Ҡәйүмов Әлим Абдуллайән улы

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[

Ҡәйүмов Әлим Абдуллайән улы (3 июнь 1977) — опера йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[1].

Ҡәйүмов Әлим Абдуллайән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 3 июнь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Бөйҙө, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Әлим Абдуллайән улы Ҡәйүмов 1977 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ның Учалы районы Бөйҙө ҡасабаһында тыуған.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты вокал бүлегенең профессор М. Мортазина класын тамамлаған.

2004—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында солист булып эшләй.

2008 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһының Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист-вокалсы булып эшләй, был ваҡыт эсендә 20-нән ашыу партия йырлай.

Уның концерт репертуарында 230-ҙан ашыу әҫәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы

Конкурстарҙа үҙгәртергә

  • 1997 — "Ирәндек моңдары-97 " Республика башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсының II премияһы лауреаты (Сибай)
  • 2000 — «Уралым» Республика йыр башҡарыусылар конкурсының III премия лауреаты (Өфө)
  • 2002 — Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Асыҡ республика вокалистар конкурсының II премия лауреаты (Өфө)
  • 2003 — И. Шакиров исемендәге халыҡ-ара татар йырын башҡарыусылар конкурсының III премия лауреаты (Ҡазан)
  • 2004 — С. Сәйҙәшев исемендәге Төбәк вокалистар конкурсының II премия лауреаты (Түбәнге Кама)
  • 2006 — А. Солтанов исемендәге I башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар премияһы лауреаты (Учалы)
  • 2008 — Йәш башҡарыусыларҙың «Берҙәмлек көйҙәре» милли йыр фестиваль-конкурсы лауреаты (Һарытау)[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә