Стәрлетамаҡ тарихы
Тәүге иҫкә алыуҙар
үҙгәртергәСтәрлетамаҡ ҡалаһы тарихы XVIII быуатта башлана. Ун һигеҙенсе быуаттың 30-сы йылдарында Рәсәй империяһы хөкүмәте Өфөнән Ырымбурға тиклемге юлда почта станциялары (ямдар) ойоштора. Бындай станцияларҙың береһе Ашҡаҙар почта ямы була. Көньяҡ-көнсығыш сиктәрҙе нығытыу өсөн һәм Урал төбәген үҙләштереү маҡсатында Сенаттың оберсекретаре Кирилов Иван Орья йылғаһы тамағында Ырымбур ҡала-ҡәлғәһен төҙөү буйынса проект тәҡдим итә. Артабан Яйыҡ, Һамар һәм Һаҡмар буйҙарында ҡәлғәләр, редутталар һәм форпостар төҙөү күҙаллана, был берҙәм сик һыҙығын тәшкил итәсәк була. Проектта шулай уҡ, Башҡортостан менән идара итеү өсөн бер Өфө етерлек булмағанлығы күрһәтелә "шул тиклем кешеләре аҙ һанлы, башҡорттарға ҡаршы йөҙөнсө өлөшө лә юҡтыр ул". Шулай итеп, Башҡортостан ҡушылғас, Рәсәй бай ерҙәргә, һәм ҡыйыу башҡорт яуғирҙәренә эйә булыу мөмкинлеген ала. "Башҡорт яуғирҙәре шведтарға һәм поляктарға ғына түгел, ә төрөктәргә һәм ҡырымлыларға ҡаршы көрәштә лә ышаныслы хеҙмәт иттеләр", тип күрһәтелә.
И. К. Кириловың проектың Сенат 1734 йылдың 1 майында хуплай һәм уға "Рәхимле апробация " бирелә. 1734 йылда Ырымбур экспедицияһы Ҡазан аша Яйыҡҡа юллана һәм 1734 йылдың көҙөндә Өфөгә килеп етә. 1735 йылдың апрелендә экспедиция Өфөнән Орья йылғаһы тамағына сығып китә һәм унда августта килеп етеп, ҡәлғәғә нигеҙ һала. Ҡәлғә төҙөүҙән тыш И.К.Кириловҡа шулай уҡ Өфөнө һәм Ырымбурҙы бәйләүсе почта стацияһын бер көн үтәрлек арала (20-30 саҡрым) ойоштрорға кәрәк була. Бындай станцияларҙың береһе Ашҡаҙар почта ямы була. Әммә күренекһеҙ почта станцияһының киләсәген Ырымбур трактында почта ташыу билдәләмәй. Ашҡаҙар ямының киләсәген XVIII быуат уртаһында Башҡортостандың таулы райондарында ҙур тиҙлек менән төҙөлә башлаған металлургия заводтары билдәләй.
Металлугия заводтары уртаһанда ҡамалып ҡалған Ашҡаҙар ямы билдәле коммуникация үҙәгенә әүерелеп, төбәктең административ һәм сәнәғәт үҙәктәрен бәйләй. Был инде яңы транзит тоҙ пристанының урынын һайлауға йоғонто яһай.
Стәрлетамаҡ XVIII быуатта
үҙгәртергәXVIII быуаттың уртаһында, көнсығыш Башҡортостанда металлургия заводы төҙөү арҡаһында, ям мөһим коммуникация үҙәгенә әүерелә, шуға күрә бында тоҙ пристаненә нигеҙ һалына. Сауҙагәр Савва Тетюшев (уны ҡайһы бер сығанатар Һамар, икенселәре – Симбирск сауҙагәре, ти) Ашҡаҙар йылғаһында Стәрле йылғаһы тамағында тоҙ пристане һалырға тәҡдим итә. Стәрле йылғаһы ярында шул уҡ исемдә ауыл да урынлашҡан була. Почта ямы Ашҡаҙар пристане тип атала, ә 1766 йылдың август тирәһенән — Стәрлетамаҡ почта ямы.
Савва Тетюшевтың проекты яңы тоҙ пристанын төҙөп Рәсәйҙең үҙәк райондарына бер миллион бот тоҙ ташыуҙы күҙаллай (был Табын һәм Бөгөлмә ҡасабаларынан тыш). "Ашҡаҙар йылғаһы Ағиҙелгә ҡоя, шулай итеп тоҙ суднолар менән оҙатыласаҡ", тип белдереүе хөкүмәт тарафынан патриотик башланғыс тип баһалана. 1765 йылда пристань төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә һәм С. Тетюшев "Илецк тоҙон сығарыу һәм оҙатыу буйынса директор" итеп тәғәйенләнә. Проектта Ашҡаҙар йылғаһында Стәрле йылғаһы тамағында шлюздар (караптарҙы үткәрә торған гидротехник ҡоролма) төҙөү күҙаллана, ә өҫтәрәк - барактар төҙөү өсөн ағас бысыу тирмәне. Проектты раҫлауға, финанс мәсәләләрен хәл итеүгә, бысыу тирмәһен һәм барактарҙы төҙөтөр өсөн таныштар, төҙөлөш материалдары эҙләүгә тотошлайы менән 1765 йыл сарыф ителә. Тоҙҙо Илецкийҙан Ашҡаҙарға сығарыу менән Ырымбур губернаторы А.А.Путягин күҙәтеүе аҫтында башҡарылырға тейеш була. Ашҡаҙар ямында тоҙҙо ҡабул итергә Губернатор Ырымбур полкы капитанын Иван Пануринды тәғәйенләй. 1766 йылдың август айында Ашҡаҙарҙың һул ҡушылдығы Стәрле тамағынан йыраҡ түгел урынлашҡан пристань Стәрлетамаҡ исемен ала.
Савва Тетюшевтың проекты проект ҡына булып ҡала. Йыл һайын Стәрлетамаҡ пристаненә 350 мең боттан артмаған тоҙ ташыла. Халыҡ һанының әҙ булыуы, ауыр тәбиғәт шарттары, караптар йөрөү миҙгеленең ҡыҫҡа булыуы, урманды сикһеҙ ҡырҡыу, түрәләрҙең финанс енәйәттәре арҡаһында тоҙ ташыу күләме кәмей һәм тик урындағы әһәмиәткә генә эйә булып ҡала. Пугачев болаһы - Стәрлетамаҡ ҡалаһы тарихының иң фажиғәле биттәренең береһе.1774 йылда Чики Зарубин һәм Качка (Каскын) Самаров Стәрлетамаҡ пристанен баҫып алалар, ул биш ай баш күтәреүселәр контроле аҫтында ҡала. ҡушыла. Әммә улар П.М. Голицин етәкселегендәге көслө хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡыҫымы аҫтында сигенергә мәжбүр булалар һәм пристанде ҡалдырып китәләр. Пугачев көрәштәше Хлопуша Стәрлетамаҡ тоҙ пристанен яндыра һәм уны ҡалдыра.
Был ваҡиғаларҙан һуң тоҙ ҡайтанан тергеҙелгән Стәрлетамаҡ пристаненән генә оҙатыла һәм ул бөтә тоҙ хәрәкәтен контролдә тотоусы административ үҙәккә әүерелә. Ихтилал баҫтырылғандан һуң, Империя хөкүмәте төбәк менән идара итеү ысулын үҙгәртә. Стәрлетамаҡ өйәҙ үҙәге булып китә һәм 1781 йылда ҡала статусы ала. Был ваҡыттан алып Стәрлетамаҡ ҡала һәм административ үҙәк булараҡ үҙенең яңы тарихын башлай. Стәрлетамаҡ Өфө губернаһына ингән һигеҙ өйәҙҙең береһенең үҙәгенә әүерелә. 1782 йылда императрица Екатерина II ҡала гербын раҫлай: "Ҡалҡандың өҫкө өлөшөндә Өфө гербы - көмөш яланда йүгереүсе һыуһар, бындай йәнлектәр билдәһе байтаҡ. Түбәнге өлөшөндә – зәңгәр баҫыуҙа йөҙөп йөрөгән көмөш өс ҡаҙ, бындағы ҡоштарға бөйөк муллыҡ билдәһе". 1786 йылда Стәрлетамаҡта 142 йорт иҫәпләнә, шуларҙың 96-һында хеҙмәт итеүсе һәм отставкалағы хәрбиҙәр, 3 — канцелярия хеҙмәткәре, 5 — сауҙагәр, 1 — дин әһеле, 37 — төрлө дәрәжә кешеләре теркәлгән була. Торлаҡ йорттарҙан башҡа ҡаҙна йорттары ла була: суд ултырышы йорто һәм сиркәү, 5 сауҙа кибете, 4 тоҙ склады, 2 аҙыҡ-түлек өсөн склад.
XVIII быуаттың аҙағына тиклем Стәрлетамаҡта төҙөлөш бер ниндәй ҙә план менән алып барылмай, тик 1794 йылда ғына һәм ҡала төҙөлөшө планы раҫлана. Уға ярашлы төньяҡтан һәм көньятан соҡорҙар ҡаҙып урҙар төҙөү, ағастан ғибәҙәт биналар күтәреү ҡаралған: бөтә әсәләр исеменән Ҡазан иконаһы Изге әсә исеменән сиркәү һәм мәсет. Ҡала ситендә төрмә төҙөлгән.
Стәрлетамаҡ яйлап пристань статусын юғалта һәм үҙҙәренең магазиндары, келәттәре, эсемлек йорттары менән сауҙагәр ҡалаға әйләнә. Бында тире эшкәртеү, араҡы һәм һыра һ.б. етештереүсе предприятиелар барлыҡҡа килә.
1798 йылда өйәҙ ҡалаһы Стәрлетамаҡта 675 кеше иҫәпләнә. Стәрлетамаҡ өйәҙендә крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлгәнгә тиклем, иң абруйлы алпауыттар булып Левашов (Левашовка. ауылы, хәҙер ҡала составында), Михайлов ( Михайловка ауылы, хәҙер "Михайловский" биҫтәһе), Белоусов ( Белоусово утары, шәхси сектор булып 2001 йылдан ҡалаһы составына инә) иҫәпләнә. Ҡалала бик күп шәхси предприятиелары һәм төрлө кустар етештереүсе һөнәрселектәр (күн етештереү, он тартыу, араҡы, һыра етештереү) үҙеш алалар. Стәрлетамаҡ ҡалаһының билдәле сауҙагәрҙәре — сауҙагәрҙәр Усманов/Усман/, Үтәмешов/Үтәмеш/, Баязитов/Баязит/, Ғәбитов/Ғәбит/, Ҡайғолов/Ҡайғол һәм башҡалар. Крепостной хоҡуҡты бөтөргәндән һуң, ҡала һан һәм биләмә буйынса һиҙелерлек арта, эре етештереүсе тармаҡтар барлыҡҡа килә.
XIX быуат
үҙгәртергә19 быуат башында Стәрлетамаҡ ҡалаһы сауҙа ҡалаһы булараҡ үҫеш. Сауҙагәрҙәр ҡатламы халҡтың етенсе өлөшөн тәшкил итә, һәм был һан Өфө губернаһы ҡалалары өсөн көтөлмәгәнсә юғары була. Бөтә Өфө губернаһы сауҙагәренең яртыһы Стәрлетамаҡта йәшәгән. Стәрлетамаҡ өйәҙ сауҙагәрҙәре бөтә Ырымбур губернаһы ҡалалары, Волга буйы, Себер, Урта Азия сәүҙәгәрҙәре менән тотроҡло бәйләнештә була. Октябрь һәм февраль айҙарында ҡалала йәрминкәләр үткәрелә.
1824 йылдың сентябрь башында Ырымбурҙан Өфөгә сәфәр мәлендә Стәрлетамаҡта бер нисә сәғәткә император Александр I туҡтап китә. Уның сәфәренең төп маҡсаты булып Урал тауҙарының заводтарын ҡарау. Монархты халыҡ сиркәүҙә сәләмләй, сәләмләү һүҙҙәрен еткерерү дин әһеле Федор Иванович Базилевскийға йөкмәтелә. Батша өсөн ҡала тураһында мәғлүмәт йыйыла. Рәсми хәбәрҙә: Стәрлетамаҡта 2490 кеше өсөн 298 ағас йорттар бар, "ҙур фабрикалар юҡ, иғтибарға лайыҡ биналар юҡ", тип белдерелә.1831 йылда Стәрлетамаҡ тарихында тәүге тапҡыр холера эпидемияһы ҡабына. Йәйге өс айҙа 368 кеше вафат булып ҡала. 1834 йылдың ҡышында "ҡарау етешмәгәнлектән" ағас сиркәү яна. Сауҙәгәрҙәрҙең һәм ҡала халҡының иғәнәләренә Ҡаһан иконаһы Изге әсә исемендәге таш собор төҙөйҙәр. Уға 1837 йылда нигеҙ һалына, төҙөлөш 1864 йылда тамамлана. Ысынлап та ҡаланың архитектура үҙәгендә, соборҙа биш көмбәҙ ҡуйыла: ҙуры үҙәктә һәм бәләкәйҙәре дүрт мөйөштә. Йәнәш дүрт ҡат манара тора. Собор һәм уның эргә-тирәһе суйын кәртә менән уратылған. Алтмышынсы йылдарҙа башланған административ реформа һөҙөмтәһендә 1865 йылдың 5 майында өфө губернаһы Стәрлетамаҡ Өфө губернаһының өйәҙ ҡалаһы һанала башлай, ә 1798 йылдан алып 1865 йылға тиклем Ырымбур губернаһына ингән.
1870 йылда Дума һәм ҡаланың идаралыҡ бинаһы төҙөлә.
Стәрлетамаҡта бер ҡатлаулы, ағас өйҙәрҙән һәм биналарҙән торған ҡалала 6 православие һәм 5 мосолман ғибәҙәтханалары, ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы һәм реаль училище, 6 табип һәм 18 предприятие була. Был осорҙа 40 процентҡа яҡын стәрлетамаҡлылар ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ, шәхси ылаусылыҡ һәм ҡара эштәр менән шөғөлләнәләр. Ҡалала күп һанлы һөнәрселек кәсебе үҫешә - быйма баҫыу, туң май ҡайнатыу, тире иләү, балауыҙ һуғыу, көршәк яһау, буяу цехы, ҡайыш һәм еп-йышыу, балтасылыҡ. 19 быуат аҙағында ҙур он тирмәне эшләй башлай, уны 145 ат көсө ҡеүәтендәге двигатель эшләтә. Стәрлетамаҡта күн эше 18 быуаттың 90-сы йылдарында Мәскәүҙән күсеп килгән старообрядсылар тарафынан юлға ҡуйылған була. 19 быуат уртаһында Стәрлетамаҡ күн етештереү үҙәгенә әүерелә. Бында тупаҫ табандар яһайҙар, шулай уҡ итек һәм тун өсөн тире эшкәртәләр – йылына 15 мең данаға тиклем. Күн етештереүҙең дөйөм күләме йылына 150-200 мең һумға етә. Ҡаланың бүтән төр сәнәғәте (кирбес, ҡайнатыу һәм башҡа) йылына 25 мең һум тауар биргән.
Стәрлетамаҡ аша әсирҙәр этабының мөһим Өфө тракты үтә. Бында ул өс йүнәлештә тармаҡлана: Ырымбур, Верхнеуральск һәм Бәләбәй. Шуға күрә Стәрлетамаҡтың ғибәҙәтханан ҡала икенсе иҫтәлекле урыны - үткәрмә төрмә бинаһы.
ХХ быуат башында
үҙгәртергәЕгерменсе быуат Стәрлетамаҡ сәнәғәт предприятиеларының эшенә мөһим үҙгәрештәр индерә. Ҡул хеҙмәте менән бергә машиналар ҡулланыла. 1906 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәүге тауышһыҙ француз фильмын күрһәтелә. Фильмды ҡарау "Мираж" электртеатрында ойошторола , ул сауҙәгәр Езерцов, Кузнецов һәм Аверьянов тарафынан төҙөлгән. 1908 йылда Стәрлетамаҡ тарихына ҙур янғындар йылы булараҡ инеп ҡала. Утлы ҡойон бик күп ағас йорттарҙы юҡ итә. 1910 йылда ҡала холера. эпидемияһын кисерә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында футбол 1912 йылда барлыҡҡа килгән — ҡала йыйылма командаһы һәм тире эшкәртеү завод командалары араһында матч үтә. 1915 йыл ике күн заводтары, биш он тирмәндәре, биш таҡта ярыу цехтары, пар двигателдәренә эйә булалар; шырпы фабрикаһы, ике суйын заводы, спирт-араҡы, һыра етештереү, бер нисә мал һуйыу урынындары асыла; ҙур булмаған етештереүселәр менән эшләүсе тегенсе, картуз-кәпәс, һарыҡ тиреһенән тун тегеү кеүек ҙур булмаған производстволар эшләй. Уҙған быуат аҙағында уҡ, 1898 ййылда, ерҙе файҙаланыу буйынса белгес Т. Афанасьев тәүге тапҡыр урынды топографик төшөрә һәм ҡала төҙөлөшөнөң планын эшләй.
Стәрлетамаҡ үҙҙәренең ғөрөф -ғәҙәттәре менән айырым биҫтәләрҙән - ҡасабаларҙан торған: үҙәк өлөштә өс майҙан (Йәмиғ — хәҙер Киров исемендәге парк, Баҙар — "Салауат" кинотеатры, Йәрминкә — "Каучук"стадионы ) һәм төп урамындағы биш (Дворяндар — хәҙер Тыныслыҡ урамы, Сиркәү — Комсомол урамы, Ҙур Завод — К. Маркс урамы, Ашҡаҙар — Халтурин урамы, Миллион — Сакко һәм Ванцетти урамы ), шулай уҡ Сайгановка, Качкарник, Завод, Выселок, Заашкадарья һ. б. ҡасабалар. Был ҡасабаларҙың һәр береһе ике-өс урамдан тора, ә уның кешеләре, ҡағиҙә булараҡ, бында төҙөлгән предприятиеләрҙә эшләйҙәр, малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнәләр.
Стәрлетамаҡ Октябрь революцияһынан һуң
үҙгәртергәЛенин – Троцкий Октябрь түңкәрелешен нигеҙҙә стәрлетамаҡлылар дошмандарса ҡаршылай. Большевиктәр тик Өфө ҡалаһы һуғышсылары ярҙамы менән генә ҡаланы алыуға өлгәшәләр. Граждандар һуғышы ваҡытында Стәрлетамаҡ ҡалаһы бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә, һәм аҡ террорҙан да, ҡыҙыл террорҙан да яҡтан ситтә ҡала алмай. 1918 йылдың 12 июленән 22 декабренә ҡәҙәр ҡала аҡ чеховсылар һәм халыҡ армияһы КОМУЧ ҡулында булған,1918 йылдың 28 сентябрендә Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ Совет власын ойоштороусы активистарҙы аҡгвардееецтар атып үлтерәләр. Өфө трактынан 5 саҡрым арала һәйкәл ҡуйылған. 1919 йылдың 5 апреленән 25 майға тиклем ҡалаға колчаковсылар инә. Граждандар һуғышы осоронда Стәрлетамаҡ ҡала халҡы ныҡ кәмей (ҡала буйынса аныҡ мәғлүмәт юҡ - Башҡортостан бер сиреге кәмегән). 1919 йылдың авгусында Стәрлетамаҡ Башҡорт автономияһының баш ҡалаһы була. Шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тарихта беренсе Башҡорт драма театры асылған. 1922 йылдың июнендә баш ҡала Өфөгә күсерелә.
1921 - 1922 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡот осҡос аслыҡ булған. Был - Стәрлетамаҡ тарихында иң ҡара биттәрҙең береһе. Айырым көндәрҙә Стәрлетамаҡ урамдарында аслыҡтан вафат булған 30-лап мәйет йыйғандар. 1921 йылдың августынан 1922 йылдың апреленә ҡәