Гонконг

(Сянган битенән йүнәлтелде)

Гонко́нг[7][8]|香港|Hong Kong|Hoeng¹gong², Хёнкон|'Сянга́н'}} (ҡыт. ғәҙәти 香港特別行政區, ябайл. 香港特别行政区, пиньин: Xiānggǎng Tèbié Xíngzhèngqū, ингл. Hong Kong Special Administrative Region) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының махсус административ районы (иер. 香港特別行政區, ингл. Hong Kong Special Administrative Region, кант. Һоңкоң такпит һанчинкһёй), ҡыҫҡартып Һоңкоң тип атап йөрөтәләр. Ул Азияның һәм донъяның иң алдынғы финанс үҙәктәренең береһе булып тора.

Гонконг Махсус административ районы
ҡытайса 香港特別行政區
ябай. 香港特别行政区
ҡытайса ғәҙәти Xiānggǎng Tèbié Xíngzhèngqū
ингл. Hong Kong Special Administrative Region
Гонконг гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «Марш добровольцев»
Нигеҙләнгән 25 ғинуар 1841: Британия колонияһы;

29 август 1842: Нанкин килешеүе;


25 декабрь 194115 август 1945: япон оккупацияһы;


1 июль 1997: суверенитет алыу

Нигеҙләнгән 25 ғинуар 1841: Британия колонияһы;

29 август 1842: Нанкин килешеүе;


25 декабрь 194115 август 1945: япон оккупацияһы;


1 июль 1997: суверенитет алыу

Рәсми телдәр Ҡытай[1], инглиз
Баш ҡала Юҡ[2]
Эре ҡалалар Һоңкоң[3]
Идара итеү төрө Бойондороҡло территория[4]
Гонконг хакимиәте
Башлығы
Джон Ли
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
182
1 104 км²
4,6
Халыҡ
• Һаны (2013)
• Халыҡ тығыҙлығы

7 182 724[5][6] чел. (100)
6480 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2006)
  • Бер кешегә

254,2 млрд долл. (40)
38 127 долл.
КПҮИ (2011) 0,898 (бик юғары) (13 урын)
Валюта Гонконг доллары (HKD, код 344)
Интернет-домен .hk
Код ISO HK
МОК коды HKG
Телефон коды +852 (из Макао — 01)
Сәғәт бүлкәте +8
Виктория ҡултығы, Гонконг

Гонконг Коулун ярымутрауында урынлашҡан, төньяғынан башҡа тарафтарын Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе уратып алған. Бынан тыш 260-тан ашыу утрау ҙа ошо төбәккә инә, улар араһында иң ҙурҙарынан — Гонконг (юғары хакимиәт органдары һәм төбәктең финанс үҙәге шунда урынлашҡан), Ланьтау һәм Ламма. Төбәкте ғәҙәттә өс өлөшкә бүлеп йөрөтәләр: Гонконг утрауы үҙе, Коулун һәм Яңы Территориялар. Гонконг төньяҡ тарафында Ҡытайҙың Гуандон провинцияһына ингән Шеньчжень иҡтисади биләмәһе менән сиктәш. Гонконг Чжуцзян йылғаһы тамағының һул яғында урынлашҡан.

Гонконг күренеше

1842 йылда Гонконг Бөйөк Британия баҫып ала һәм 1997 йылға тиклем колония итеп тота. Шул йылы Ҡытай Халыҡ Республикаһы был төйәккә суверенитет ала. Ҡытай—Британия декларацияһына һәм Гонконгтың Төп ҡанунына ярашлы, төбәккә 2047 йылға тиклем, йәғни 50 йыл дауамына киң хоҡуҡлы автономия бирелгән. «Бер ил — ике система» һәм «Сянганға юғары кимәл автономия шарттарында сянганлылар үҙҙәре идара итә» тип аталған йүнәлеш алып, ҠХР үҙ өҫтөнә оборона һәм төбәктең тышҡы сәйәсәте мәсьәләләрен ала, ә Һоңкоң ҡанун сығарыу, полиция, аҡса, һалым һәм иммиграция сәйәсәте мәсьәләләрен контролдә тота. Шулай уҡ халыҡ-ара ойошмаларҙа һәм сараларҙа уның үҙ вәкиллектәре һаҡланып ҡала.

 
Елизаветы II һүрәте төшөрөлгән марка, 1953
  • 1860 йылда, икенсе опиум һуғышында Ҡытай (Цин империяһы) тар-мар ителгәндән һуң, Баундари урамынан көньяҡтараҡ Цзюлун ярымутрауы биләмәләре Пекин килешеүе буйынса Бөйөк Британияның мәңге файҙаланыуына тапшырыла[9]. 1898 йылда Бөйөк Британия Ҡытайҙан 99 йылға Цзюлун ярымутрауының төньяғындағы сиктәш биләмәне һәм Яңы территориялар тип аталған Лантау утрауын ҡуртымға ала.
  • Гонконгтың ҠХР-ға күсеү датаһы Гонконгты күсереү тураһында Ҡытай-Британия берлектәге декларацияһы менән билдәләнә, уға оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң 1984 йылдың 19 декабрендә ҡул ҡуйыла һәм Пекинда «һүҙ һуғышы» тип атала.
  • 1997 йылда Гонконг территорияһы рәсми рәүештә Ҡытай Халыҡ Республикаһына ҡайтарыла.
  • 2019—2020 йылдарҙа Гонконгта Пекиндың автономиялы төбәктә йоғонтоһо көсәйеүенә һәм унда йәшәүселәрҙең гражданлыҡ азатлығын сикләүсе ҡарарҙар ҡабул итеүгә ҡаршы яңы күмәк ҡаршылыҡ тулҡыны тоҡана. Был демонстрациялар йыш ҡына урамдарҙа сыуалыштарға килтерә һәм полиция менән бәрелештәр менән оҙатыла. 2020 йылдың майында АҠШ-тың дәүләт секретары Майк Помпео Конгресҡа, Гонконг Ҡытай яғынан автономияның юғары дәрәжәһенә эйә түгел һәм бындай хәл Гонконгтың АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙә айырым сауҙа статусын юғалтыуға һәм уның халыҡ-ара финанс үҙәге статусын хәүеф аҫтына ҡуйырға мөмкин, тип белдерә[10]. 2020 йылдың 30 июнендә, Гонконг халҡының көслө ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан, Бөтө Ҡытай милли халыҡ конгресының Даими комитеты Гонконг милли именлеге тураһындағы закон ҡабул итә, был Закон Гонконгтың Ҡытайҙан сәйәси автономияһы кимәлен ҡырҡа кәметә[11].

География

үҙгәртергә
 
Ҡалып:Lang-zh-can
 
КХР-ҙың Административ бүленеше

Гонконг биләмәләре шунл уҡ исемдәге утрауҙан, шулай уҡ Лантау утрауынан, Коулун ярымутрауынан, Яңы Территорияларҙан һәм 260-лап ваҡ утрауҙарҙан ғибәрәт. Яңы Территориялар төньяҡтан Коулун ярымутрауы һәм Шеньчжень йылғаһы менән сиктәш. Гонконгҡа Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге 262 утрау инә. Иң ҙуры — Ланьтау. Ҙурлығы буйынса икенсе һәм халыҡ һаны буйынса беренсе урында -Һоңкоң утрауы.

Гонконг (Һоңкоң) һүҙе (иер. 香港) «хуш еҫле гавань» тигәнде аңлата һәм Гонконг утрауындағы әлеге Абердин районындағы бер аймаҡ исеменән алынған. Бында ҡасандыр хуш еҫле ағас һәм майҙар һатҡандар.

Гонконг менән Коулун ярымутрауы араһындағы һыу ятҡылығын Виктория бухтаһы тип йөрөтәләр. Донъялағы иң тәрән тәбиғи порттарҙың береһе ул.

Гонконг төбәктәре буйынса майҙаны[12][13]
квадрат километр
2012 2016 2017 2019 2020
Гонконг утрауы 80,6 80,7 80,7 80,7 80,7
Цзюлун 46,9 46,9 46,9 46,9 47,0
Яңы биләмәләр һәм утрауҙар 976,9 978,7 978,8 979,1 982,5
барлығы 1 104,4 1 106,3 1 106,4 1 106,8 1 110,2

Урбанизация кимәле буйынса бик юғары баҫҡыста тороуына ҡарамаҫтан, Һоңкоң хакимиәте экологияға һәм йәшелләндереүгә бик ныҡ иғтибар итә. Төбәктең бик ҙур өлөшө һаман үҙләштерелеп бөтмәгән әле, сөнки бик текә ҡаяларҙан һәм тауҙарҙан тора. 1 104 км² майҙандан бары тик сиреге генә файҙаланыла. Ҡалған яҡтары урман-ҡыуаҡтар менән ҡапланған, шуларҙың 40 проценты ял урындары һәм ҡурсаулыҡтар тип иғлан ителгән.Ҡала халҡы башлыса Коулун ярымутрауында һәм Һоңкоң утрауының төньяҡ ярында йәшәй, шулай уҡ Яңы Территорияларҙа ла кеше йәшәгән урындар бар.

