Татар һәм башҡорт мәҙәни үҙәге (Силәбе өлкәһе)

Силәбе ҡалаһындағы йәмәғәт ойошмаһы

Силәбе өлкәһенең башҡорт һәм татар үҙәге, өлкә йәмәғәт ойошмаһы; 1988 йылда Силәбе мәҙәниәт фонды булышлығы менән ойошторолған.

Татар һәм башҡорт мәҙәни үҙәге
Нигеҙләү датаһы 1993
Урын Силәбе

Советтар Союзында үткән быуаттың 80-се йылдарында башланған демократик үҙгәртеп ҡороуҙар милли үҙаң үҫешенә этәргес бирә, милли-мәҙәни үҙәктәр барлыҡҡа килә. Ошо тулҡында 1988 йылдың 3 апрелендә Шәйехзада Бабич исемендәге Силәбе өлкәһе башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһында өлкәнең башҡорт һәм татар милләтле кешеләре өсөн өлкә мәҙәни үҙәген ойоштороу йыйыны үтә. Унда Магнитогорск, Троицк, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Кәҫле ҡала һәм райондарынан, өлкәнең башҡа төбәктәренән килгән вәкилдәр ҡатнаша.

Йыйында киҫкен һәм көнүҙәк проблемалар, юғалтылған ҡиммәттәр тураһында һөйләшеү була. Троицкиҙа революцияға тиклем татар телендә әҙәби журнал нәшер ителгән була, Троицк һәм Арғаяш педучилищеларында милли мәктәптәр өсөн уҡытыусылар әҙерләнә, Ҡоншаҡ районында башҡорт телендә гәзит сыға, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Силәбелә башҡорт һәм ҡаҙаҡ телдәрендә гәзиттәр сыға, профессиональ татар театры эшләй, Силәбе ҡалаһының өс мәктәбендә уҡытыу башҡорт һәм татар телдәрендә бара, аҙнаһына өс тапҡыр өлкә радиоһында башҡорт телендәге тапшырыуҙар үтә[1].

Үҙәкте булдырыу башында СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосопов, СССР Яҙыусылар берлеге ағзалары, шағирҙар Рамазан Шәғәлиев менән Сәлисә Гәрәева, яҙыусы Рөстәм Вәлиев, композитор Рафаил Бәкиров, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Урал Сафиуллин, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшиҙә Сиражиева, тарих фәндәре кандидаты Луиза Алмаева, юрист Шәфҡәт Ғәйнуллин һәм башҡалар тора[1].

Йыйында үҙәк рәйесе итеп художестволы үҙешмәкәрлек ветераны Урал Сафиуллинды һайлайҙар. Башҡорт һәм татар мәҙәниәте үҙәге милли традицияларҙы һәм йолаларҙы, телде һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт һәм татар халыҡтарының тарихын һәм әҙәбиәтен өйрәнеү, башҡа милләт кешеләрен башҡорт һәм татар мәҙәни мираҫына ылыҡтырыу, башҡа милли һәм ижтимағи йәмғиәттәр менән хеҙмәттәшлек итеү, халыҡтар дуҫлығын нығытыу маҡсаттарын ҡуя. Был йүнәлештәрҙә эш башлана.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Үҙәк ойошторған тәүге сараларҙың береһе Арғаяшта башҡорт һәм татар сәнғәте фестивале була. Ә Магнитогорскиҙа урындағы әүҙемселәр туған телде өйрәнеү кластары аса.

1990 йылдың 1 ғинуарында «Челябинский рабочий» гәзитенең махсус сығарылышы булараҡ башҡорт телендә «Тыуған яҡ» һәм татар телендә «Дуслык» гәзиттәренең 10 мең даналы беренсе һандары сыға. Ул гәзиттәрҙең баш мөхәррире Ш. Айбулатов була[1].

Башҡорт һәм татар мәҙәни үҙәге эшмәкәрлеген киң йәйелдерә, әлеге ваҡытта өлкә ҡалаларында һәм райондарында уның 20 филиалы бар[2].

Үҙәк Еңеү көнөнә, Балаларҙы яҡлау көнөнә, Өлкән йәштәгеләр көнөнә, Әсә көнөнә арналған саралар үткәрә, ғаилә коллективтары конкурстары, балалар ижады фестивалдәре, милли байрамдар (Һабантуй, «Туған тел») үткәрә; дини байрамдар (Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы), башҡорт һәм татар сәнғәте фестивалдәрен (Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре, Татарстан Республикаһы мәҙәниәте көндәре); Силәбе өлкәһендә ике республика артистары, театрҙары гастролдәрен ойоштороуҙа ҡатнаша[2].

Үҙәктең «Тыуған яҡ» һәм «Дуслык» гәзиттәре сығыуын дауам итә. Үҙәк эргәһендә татар телен өйрәнеү курсы, милли бейеү һәм йыр түңәрәктәре эшләй[2].. 2000 йылдан алып Башҡорт һәм татар мәҙәниәте үҙәге Силәбе ҡалаһының 14-се балалар йортона шефлыҡ итә[2].

Рәйестәре

үҙгәртергә
  • Сафиуллин У. К., беренсе рәйесе (1993—2000)
  • Ҡәнәфин М. А. (2000—2004)
  • Шәрәфетдинов М. А. (2004 йылдан)[2]..

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 [[kurultay74.ru/326-kak-eto-bylo Как это было]
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 [Центр татарской и башкирской культуры

Һылтанмалар

үҙгәртергә