Талха (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Талха — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәТалха исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, һайлап алынған, бик һәйбәт тигән мәғәнәләрҙе асыҡлай.[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҒиниәтуллин Талха Йомабай улы, псевдонимы Анатолий Генатулин (20 апрель 1925 йыл — 7 ноябрь 2019 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Рус телендә ижад иткән СССР һәм Рәсәй әҙибе. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Милләте башҡорт. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Рәсүлев Талха Ғайса улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе.
Талха ибн Усман — Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең кәтибе (писары) була.
Фамилияла
үҙгәртергәТалхина Динә Азат ҡыҙы (27 июль 1952 йыл — 27 февраль 2007 йыл) — башҡорт шағиры, 1992 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәТалха — Мысырҙағы ҡала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |