Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы (Силәбе)

Силәбе ҡалаһында урынлашҡан 15-се һанлы башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы, 1906 йылда ойошторолған.

Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы — Силәбе ҡалаһында урынлашҡан 15-се һанлы башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы. 1906 йылда түләүһеҙ мосолман китапханаһы булараҡ ойошторолған[1].

Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы
Нигеҙләү датаһы 1906
Кем хөрмәтенә аталған Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы
Административ-территориаль берәмек Силәбе
Тәртип һаны 15-се

Тарихы үҙгәртергә

 
Китапхана бинаһы

Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы Силәбе ҡалаһында урынлашҡан. Ул 1906 йылдың февраль башында түләүһеҙ мосолман китап йорто- китапханаһы булараҡ ойошторола[2].

 
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте китапханаһы элек ошо бинаны тотош биләгән. Цвиллинг урамы, 61

Ысынында иһә, китапханаға китаптар туплау алдараҡ, 1899 йылда уҡ башлана. Шул йылда Силәбелә Аҡ мәсет төҙөлә, яңы мәсеттә китапхана булдырылала. 1906 йылға тиклем китаптар туплау эше бара. Китапханаға нигеҙ һалыусы — мулла улы Шакир Сәлимов. Уға был эштә йәмәғәт башланғысында Ғәфүр Һөйөндөков һәм Хөснөтдин Әйүпов ярҙам итә.

Өс йылдан һуң Әүхәҙи Хәкимов китапханасы итеп тәғәйенләнә. Ун йылға яҡын ул был вазифала эшләй, ләкин Мәжит Ғафури, Ғәлимйән Ибраһимов, Владимир Лениндың яҙмаларын, социал-демократтарҙың «Урал» гәзите төпләмәһен һаҡлай, тип уны ҡулға алалар[3].

1908 йылда китапхана фондында 980 китап була, унда 1180 уҡыусы мөрәжәғәт итә.

Йыл һайын китапхананың фондына яңы китаптар өҫтәлә. А. Пушкин, Н. Гоголь, И. Тургенев, Л. Толстой һәм башҡа рус яҙыусыларының әҫәрҙәре лә күренә башлай. 1917 йылдың Октябрь революцияһынан һуң, башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһына әйләнә.

1920 йылдар аҙағында китапханаға Шәйехзада Бабич исеме бирелә. Был осорҙа китапхана менән Нурислам Бабичев етәкселек итә[4]. 1930 йылдарҙа китапханан бөтә дини китаптарҙы ла алып китәләр. Китапханала ҡысҡырып китап уҡыу, лекциялар, күргәҙмәләр ойошторола. Китап уҡыусыларҙы йәлеп итер өсөн түңәрәктәр эшләй.

1925 йылда бында өс түңәрәк— драма, революционерҙар һәм китап һөйөүселәр түңәрәге эшләй. 1929 йылда мосолман ҡатын-ҡыҙҙарҙы китапханаға йәлеп итеү өсөн тегеү түңәрәге асыла.[3]

1979 йылдан 15-се һанлы Шәйехзада Бабич исемендәге китапхана Силәбе ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапхана системаһына инә. Уның фондында 11 6мең китап бар, яртыһы—башҡорт һәм татар телендә. Китапхананың биш меңгә яҡын даими уҡыусыһы бар, йылына унда 48 мең кеше хеҙмәтләндерелә. Китапхананың Силәбенән тыш өлкәлә лә 18 китап биреү пункты бар. Башҡорт, татар, рус телендәге китаптар уҡырға бында төрлө милләт вәкилдәре йөрөй[3] .

Шәйехзада Бабич исемендәге 15-се башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы— Силәбе ҡалаһы һәм Силәбе өлкәһенең милли- мәҙәни аралашыу үҙәге лә. Китап һөйөүселәр бында китап уҡыр өсөн генә түгел, ә тыуған телдә аралашыр, тыуған телдә йырҙар йырлар һәм тыңлар өсөн дә йөрөй. Китапхана хеҙмәткәрҙәре халыҡ йолаларын һаҡлау һәм башҡорт һәм татар мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һала. Китап фондында башҡорт һәм татар халҡының тарихы, этнографияһы, мәҙәниәте, дине, теленә бағышланған китаптар бар.

Китап һөйөүселәрҙе китапханаға йәлеп итеү өсөн төрлө саралар уҙғарыла. «Әсәләр көнө», «Ололар көнө», «Еңеү көнө», «Туҡай уҡыуҙары», «Бабич уҡыуҙары», Салауат Юлаев тыуған көн һ.б. Китапханала китап һөйөүселәр өсөн «Шишмә» аралашыу клубы булдырылған[5].

XX быуат уртаһынан бында өлкә башҡорт һәм татар яҙыусылары берләшмәһе, 1990 йылдарҙан алып—Башҡорт һәм татар мәҙәниәте үҙәге эшләй. Китапхана Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Бөтә донъя татар конгресы, Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылар союзы, милли республикалар китапханалары менән хеҙмәттәшлек итә.

2001 йылда ул «Иң яҡшы китапхана» исеменә лайыҡ булды[3]

2011 йылда китапхананың мөдире Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы Әйүпова була.

Тағы ҡарағыҙ үҙгәртергә

Силәбе

Шәйехзада Бабич

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә