Таривердиев Микаэл Леонович

әрмән сығышлы совет һәм Рәсәй композиторы

Микаэл Леонович Таривердиев (әрм. Միքայել Լեոնի Թարիվերդիև; 15 август 1931 йыл, Тифлис — 25 июль 1996 йыл, Сочи) — СССР һәм Рәсәй композиторы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1986)[7]. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977).

Таривердиев Микаэл Леонович
әрм. Միքայել Թարիվերդիև
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. მიქაელ ტარივერდიევი
Тыуған көнө 15 август 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Тбилиси, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР[5][6]
Вафат булған көнө 25 июль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[3][4][6] (64 йәш)
Вафат булған урыны Сочи, Краснодар крайы, Рәсәй[6]
Ерләнгән урыны Армянское кладбище[d]
Һөнәр төрө композитор, кинокомпозитор
Уҡыу йорто Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия академияһы[d][5]
Кемдә уҡыған Хачатурян Арам Ильич һәм Мшвелидзе, Шалва Михайлович[d]
Музыка ҡоралы орган[d] һәм фортепиано
Ойошма ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d]
Жанр Опера[5], музыка для сцены и экрана[d][5], хорал[d] һәм Йыр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин комсомолы премияһы РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре СССР-ҙың халыҡ артисы
Рәсми сайт tariverdiev.ru
Изображение памятной доски
 Таривердиев Микаэл Леонович Викимилектә

Таривердиев 132 кинофильмға, бик күп спектаклгә музыка, шулай уҡ 100-ҙән ашыу йыр һәм романс, 4 балет, 4 опера, камера һәм вокаль циклдар, симфония, орган өсөн 3 концерт, скрипка менән оркестр өсөн 2 концерт һәм альт менән ҡыллы оркестр өсөн концерт яҙа. Музыкаль мираҫы композитор архивынан һаман алып бөтөлмәгән[8].

Кинофильмдарға, бигерәк тә «Семнадцать мгновений весны», «Ирония судьбы, или С лёгким паром!» фильмдарына яҙылған музыка Таривердиевҡа айырыуса ҙур билдәлелек килтерә.

Биографияһы

үҙгәртергә

Әрмән ғаиләһендә тыуа[9]. Тбилиси консерваторияһы эргәһендәге урта музыка мәктәбендә фортепиано класында, Тбилиси музыка училищеһында профессор Шалва Мшвелидзеның композиция класында уҡый.

Әсәһенең кәңәше буйынса ул Ереван консерваторияһына инә, йыл ярым уҡый. Әрмән телен һөйләшерлек кимәлдә өйрәнеп өлгөрә[10]. 1953—1957 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге Мәскәү музыка-педагогия институтында (А. И. Хачатуряндың композиция класы) уҡый, Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында дебюты була, романстарын Зара Долуханова башҡара.

1958 йылда кинематографта дебюты була: «Юность наших отцов» фильмына музыка яҙа.

1960-сы йылдарҙа Таривердиев Людмила Максаковаға үлеп ғашиҡ була. Бер ваҡыт төнөн Ленинград проспекты буйлап машинала китеп барғандарында юл буйындағы ҡыуаҡлыҡ араһынан тәгәрмәс аҫтына бер иҫерек килеп сыға. Максакова рулдә була. Таривердиев ГАИ-ға рулдә үҙе булыуы тураһында әйтә.

Уны ике йылға хөкөм итәләр. Тикшереү ҙә ике йыл бара һәм уны суд залынан иреккә сығаралар. Максакова иһә уны көтөп тә тормайынса һуңғы суд ултырышынан дуҫтары менән сығып китә. Ошонан һуң Микаэл Максакова менән романын өҙә. «Вокзал для двоих» фильмында уның тормошонан ошо эпизод экранлаштырылған[11].

1983 йылда Вера Гориславовна менән таныша. 13 йыл бергә йәшәйҙәр.

1993—1996 «Яңы исемдәр» тигән хәйриә программаһының художество етәксеһе була. Рәсәй Кинематографистар союзының Кино композиторҙары гильдияһын ойоштороусы һәм уның президенты.

Сочиҙағы «Актёр» санаторийында вафат була, Мәскәүҙең Әрмән зыяратында ерләнгән.

1997 йылда композиторҙың «Я просто живу» тигән китабы сыға.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә
  • Атаһы: Леон Навасардович Таривердиев (1903, Таулы Ҡарабах — 1977).
  • Әсәһе: Сатеник Григорьевна Акопова (1902, Тифлис — 1976).
  • Беренсе ҡатыны: Елена Васильевна Андреева (1926—2000)[12].
  • Икенсе ҡатыны: Элеонора Маклакова — ҡуйыусы рәссам. Профессор.
  • Өсөнсө ҡатыны: Вера Гориславовна Таривердиева — музыка белгесе, Микаэл Таривердиевтың Хәйриә фонды президенты, «Биография музыки» тигән китап авторы (Микаэл Таривердиевтың тормошо һәм ижады тураһында), Микаэл Таривердиев исемендәге Халыҡ-ара органсылар конкурсының арт-директоры.
  • Улы (беренсе ҡатынынан): Карен Микаэлович Таривердиев[13] (28.05.1960 — 10.07.2014), Рязань юғары һауа-десант командалыҡ училищеһын тамамлай, запастағы майор, ГРУ спецназы подразделениеларында төрлө вазифаларҙа Афғанстан һуғышында ҡатнаша, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән наградлана, бер нисә тапҡыр ауыр яралана. Отставкаға сыҡҡас, журналист булып эшләй, Афған һуғышы тураһында хикәйәләр яҙа. Рәсәйҙең үҙәк ваҡытлы баҫмаларында нәшер ителә[14], бер аҙ ваҡыт телевидениела «Дорожный патруль» тапшырыуында эшләй[15].

Фильмдрға яҙылған музыкаһы

үҙгәртергә

Дискография

үҙгәртергә
  • «Человеческий голос. Vox humana» урта быуаттар япон шағирҙары шиғырҙарына вокаль циклдар.
  • «Акварели», Леонид Мартынов, Белла Әхмәҙуллина, Марина Цветаева, Евгений Винокуров шиғырҙарына.
  • «Ожидание» моноопераһы, Роберт Рождественский шиғырҙарына. Башҡаралар: Зара Долуханова (сопрано), Нина Лебедева (сопрано), Мария Лемешева (сопрано), Нина Светланова (фортепиано), Микаэл Таривердиев (фортепиано), Б.Покровский исемендәге Камера театры оркесты, дирижёр Владимир Агронский.
  • «Я такое дерево. Автопортрет». Автор башҡарыуында Григорий Поженян, Эрнест Хэмингуэй, Людвик Ашкенази, Михаил Светлов, Андрей Вознесенский шиғырҙарына монологтар, речитативтар, балладалар.
  • «Авангард Микаэла Таривердиева».урта быуаттар япон шағирҙары шиғырҙарына вокаль циклдар.
  • «Акварели», Белла Әхмәҙуллина, Семен Кирсанов, Марина Цветаева, Леонид Мартынов шиғырҙарына вокаль циклдар, Владимир Малишевский шиғырҙарына Соль тоналлегендәге сюита, Ольга Кирьянова, Виктория Евтодьева, Татьяна Куинджи башҡара. Фортепиано партияһы — Алексей Гориболь.
  • «QUO VADIS» орган өсөн әҫәрҙәр:
    • Орган өсөн концерт «Кассандра»
    • «Подражание старым мастерам» циклынан ике хораль прелюдия.
    • Орган өсөн «Чернобыль» прелюдияһы, Екатерина Мельникова һәм Жан Пьер Стайверс башҡарыуында.
  • «Настроения». Орган өсөн:
    • «Подражание старым мастерам» циклынан алты хораль прелюдия.
    • «Настроения» циклынан 10 пьеса.
    • Алексей Паршин башҡарыуында орган өсөн өсөнсө концерт.
  • «Граф Калиостро». Ике шаршаулы комик опера. Б. Покровский исемендәге Мәскәү Камера театры солистары һәм артистары башҡарыуында. Дирижёр — Владимир Агронский.
  • «Запомни этот миг». Ике дискта Микаэл Таривердиева әҫәрҙәре йыйынтығы.
  • «17 мгновений весны». Фильмға музыка.
  • «Ирония судьбы». «Элекке оҫталарға оҡшатыу».
  • «Ольга Сергеевна», «Ошибка резидента», «Медный ангел», «Пропавшая экспедиция», «Король-олень», «Пятнадцатая весна» кинофильмдарына музыканан торған ике өлөшлө альбом.
  • «Знаменитые песни из знаменитых фильмов».
  • «Знаменитые инструментальные хиты».
  • «Двое в городе». Микаэл Таривердиев башҡарыуында монологтар, речитативтар, балладлар, Ольга Дзусова (вокал) һәм Алексей Гориболь (ф-но) башҡарыуында.
  • «Предчувствие любви». Микаэл Таривердиев мадригалдары «Меридиан» вокаль триоһы башҡарыуында.
  • «Не исчезай». Микаэл Таривердиев романстары һәм йырҙары Галина Беседина һәм Сергей Тараненко дуэты башҡарыуында.
  • «Ночные забавы. Тихая музыка». Һуңғы йылдар киноһы музыкаһы.
  • «Воспоминание о Венеции. Тихая музыка». Һуңғы йылдар киноһы музыкаһы.
  • «До свидания, мальчики!» 1960-сы йылдар киноһы музыкаһы.
  • «Видение джаза».
  • Маша Иткина башҡарыуында автор эшкәртеүендәге йәһүд йырҙары.
  • «Мгновения». Кино музыкаһы.
  • «Обещание любви». Кино музыкаһы.
  • «Микаэл Таривердиев и Эльдар Рязанов».
  • «Семнадцать мгновений судьбы. От Кобзона до Глюкозы». Микаэл Таривердиев йырҙарының яңы версиялары.
  • «Nostalgia». «Хиде-Хиде» япон дуэты башҡарыуында Микаэл Таривердиев музыкаһы.
  • «Мир музыки Микаэла Таривердиева» — Микаэл Таривердиев тураһында яҙмалар, концерттар, тапшырыуҙар яҙылған ике DVD.

Әҫәрҙәренең исемлеге

үҙгәртергә

Опералары

  • «Кто ты?» (йәштәр өсөн опера). Василий Аксеновтың «Пора, мой друг, пора!» повесы буйынса либретто.
  • «Мандарины из Марокко» А. А. Вознесенский, Е. М. Винокуров, Е. А. Евтушенко, Г. Поженян, Р. И. Рождественский, С. И. Кирсанов, М. Львовский шиғырҙарына.
  • «Граф Калиостро» (опера-буфф), А. Н. Толстойҙың шул уҡ исемдәге повесы буйынса.
  • «Ожидание» (моноопера).
  • «Женитьба Фигаренко» (Бомарше мотивтары буйынса сатирик опера, М. Г. Казовский һәм Ф. Филиппов либреттоһы).

Инструменталь музыка

  • Фортепиано өсөн 9 новелетта, 1953 йыл.
  • «Мимолётности», фортепиано өсөн, 1953 йыл.
  • Валторна һәм фортепиано өсөн соната, 1954 йыл.
  • Тромбон менән оркестр өсөн концерт, 1954 йыл.
  • Тауыш менән оркестр өсөн концерт, 1956 йыл.
  • Полифоник трио, 1957 йыл.
  • «К звёздам» увертюраһы, 1958 йыл.
  • Скрипка менән оркестр өсөн концерт N1, 1982 йыл.
  • Фортепиано өсөн 24 пьесанан торған «Настроения» циклы, 1986 йыл.
  • Скрипка менән оркестр өсөн концерт N2, 1992 йыл.
  • Альт менән ҡыллы музыка ҡоралдары өсөн концерт, 1994 йыл.
  • Фортепиано, скрипка һәм виолончель өсөн трио, 19 мин.
Орган өсөн әҫәрҙәре
  • Орган өсөн «Кассандра» концерты, 1985 йыл.
  • Орган өсөн «Чернобыль» симфонияһы, 1988 йыл.
  • Орган өсөн «Полифоническая тетрадь» концерты, 1988 йыл.
  • Орган өсөн дүрт пьеса («Отражения», «Движение», «Хорал», «Прогулка в до-мажоре»), 1989 йыл.
  • Орган өсөн ун хорал «Подражание старым мастерам», 1995 йыл.
Балеттары
  • «Герника» — ике шаршаулы балет, 1984 йыл.
  • «Девушка и смерть» — ике шаршаулы балет, 1986 йыл.
Концерттары
  • Тауыш менән оркестр өсөн концерт.
  • Скрипка менән оркестр өсөн концерт N1 (беренсе редакция).
  • Скрипка менән оркестр өсөн концерт N1 (камера составы өсөн икенсе редакция).
  • Скрипка менән ҡыллы оркестр өсөн концерт N2.
  • Альт менән ҡыллы оркестр өсөн романтик стилдәге концерт.
Театр эштәре
  • «На берегу», бер шаршаулы балет.
  • «Допрос», бер шаршаулы балет.
  • «Назначение», 1963 йыл, «Современник» театры, ҡуйыусы режиссёр О. Ефремов.
  • «Прощай, оружие!», 1966 йыл, ЛЕНКОМ театры, ҡуйыусы режиссёр Гинзбург.
  • «Кто ты?» 1966 йыл, Камера музыкаль театры, ҡуйыусы режиссёр Б. Покровский.
  • «Герой нашего времени» 1966 г., Таганкалағы театр, ҡуйыусы режиссёр Ю. Любимов.
  • «Прощай», 1968 г., Моссовет исемендәге театр, ҡуйыусы режиссёр М. Захаров.
  • «Восхождение на Фудзияму», «Современник» театры, ҡуйыусы режиссёр Г. Волчек.
  • «Граф Калиостро» Мәскәү камера музыкаль театры, 1983 йыл, ҡуйыусы режиссёр Б. Покровский.
  • «Ожидание», Мәскәү камера музыкаль театры, 1985 йыл, ҡуйыусы режиссёр Б. Покровский.
  • «Ожидание», София опера һәм балет театры, 1990 йыл.
  • «Ожидание», Ереван опера һәм балет театры, 1992 йыл.
  • «Ожидание», Волгоград музыкаль театры. Ҡуйыусы дирижёр А. Смирнов, 2010 йыл.
  • «Преступная троица», Мәскәү «СФЕРА» театры, 1994 йыл, ҡуйыусы режиссёр Е. Еланская.
  • «Король, дама, валет», Мәскәү «СФЕРА» театры, 1995 йыл, ҡуйыусы режиссёр Е. Еланская.
  • «Король-олень», Лос-Анджелестағы «ГЛОБУС» театры, 1994 йыл.
  • «Король-олень», Мәскәү «СФЕРА» театры, ҡуйыусы режиссёр Е. Еланская, 1996 йыл.
  • «Мария Стюарт», Ермолова исемендәге театр, режиссёр Владимир Андреев, 1996 йыл.
Вокаль әҫәрҙәре
  • А.Исаакян шиғырҙарына өс романс («Сорванную розу ветке не вернуть» 3.10, «Могила» 2.56, «Я помню всегда» 3.59), 1955 йыл.
  • Шекспирҙың өс сонеты («Замшелый мрамор каменных могил» 2.48, «О, как тебе хвалу я воспою» 3.46, «Трудами изнурен» 4.05), 1956 йыл.
  • «Бывает так» (Гайкович шиғ.) 2.45, 1961 йыл.
  • В.Орлов шиғырҙарына өс йыр («Знакомая песенка» 2.52, «Золотые сумерки» 2.05, «Песенка по телефону» 3.08), 1957 йыл.
  • «Акварели» — урта быуаттар япон шағирҙары шиғырҙарына вокаль цикл («В путь» 0.55, «Пути в столицу» 1.54, «Перед казнью» — «В тумане утреннем» 1.54, «Сон» 1.51,) 1957 йыл.
  • Маяковский шиғырҙарына вокаль цикл («А вы могли бы?» 1.06, «Кое-что про Петербург» 2.16, «Тучкины штучки» 1.49, «Послушайте» 2.05, «Вместо письма» 8.08), 1958 йыл.
  • С.Давыдова шиғырҙарына өс йыр («Песня о голубях» 2.01, «Дорожная песня» 2.38, «Песня о весне» 2.17), 1959 йыл.
  • «Садовое кольцо» (С. Гребенников һәм Н. Добронравов шиғырҙары) 2.49, 1960 йыл.
  • «Твои глаза, как фары новых машин» 3.10 (С. Кирсанов шиғыры), 1960 йыл.
  • Кирсанов шиғырҙарына өс романс («Твои рисунки» 3.17, «И за белой скатертью» 3.58, «Приезжай» 3.36), 1960 йыл.
  • Л. Мартынов шиғырҙарына вокаль цикл («Вечерело» 2.30, «Вода» 1.50, «Листья» 4.01), 1962 йыл.
  • Н. Добронравов шиғырына ике йыр («Ты не печалься» 2.34, «По вечерам» 2.18), 1963 йыл.
  • Белла Әхмәҙуллина шиғырҙарына вокаль цикл («Старинный романс» 2.25, «Я думала, что ты мне враг» 3.14, «Пятнадцать мальчиков» 4.31), 1963 йыл.
  • Е.Винокуров шиғырҙарына вокаль цикл («Я ловил ощущение» 2.46, «Окна» 1.39, «Я лицо твое стал забывать» 2.59), 1964 йыл.
  • «Скирли» — М. Малишевский шиғырҙарына вокаль сюита («Воробей-экспериментатор» 1.48, «Обезьяна и зеркало» 1.53, «Самолюбие» 1.17, «Критики и пузыри» 1.03, «Беседа» 1.43, «По-грачиному» 1.28, «Соловей и художественный совет» 1.59), 1964 йыл.
  • Г. Поженян шиғырҙарына ете йыр-речитатив («Я такое дерево», «Дельфины», «Вот так улетают птицы», «Сосны», «Мне хотелось бы», «Я принял решение», «Скоро ты будешь взрослым»), 1967 йыл.
  • «Ты уходишь, как поезд» 2.57, Е. Евтушенко шиғырына, 1966 йыл.
  • «Прощай, оружие» — Э.Хемингуэй һүҙҙәренә вокаль цикл, тәрж. А.Вознесенский.
  • «Маленький принц» 2.05, (Н.Добронравов шиғ.), 1968 йыл.
  • Людвиг Ашкенази шиғырҙарына алты вокаль новелла («Радио» 1.44, «Женщины» 1.09, «Сигареты» 1.30, «Я ей прямо так и сказал» 2.28, «Облако пара» 1.37, «Песня о новом поколении» 1.20), 1969 йыл.
  • А. Вознесенский шиғырҙарына йырҙар «Тишины хочу» 2.42, «Не трожь, человека, деревце» 1.30, «Загляжусь ли на поезд» 3.12, Память («Убил я поэму») 3.32, «Свисаю с вагонной площадки» 3.32, 1970 йыл.
  • М.Цветаева шиғырҙарына ике романс («Мой милый, что тебе я сделала?» 3.06, «Попытка ревности» 2.58), 1971 йыл.
  • «Я к вам пишу» М. Лермонтов шиғ. 2.58, 1971 йыл.
  • Р. Рождественский шиғ. ике йыр («Мгновения» 2.47, «Песня о далекой родине» 2.41), 1972 йыл.
  • Совет шағирҙары шиғырҙарына алты йыр («Мне нравится», М. Цветаева 1.33, «Никого не будет в доме», Б. Пастернак 2.18, «Со мною вот что происходит», Е. Евтушенко 2.25, «Я спросил у ясеня», В. Киршон 3.06, «По улице моей», Б. Әхмәҙуллина 2.51).
  • «Память» Д. Самойлов шиғ. 3.06, 1975 йыл.
  • «Не исчезай» А. Вознесенский шиғ. 3.02, 1975 йыл.
  • «Мы с тобою, товарищ» — М.Светлов шиғырҙарына йырҙар циклы («Далекие красногвардейцы» 2.47, «Песня старых комсомольцев» 1.47, «Я другом ей не был» 2.06, «Московский военный округ» 2.10, «В разведке» 1.59, «Болота проходит пехота» 2.13, «Мы с тобою»).
  • «Эхо» («Не возвращайтесь к былым возлюбленным», А. Вознесенский 4.10), 1977 йыл.
  • "Песенка о цирке, Б. Әхмәҙуллина 3.04, 1977 йыл.
  • «Запомни этот мир» — А. Вознесенский шиғырҙарына вокаль цикл («Над пашней сумерки не резки» 1.58, «Ностальгия по настоящему» 2.13, «Благодарю, что не умер вчера» 2.16, «Запомни этот миг» — 2.48), 1979 йыл.
  • Шекспирҙың һигеҙ сонеты («Люблю» 3.00, «Сонет о курице» 1.48, «Я виноват» 2.15, «Увы, мой стих не блещет новизной» 4.42, «Сонет о яблоке» 2.10, «Любовь слепа и нас лишает глаз» 4.51, «Мешать соединенью двух сердец» 2.59, «Пылающую голову рассвет» 2.39).
  • М. Цветаева шиғырҙарына биш йыр («Откуда такая нежность?» 2.10, «Вот опять окно» 2.36, «Островитянка» 2.26, «Мне тебя уже не надо» 2.23, «Забыть?» 3.25), 1986 йыл.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28 июнь 1982 йыл)[17]
  • СССР Дәүләт премияһы (1977)
  • Ленин комсомолы премияһы (1977)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1986)
  • өс «Ника» кинопремияһы лауреаты
  • Америка музыка академияһы премияһы лауреаты.
  • Мәскәүҙең Усиевич урамында композитор утыҙ йыллап йәшәгән 9-сы йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
  • Рәсәйҙәге берҙән-бер органсылар конкурсы Микаэл Таривердиев исемен йөрөтә, ул 1999 йылдан башлап ике йыл һайын Калининградта үткәрелә.
  • Мәскәүҙә Очаково микрорайонындағы Балалар музыка мәктәбенә композитор исеме бирелгән.
  • 1998 йылда «Кинотавр» асыҡ Рәсәй фестиваленең төп конкурсы сиктәрендә Микаэл Таривердиев исемендәге Иң яҡшы музыка өсөн премия булдырыла.
  • 2013 йылдың 11 сентябрендә Калининград өлкәһе Гвардейск ҡалаһындағы Балалар музыка мәктәбенә композитор исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #122120884 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. 3,0 3,1 Mikaėl Tariverdiev // International Music Score Library Project — 2006.
  4. 4,0 4,1 Mikael L. Tariverdiev // filmportal.de — 2005.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Армянская советская энциклопедия (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. ԽուդավերդյանՀայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 1974.
  6. 6,0 6,1 6,2 Ով ով է. հայեր (әрм.) / под ред. Հ. ԱյվազյանԵրևան: Հայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 2005. — Т. 1. — Б. 424.
  7. Ҡалып:Книга:Энциклопедия «Москва» 1997
  8. Первый канал, 2011. Вечер музыки к 80-летию со дня рождения Микаэла Таривердиева
  9. Сайт, посвящённый композитору
  10. По происхождению — Таривердиев, Ноев Ковчег, 2006
  11. Микаэл Таривердиев. Страницы жизни.
  12. На огонь смотрел и на солнце немигающими глазами — Известия
  13. Майор Таривердиев 2012 йыл 13 май архивланған.
  14. Причина смерти Карена Таривердиева. Tizer42 (24 апрель 2017). 2017 йыл 19 август архивланған.
  15. ПРОВЕРКА НА ДОРОГАХ. МК-Бульвар (1 июль 2002).
  16. Mikael Tariverdiyev - IMDb  (инг.) Internet Movie Database сайтында(англ.) на сайте Internet Movie Database
  17. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 28 июня 1982 года № 7425—X «О награждении орденами СССР группы деятелей искусств»

Һылтанмалар

үҙгәртергә