Һүҙлек

билдәле тәртип буйынса урынлашҡан һүҙҙәр тупланмаһы, белешмә китабы

Һүҙлек (лөғәт) - рус. словарь - билдәле тәртип буйынса урынлашҡан һүҙҙәр тупланмаһы, белешмә китабы.Һүҙлектә һүҙҙәрҙең мәғәнәһе, ҡулланылышы, килеп сығышы, башҡа телдәргә тәржемәһе һ.б. мәғлүмәт була. Фәнни һүҙлектәрҙә терминдар аңлатып бирелә.

Һүҙлек
Рәсем
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу слов.
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Һүҙлек Викимилектә
Һүҙлектәр кәштәһе

Һүҙлек — атамалар йәки тематика буйынса һайлап алынған ҙур булмаған мәҡәләләрҙән торған мәғлүмәт китабы йәки башҡа төрлө сығанаҡ. Энциклопедик (энциклопедия) һәм лингвистик һүҙлектәр була.

Компьютер техникаһы үҫешеүе электрон һүҙлектәр һәм онлайн-һүҙлектәрҙе барлыҡҡа килтерҙе.

Иң боронғо төрки телдәр һүҙлеге —«Диуану лөғәт әт-төрк» (ғәр. ديوان لغات الترك‎), 20 төрки телдең лингвистик, тарихи‑мәҙәни һәм этнографик материал йыйылған һәм дөйөмләштерелгән тәржемә-аңлатмалы һүҙлек-тезаурусы. 1072—1074 йылдарҙа лексикограф һәм филолог Мәхмүт әл-Ҡашғари тарафынан төҙөлгән һүҙлеккә башҡорт теле һәм башҡорттар тураһында ла мәғлүмәт индерелгән.

Тәүге рус һүҙлеге тип 1282 йылда сыҡҡан 174 һүҙҙән торған «Кормчая книга» күсермәһен— Азбуковникты атарға була [1].

Миндийәр Биксуриндың «Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе» тигән ҡулъяҙмаһы башҡорт теленең тәүге һүҙлеге тип һанала, ул 1781 йылда төҙөлгән[2].

Билдәләмәләр

үҙгәртергә

«Һүҙлек» аңлатмаһы төрлө сығанаҡта төрлөсә бирелә:

  • һүҙлек — ниндәйҙер принциптан сығып,уларҙың мәғәнәһе, ҡулланышы, сығышы, башҡа телгә тәржемәһе бирелгән (лингвистик һүҙлек),йәки улар менән билдәләнгән аңлатмалар һәм әйберҙәр,төрлө фән, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләр эшмәкәрҙәре тураһында мәғлүмәт биреүсе һүҙҙәр(морфемалар, һүҙбәйләнештәр,идиомалар һ.б.) йыйынтығынан торған китап[3];
  • һүҙлек — аңлатмалы йәки башҡа телгә тәржемәһе булған һүҙҙәр, йәки әйтемдәр йыйынтығы. Дөйөм һәм махсус, ғәҙәттәге йәки фәнни һүҙлектәр була[4];
  • һүҙлек — аңлатмалы йәки башҡа телгә тәржемәһе бирелгән һүҙҙәр (ғәҙәттә алфавит тәртибендә), йәки тотороҡло әйтемдәр тупланмаһы [5];
  • һүҙлек — алфавит тәртибендә йәки һүҙ яһалышы буйынса урынлаштырылған һүҙҙәр йыйынтығы[6];
  • һүҙлек — аңлатмалар йәки башҡа телгә тәржемәһе бирелгән һүҙҙәр теҙмәһенән торған китап[7];
  • һүҙлек — теге йәки был принциптан сығып (мәҫәлән, алфавит буйынса), теге йәки был аңлатма бирелгән һүҙҙәр теҙмәһенән торған китап[8].

Типология

үҙгәртергә

Һүҙлектәрҙең ике төп төрө бар: энциклопедия(энциклопедик) һәм лингвистик.

Лингвистик (тел)  — тел берәмектәре (һүҙ, һүҙформалар, морфемалар). Бындай һүҙлектә һүҙ (һүҙформа, морфема) һүҙлектең маҡсаты, күләме һәм бурысынан сығып, төрлө яҡлап тикшерелә(һүҙҙең мәғәнәһе, эстәлеге,һүҙҙең яһалышы, орфография, орфоэпия, дөрөҫ ҡулланыу). Һүҙлектәге һүҙҙәрҙең күпме сифаты тикшерелеүҙән сығып, һүҙлектәрҙе бер аспектлы һәм күп аспектлы һүҙлектргә бүлеп йөрөтәләр.

  • Синхроник лингвистик һүҙлектәр бер тарихи осорҙағы тел үҙенсәлектәрен күрһәтә ( мәҫәлән, XVIII быуат теле, хәҙерге заман теле).
  • Диахроник (мәҫәлән, этимология һүҙлеге) — ваҡыт үтеү менән телдең үҙгәрешен сағылдыра.

Энциклопедия (энциклопедик) (бор. грек. ἐγκύκλιος παιδεία — «обучение в полном круге») был һүҙлектәрҙә һүрәтләнгән тел берәмектәре тураһында экстралингвистик (телдән тыш) мәғлүмәт бар; улар фәнни аңлатмалар, терминдар, тарихи ваҡиғалар, шәхестәр, география һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт бирә. Энциклопедия һүҙлегендә һүҙ тураһында грамматика мәғлүмәттәре булмай, ә ошо һүҙ менән билдәләнгән әйбер тураһында мәғлүмәт туплана.

Терминдар һүҙлеге— унда ниндәй ҙә булһа ғилем өлкәһендә ҡулланылған терминдар,йәки темалар һәм уларға аңлатмалар була [9].

Һүҙлектәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ширский К. Очерк древних славяно-русских словарей // Филологические записки. Воронеж, 1869.
  2. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 409. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  3. Новый энциклопедический словарь. М., 2000.
  4. Даль В. И. Толковый словарь живого великорусского языка.
  5. Ожегов С. И., Шведова Н. Ю. Толковый словарь русского языка.
  6. Словарь Академии Российской. СПб., 1806—1822.
  7. Словарь современного русского литературного языка в 17-ти тт., 1948—1965.
  8. Толковый словарь русского языка в 4-х тт. под ред. Д. Н. Ушакова.
  9. ГОСТ 7.60-2003

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Словари

Ҡалып:Лексикография

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә