәйендә Шәйехзада Бабич булған
  • Темәс педучилищеһы бинаһы (1936—1956 йылдарҙа)
  • Хөсәйенов Әбүбәкер хәҙрәт йорто, З. Вәлиди йәшәп киткән
  • Мозафар бай йорто, М. Мортазин йәшәй
  • Рус мәктәбенең тәүге бинаһы
  • З. Биишева эшләгән мәктәп бинаһы
  • Композитор Рәүеф Мортазин тыуып үҫкән йорт
  • Рамиевтың алтын һатҡан кибете.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә