Сөнәғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы
Сөнәғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы (30 июль 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәй опера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), педагог, профессор, Н. Г. Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире[1].
Сөнәғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 30 июль 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Үрге Ҡыйғы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, опера йырсыһы, профессор |
Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сөнәғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЗилә Даян ҡыҙы Сөнәғәтуллина 1949 йылдың 30 июлендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған.[2].
«Өләсәйҙәрем һәм ҡарт өләсәйем — Ҡазан татарҙары, олатайым — билдәле татар Еникевтар тоҡомонан. Ул Пенза өлкәһенән килеп, Ҡазанда уҡытыусылар семинарияһында уҡый. Олатайым башҡорт халҡының тәүге мәғрифәтселәренең береһе була — рус телен һәм әҙәбиәтен уҡыта, мин уның менән ғорурланам. Уның өлгөһөнә эйәреп, Ҡазанда уҡырға ҡарар иттем».
1973 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһын тамамлай. Ошо уҡ йылда — М. Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры солисы. Бында 2009 йылға тиклем эшләй. Донъяның күпселек илдәрендә: Украина, Литва, Төркиә, Англия, Германия, Чехия, АҠШ, Швейцария, Ирландия, Франция, Финляндия һәм башҡа ерҙәрҙә гастролдәрҙә була.
1983 йылдан — Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусыһы; 1998 йылда — профессор, вокал сәнғәте кафедраһы мөдире[3]. Уның бик күп шәкерттәре халыҡ-ара конкурс лауреаттары була. Әлеге ваҡытта Зилә Даян конкурстарҙа жюри булараҡ ҡатнаша.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — 1990 йылда ҡала советы депутаты була[4], 2006 йылдан алып 2013 йылға — тиклем Татарстан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.
Ижады
үҙгәртергәЗилә Сөнәғәтуллинаның төп репертуар — опера партиялары. 36 йыллыҡ эшмәкәрлеге дауамында ул рус, көнбайыш классикаһы, милли репертуарҙа яҡынса 40-тан ашыу опера партияһы һәм 800-ҙән ашыу камера әҫәре башҡара.
Сәхнәлә ул Татьяна (Чайковский, «Евгений Онегин»), Иоланта (Чайковский, «Иоланта»), Ҡарһылыу (Римский-Корсаков, «Снегурочка»), Марфа (Римский-Корсаков, «Царская невеста»), Тамара (Рубинштейн, «Демон») образдарын тыуҙыра; Розина партиялар башҡара (Россини, «Севильский цирюльник»), Дездемона (Верди, «Отелло»), Джильда (Верди, «Риголетто»), Виолетта (Верди, «Травиата»), Мими (Пуччини, «Богема»), Адина (Доницетти, «Любовный напиток»), Маргарита (Гуно, «Фауст»), Норина (Доницетти, «Дон Паскуале»), Зильберкланг ханым (Моцарт, «Директор театра»), Микаэла (Бизе, «Кармен»), Тамара (Рубинштейн, «Демон») һәм башҡа партиялар башҡара. Татар милли операһында Алтынсәс (Жиганов, «Алтынсәс»), Ғәлимә (Мөлөков, «Ҡара йөҙҙәр»), Гөлйөҙөм (Сәйҙәшев, «Наемщик»), Әлфиә (Вәлиуллин, «Самат»), шағир ҡатыны (Жиганов, «Йәлил») ролдәрен уйна[5].
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- «Ҡаракғалпаҡстан Республикаһының халыҡ артисы» (1980).
- «Татарстан Республикаһының халыҡ артисы» (1980).
- «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» (1995).
- Татарстан Республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984 йыл).
- Дуҫлыҡ ордены (2009).
- «Санкт-Петербургтың 300-йыллығы иҫтәлеге» миҙалы (2004).
- «Ҡазандың 1000 йыллығы иҫтәлеге» миҙалы (2005).
- Татарстан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы (1999).
- «Татарстан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2019).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сунгатуллина Зиля Даяновна
- ↑ Зиля Сунгатуллина
- ↑ Сунгатуллина Зиля Даяновна(недоступная ссылка)
- ↑ Зиля Сунгатуллина: «Я счастливый человек»
- ↑ Сунгатуллина Зиля Даяновна 2020 йыл 20 октябрь архивланған.