Борма-борма диңгеҙ яры, ҡултыҡтар арҡаһында Һоңкоң бухталарға, пляждарға, ял итер урындарға ифрат бай. Мәгәр, йәшеллек, һыу мул булыуға ҡарамаҫтан, ҡалалағы экология йылдан-йыл насарая, һауаһының сифаты буйынса ул иң түбән урындар биләй. Ҡытайҙың ҡитға өлөшөнән, Чжуцзян йылғаһы дельтаһы яғынан килгән насар һауа Һоңкоң өҫтөндәге һөрөмдөң 80 процентҡа яҡынын тәшкил итә.

Гонконг Макаонан 60 саҡрымға көнсығыштараҡ , Джудзяң йылғаһы тамағының ҡаршы яҡ ярында урынлашҡан. Төньяҡтан Гуаңдоң провинцияһының Шенджен ҡалаһы менән сиктәш. Гонконгтың иң бейек нөктәһе — Яңы Территорияларҙағы Таймошан тауы, уның бейеклеге 958 м.

Гонконг биләмәләрендә уйһыу урындар ҙа бар, улар Яңы Территорияларҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан.

Гонконг климаты[14] — субтропик муссонлы (Cwa Кёппен классификацияһы буйынса). Уға декабрҙән мартҡа тиклем дауам иткән һалҡын ҡоро миҙгел һәм апрелдән ноябргә тиклем дауам иткән эҫе һәм тынсыу ямғырҙар миҙгеле хас.

Ҡоро миҙгелдә материктан һалҡын һауа ағып сыға, ул ҡоро ҡояшлы һауа торошо килтерә. Ҡайһы берҙә тропиктар өсөн етди һалҡындар, төньяҡтан һалҡын һауа үтеп инеүе мөмкин. Был осорҙа яуым-төшөм һирәк була.

Ямғырҙар миҙгелендә Тымыҡ океандан йүнәлгән дымлы һауа көслө яуым-төшөм килтерә. Гонконгта температура һирәк кенә 33 °C-тан артып китә, әммә дымлылыҡтың юғары кимәлдә була. Яуым-төшөм күләме айына 500 миллиметрға етә. Ҡайһы бер йылдарҙа Гонконг аша тропик циклондар (тайфундар) үтә. Тропик урман бындай климат шарттарында үҫә.

Геологик йәһәттән Гонконг янындағы ерҙәр миллион йылдар тотороҡло, әммә көслө ямғырҙарҙан һуң ишелмәләр булыуы мөмкин. Гонконг флораһы һәм фаунаһы климат үҙгәреү, диңгеҙ кимәле һәм кеше йоғонтоһо арҡаһында ҙур үҙгәрештәр кисерә.

Гонконг обсерваторияһы — метеорологик фараздар, һауа торошо катаклизмдары хаҡында иҫкәртеүҙәр төҙөү һәм Гонконг биләмәһен геофизик тикшереү буйынса эш йөкмәтелгән дәүләт учреждениеһы.

Гонконгта күҙәтеүҙәр тарихында теркәлгән иң юғары температура[21] — 38 °C, иң түбәне — −4 °C. Шул уҡ ваҡытта Гонконг обсерваторияһы теркәгән иң юғары һәм иң түбән температура 1900 йылдың 19 авгусында һәм 1990 йылдың 18 авгусында 36,1 °C, шулай уҡ 1893 йылдың 18 ғинуарында 0,0 °C тәшкил итә. Иң һалҡын айҙың (ғинуар) уртаса температураһы[22] — 16,1 °C, ә иң эҫе айҙың (июль) уртаса температураһы — 28,7 °C.

Гонконг Рак тропигынан көньяҡтараҡ, Гавана, Мәккә, Калькутта кеүек ҡалаларға яҡын урынлашҡан.

Гонконг климаты (1991—2020 йылдар нормалары, 1884 йылдан алып рекордтар) Ҡалып:Ҡалаһы климаты

Гонконг панорамаһы

Һаулыҡ һаҡлау

үҙгәртергә

1997 йылда Гонконг иҡтисадына 1997 йылдағы Азия финанс көрсөгө ҙур йоғонто яһай, ул шулай уҡ күп кенә Көнсығыш Азия баҙарҙарына ҡағыла. Шул уҡ йылда Гонконгта кешенең ҡош киҙеүе H5N1 вирусы менән тәүге зарарланыуы теркәлә. 1998 йылда, алты йыл төҙөгәндән һуң, Үҙәк аэропорт төҙөлөшө программаһы сиктәрендә Яңы Гонконг халыҡ-ара аэропорты асыла. Проект 1980-се йылдар башында төҙөлгән амбициялы порт һәм аэропортты үҫтереү стратегияһының бер өлөшө булып тора.

2003 йылдың беренсе яртыһында Гонконгта SARS вирусы эпидемияһы башлана[15]. Гонконг Хакимиәте етәксеһе Дун Цзяньхуа (1997—2005) 1997 йылғы Азия финанс көрсөгөн еңеүҙә хаталаныуҙа һәм атипик пневмонияға (SARS) ҡаршы көрәштә тейешле саралар күрмәүҙә тәнҡитләнә һәм ғәйепләнә. Шулай уҡ 2003 йылда Дун Цзяньхуа хакимиәте Гонконг төп законының гонконглыларҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙоу мөмкинлеген биргән 23-сө статьяһын ҡабул итергә тырыша. Ярты миллионлы ҡаршылыҡ демонстрацияһы һөҙөмтәһендә хакимиәт был пландарҙан баш тартырға мәжбүр була. 2004 йылда ошо уҡ күмәк демонстрациялар барышында Гонконг халҡы 2007 йылда САР башлығын дөйөм һайлауҙы индереүҙе талап итә. 2005 йылдың мартында Ҡытай етәкселеге үтенесе буйынса Дун Цзяньхуа отставкаға киткәндән һуң, уның урынбаҫары Дональд Цанг уның урынын ала. 2007 йылдың 25 мартында Дональд Цанг ҡабаттан икенсе срокка һайлана.

Хөкүмәт һәм сәйәсәт

үҙгәртергә

Гонконг САР конституцияһы булып хеҙмәт иткән Төп законға ярашлы, урындағы властар, оборона һәм тышҡы сәйәсәттән тыш, территорияның бөтә мәсьәләләре һәм эштәре өҫтөнән суверенитетты һаҡлап ҡала. Гонконг колония булған саҡта, уның губернаторы Бөйөк Британия монархы тарафынан тәғәйенләнә. Был биләмәне Ҡытай юрисдикцияһына кире ҡайтарғандан һуң, уны Гонконг хакимиәтенең баш министры етәкләй. Гонконг хакимиәтенең (Гонконгтың бизнес-элитаһы вәкиле булған 800 кешенән тора) баш министрының һайлау комитеты тарафынан һайлана. Башҡарма, шулай уҡ закондар сығарыу тармаҡтарындағы башҡа дәүләт хеҙмәткәрҙәре йә хакимиәттең Баш министры тарафынан (туранан-тура йә ситләтеп) тәғәйенләнә, йә һайлаусылар тарафынан һайлана. Теория буйынса, бындай килешеү Гонконгтың сәйәси, мәҙәни, закондар сығарыу һәм иҡтисади инфраструктураһының Ҡытайҙан тулыһынса тиерлек бойондороҡһоҙлоғон гарантияларға тейеш. Әммә ғәмәлдә Пекинды йыш ҡына Гонконгтың эске эштәренә сиктән тыш ҡыҫылыуҙа, Төп закон менән билдәләнгән сиктәрҙе үтеүҙә ғәйепләйҙәр.

 
Гонконгтың закондар сығарыу йыйылышы
 
Сентрал районындағы Хөкүмәт йорто — биләмә башлығы резиденцияһы

Яңы закон үҙ көсөнә инһен өсөн, уны Баш министр һәм Гонконг закондар сығарыу йыйылышының 60 депутатының күпселеге хупларға тейеш. Закондар сығарыу йыйылышы депутаттарының яртыһы дөйөм тауыш биреү юлы менән («географик округтар», йәғни территориаль билдә менән бүленгән), ә икенсе яртыһы — «функциональ округтар», йәғни профессиональ (функциональ) билдә буйынса бүленгән айырым кешеләр һәм ойошмалар төркөмдәренән (йәғни юристар һәм юридик фирмалар үҙҙәренең депутаттарын, финанс төркөмдәрен һәм финансистар — үҙенекен һ.б.) һайлай. Был төркөмдәр Гонконг тормошоноң һәм иҡтисадының иң әһәмиәтле өлкәләренең береһе булып тора. Төп законға ярашлы, киләсәктә Закондар сығарыу йыйылышының бөтә депутаттары дөйөм һайлау хоҡуғы менән һайланырға тейеш була.

Урындағы хакимиәт һайлауҙары

үҙгәртергә

Министрлыҡтар

үҙгәртергә
  • Гонконг ҡала хеҙмәте министрлығы
  • Гонконг граждандар авиацияһы министрлығы
  • Гонконг ял һәм мәҙәниәт министрлығы
  • Гонконг торлаҡ министрлығы
  • Гонконг тирә-яҡ мөхит министрлығы
  • Гонконг иммиграция министрлығы
  • Гонконг мәғлүмәт хеҙмәте министрлығы
  • Гонконг һалым министрлығы
  • Гонконг халыҡ иҫәбен алыу һәм статистика министрлығы
  • Гонконг ауыл хужалығы, балыҡсылыҡ һәм тәбиғәт ҡурсаулыҡтары министрлығы
  • Гонконг төҙөлөш һәм үҫеш министрлығы
  • Гонконг транспорт министрлығы
  • Гонконг электротехник һәм механика хеҙмәте министрлығы
  • Гонконг юстиция министрлығы
  • Гонконг диңгеҙ министрлығы
  • Гонконг таможня һәм акциз министрлығы

Административ бүленеш

үҙгәртергә
 
Гонконг махсус административ районы райондары: 1. Үҙәк һәм Көнбайыш, 2. Ваньчай, 3. Көнсығыш, 4. Көньяҡ, 5. Яучимвон, 6. Самсёйпоу, 7. Коулун-Сити, 8. Вонтайсинь, 9. Куньтхон, 10. Кхуайчхин, 11. Чхюньвань, 12. Тхюньмунь, 13. Юньлон, 14. Северный, 15. Тайпоу, 16. Сатхинь, 17. Сайкун, 18. Айлендс

Гонконг 18 округтан тора:

 
  • Үҙәк һәм Көнбайыш (Сентрал-энд-Вестерн)
  • Көнсығыш
  • Көньяҡ
  • Ваньчай (Ван-Чай)?
  • Коулун-Сити
  • Самсёйпоу (Шам-Шуй-По)
  • Яучимвон (Яу-Цим-Монг)
  • Вонтайсинь (Вонг-Тай-Син)
  • Куньтхон (Квун-Тонг)
  • Төньяҡ
  • Сайкун (Сай-Кунг)
  • Сатхинь (Ша-Тин)
  • Тайпоу (Тай-По)
  • Айлендс
  • Кхуайчхин (Квай-Цинг)
  • Чхюньвань (Цюн-Ван)
  • Тхюньмунь (Тюн-Мун)
  • Юньлон (Юн-Лонг)

Һәр округ Гонконг хөкүмәтенә урындағы учреждениеларға, округты үҫтереү программаларына, мәҙәни сараларға һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса кәңәштәр биргән округ йыйылышында ҡатнаша. Округ власы эшмәкәрлегенең координацияһы һәм халыҡҡа хөкүмәттең пландары һәм ғәмәлдәре тураһында мәғлүмәт биреү өсөн Эске эштәр департаменты яуап бирә. Ул тейешле райондар органдары аша урындарҙа халыҡ менән аралаша.

Гонконгта шулай уҡ тарихи атамалары аҫтында ғәмәлдәге райондар, шулай уҡ ҡалалар һәм ҡасабалар бар. Әммә уларҙың формаль административ статусы юҡ, райондарҙың береһенә инә. Закондарҙа Виктория, Цзюлун һәм Яңы Цзюлундың тарихи сиктәре яҙылған, әммә уларҙың юридик һәм административ вәкәләттәре юҡ.

 
Чимсачёй районындағы һүтелгән Ковлон станцияһының сәғәт башняһы
 
Виктория түбәһенән Гонконгҡа күренеш
 
Гонконг, боғаҙға күренеш
Файл:Жилые высотки Коулуна.JPG
Цзюлундың бейек торлаҡ биҫтәләре
 
2020 йылда Гонконг халҡының йәш-енес пирамидаһы

1990-сы йылдар дауамында Гонконгта йәшәүселәр һаны тиҙ арта башлай. 2016 йылдың уртаһына ҡарата ул 7 167 403-тән ашыу кеше тәшкил итә (иҫәпләү 2016 йылдың июленә)[16]. Гонконг халҡының 95 процент самаһы этник ҡытайҙар булып тора, уларҙың күбеһен кантонлылар, шулай уҡ хакка һәм чочжоуҙар кеүек ҡытай этник төркөмдәре тәшкил итә. Кантон диалекты — күрше Гуандун провинцияһында таралған ҡытай теленең бер төрө — Гонконгта төп аралашыу теле булып тора. Территорияның рәсми телдәре булып ҡытай теле (аныҡ ҡына төрҙәрен күрһәтмәй) һәм инглиз теле тора. 1996 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Гонконг халҡының 3,1 проценты инглиз телен көндәлек аралашыу теле, 34,9 % инглиз телен икенсе тел тип атаған[17]. Ике теллелек билдәләре ҡытай һәм инглиз телдәрендә Гонконгта бөтә ерҙә лә осрай. 1997 йылда суверенитет тапшырылғандан алып, Ҡытай материгынан иммигранттар ағымы арта. Ҡытай материгының рәсми диалекты булған путунхуаны ҡулланыу кимәле лә артҡан. Материк иҡтисады менән берләшеү путонгхуала һөйләшкән кешеләрҙең ихтыяжын тыуҙыра.

Ҡалған 5 % — ҡытай булмаған этник төркөмдәр, улар, аҙ һанлы булыуға ҡарамаҫтан, билдәле төркөм булып тора. Гонконгтың Көньяҡ Азия халҡы индеецтарҙан, пакистанлыларҙан, ә аҙ һанлы непалдарҙан тора. Һуғыштан ҡасҡан вьетнамдар Гонконгта даими йәшәүселәр булып киткән. Гонконгта яҡынса 140 000 филиппинлы йорт ярҙамсыһы булып эшләй. Индонезиянан да йорт ярҙамсылары бар, уларҙың һаны даими арта бара. Гонконгтың коммерция һәм финанс секторында шулай уҡ европалылар, американдар, австралиялылар, канадалылар, япондар һәм кореялылар эшләй.

Ҡалала йәһүдтәр һаны динамикаһы түбәндәгесә: 1921—100 кеше, 1954—250 кеше, 1968—200 кеше (шул иҫәптән 70 сефард һәм 130 ашкенази), 1998—2500 кеше, 2002 — 6000 кеше[18].

Гонконг — халыҡ һаны буйынса донъяла иң күп халыҡлы илдәрҙең береһе (бойондороҡло биләмәләр), халҡының тығыҙлығы бер квадрат километрға (31 декабрь 2017 йылғы мәғлүмәт) 6 700 кешенән ашыу тәшкил итә. Гонконг сиктәрендә донъяла иң күп халыҡлы утрау — Аплэйчау урынлашҡан.

Халҡы башлыса Цзюлундан һәм Гонконг утрауының төньяҡ өлөшөнән торған халыҡ тығыҙ йәшәгән биләмә үҙәгендә тупланған. Ҡалған урында халыҡ тығыҙлығы күпкә кәмерәк. Яңы биләмәләрҙә, Гонконг утрауының көньяғында һәм Лантау утрауында бер нисә миллион кешенең йәшәү кимәле тигеҙ түгел. Гонконгтарҙың күбеһе материктың Шэньчжэн ҡалаһында йәшәүҙе һәм Гонконгҡа эшкә барыуҙы өҫтөн күрә, унда хаҡтар күпкә түбәнерәк.


Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса 1 ғинуарға ҡарата халыҡ һаны[19]
1961 1971 1976 1981 1986
3 129 648 3 936 630 4 402 990 5 109 812 5 495 433
1991 1996 2001 2006 2011
5 674 114 6 217 556 6 708 389 6 864 346 7 071 576
2016
7 336 585
Халыҡ һанын баһалау[20]
12.2013 07.2014 12.2014 07.2015 12.2015
7 210 900 7 229 500 7 252 900 7 291 300 7 309 700
07.2016 12.2016 07.2017 12.2017 07.2018
7 336 600 7 377 100 7 391 700 7 413 100 7 451 000
12.2018 07.2019 12.2019 07.2020 12.2020
7 486 400 7 507 400 7 520 800 7 481 800 7 474 200

2012 йылға мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡының 19,6 проценты ярлылыҡ сигендә йәшәй. Улар өсөн төрлө социаль льготалар бар, әммә был дөйөм хәлде яҡшыртмай. Нигеҙҙә, балалы ғаиләләр һәм ҡарт быуын ярлы халыҡ категорияһына эләгә. Бөгөнгө көндә ҡалала «фәҡирлекте бөтөрөү» буйынса аныҡ программа юҡ, әммә дәүләт айырым саралар күрә, мәҫәлән, 2011 йылда эш хаҡы бер сәғәткә минималь күләме билдәләнгән, ул сәғәтенә 2,6 доллар тәшкил итә[21]. Ҡаланың тағы бер етди социаль проблемаһы — торлаҡ майҙанына ҡытлыҡ, атап әйткәндә, 5 кеше өсөн стандарт фатир майҙаны 25-28 квадрат метр тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта аш-һыу бүлмәһенә һәм мунсаға ни бары 2-3 квадрат метр ғына тура килә, ә торлаҡҡа хаҡтар бик юғары, ҡала халҡының социаль фатирҙарҙа яртыһы йәшәй[22]. 2014 йылға мәғлүмәттәр буйынса, фатир һатып алырға аҡсаһы булмаған ярты миллионға яҡын кеше «йәшниктәрҙә/ситлектәрҙә», майҙаны 1—2 квадрат метр булған бүлмәләрҙә йәшәй, шул уҡ ваҡытта фатир хаҡының тиҙ күтәрелеүе арҡаһында уларҙың һаны даими арта бара[23].


Халыҡтың тәбиғи үҙгәреше

үҙгәртергә

2016 йылдың июленән 2017 йылдың июленә тиклем бер ҡатын-ҡыҙға тыуғандарҙың уртаса һаны 1,125 кеше тәшкил итә[24][25][26]. Был донъяла иң түбән күрһәткестәрҙең береһе, 2,1-ҙән — даими халыҡ иҫәбен алып барыу өсөн кәрәкле кимәлдән — күпкә түбәнерәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ҡытай материгынан иммигранттар ағымы арҡаһында Гонконг халҡы артыуын дауам итә, 2017 йылдың июленән 2018 йылдың июленә тиклем миграция үҫеше 49 600 кеше тәшкил итә[27]. 2017 йылда Гонконгта уртаса ғүмер оҙонлоғо ирҙәргә — 81,7, ҡатын-ҡыҙҙарға — 87,7 йәш тәшкил итә[27]. Тыуым — 56 891 (2017), Тыуым — 7 67 (2017), үлем — 45 883 (2017), үлем — 6 19 (2017), тәбиғи үҫеш + 11 008 (2017), тәбиғи үҫеш +1,48 (2017), миграция балансы +26 000 (2017), миграция балансы +3 51 (2017)[28]

Транспорт

үҙгәртергә
 
Виктория ҡултығында паром

Гонконг үҙ эсенә йәмәғәт һәм шәхси транспортты алған ҡатмарлы, юғары үҫешкән транспорт системаһына эйә.

Метрополитен, ҡала яны һәм ҡала эсендәге электропоездарҙы (элекке Коулон—Кантон тимер юлы) берләштергән MTR тимер юл транспорты системаһынан тыш, йәмәғәт транспорты системаһына автобус бәйләнеше, утрау менән ҡаланың материк өлөшө араһында паром бәйләнеше, шулай уҡ йәнәшәләге утрауҙар, ике ҡатлы Гонконг трамвайы һәм ҡала үҙәген Виктория түбәһе менән тоташтырыусы фуникулер инә. Бынан тыш, транспорт сифатында Сентрал-энд-Вестерн һәм Мид-левелс райондарын тоташтырыусы бер нисә эскалатор күтәргес файҙаланыла.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Һоңкоңдың Төп ҡанунында, төбәктә ҡытай һәм инглиз телдәре рәсми телдәр булып тора, тип әйтелгән. Шул уҡ ваҡытта ҡытай теленең ниндәй һөйләше стандарт булғанлығы әйтелмәгән. Ҡытай материгында һөйләш телендә путунхуа стандарт һанала, ә яҙма телдә ябайлаштырылған иероглифтар ҡулланыла. шул уҡ ваҡытта Һоңкоңда бик күптән тулы иероглифтар һәм кантон теле стандарт булараҡ танылған.
  2. XIX быуатта Виктория-Сити Һоңкоңдың баш ҡалаһы тип һаналған, сөнки барлыҡ хакимиәт учреждениелары шунда урынлашҡан булған. Хәҙер иһә хөкүмәт биналары — Һоңкоңдың Үҙәк-Көнбайыш районында. (22°17′00″ так как 114°08′00″ кс. о. (G) (O)).
  3. Картала Гонконг һәм Коулун айырым күрһәтелһәлә, административ яҡтан бер ҡала .
  4. Гонконг бер ҡасан да бойондороҡһоҙ булмаған. Төрлө ваҡытта ул Ҡытай, Бөйөк Британия, Япония суверенлығында торған. В 1997 йылда Һоңкоң Ҡытай юрисдикцияһына күскән. Шул уҡ ваҡытта Һоңкоң автономия һанала һәм хатта формаль рәүештә етәксе лә һайлай ала.
  5. Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
  6. Population and Vital Events. Census and Statistics Department, Hong Kong Government (2010). Дата обращения: 22 май 2011. Архивировано 21 август 2011 года. 2007 йыл 9 июнь архивланған.
  7. Суперанская А.В. Словарь географических названий. М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2013. С. 36.
  8. Название Гонконг происходит от самоназвания территории на кантонском диалекте китайского языка — Хёнкон (Ҡалып:Lang-yue2), что в переводе означает «благоухающая гавань»: когда-то отсюда вывозили различные специи и благовония. Однако на официальном языке КНР путунхуа, основанном на северокитайском произношении, эти же иероглифы читаются Сянган. В русском языке иногда употребляется северокитайское чтение названия города (например, на всех официальных картах), однако наиболее частым по-прежнему остаётся Гонконг.
  9. Гонг-Конг // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  10. Mike Pompeo says Hong Kong is no longer autonomous from China, jeopardizing billions of dollars in trade — CNNPolitics
  11. Deutsche Welle (www.dw.com). Китай принял спорный закон о нацбезопасности Гонконга | DW | 30.06.2020. https://dw.com. Дата обращения: 25 апрель 2021.
  12. Land area of Hong Kong. Отдел переписи и статистики. Дата обращения: 16 октябрь 2018. Архивировано из оригинала 8 октябрь 2018 года. 2018 йыл 8 октябрь архивланған.
  13. Hong Kong in Figures 2020.
  14. Погода в Гонконге в реальном времени на русском языке. Hong-Kong.ru. Hong-Kong.ru (Ежедневно). 2015 йыл 6 май архивланған.
  15. People’s Daily. «People’s DailyLinks between SARS human genes.
  16. Austria. Дата обращения: 27 июнь 2017. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2018 года. 2018 йыл 11 декабрь архивланған.
  17. UCL.AC.UK. «UCL.AC. Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 3 февраль 2009 года. 2009 йыл 3 февраль архивланған.ICE Hong Kong.
  18. Архивированная копия. Дата обращения: 11 август 2015. Архивировано из оригинала 10 ғинуар 2016 года. 2016 йыл 10 ғинуар архивланған. С. 4
  19. www.censtatd.gov.hk. www.censtatd.gov.hk.
  20. www.censtatd.gov.hk. www.censtatd.gov.hk.
  21. В Гонконге впервые установлена черта бедности
  22. Жизнь в клеточку 2020 йыл 22 сентябрь архивланған.
  23. Квартиры-коробки на пике популярности в Гонконге
  24. Жизненные события 2017. www.statistics.gov.hk. Дата обращения: 23 октябрь 2018. Архивировано из оригинала 8 октябрь 2018 года. 2018 йыл 8 октябрь архивланған.
  25. «Hong Kong Total fertility rate», Index Mundi.
  26. The World Factbook. Дата обращения: 3 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 11 август 2013 года. 2013 йыл 11 август архивланған.
  27. 27,0 27,1 Гонконг в цифрах (ингл.) (PDF). Census and Statistics Department, Hong Kong Special Administrative Region. Архивировано из оригинала 23 октябрь 2018 года.
  28. Ежемесячный дайджест статистики в Гонконге. Census and Statistics Department, Hong Kong Special Administrative Region.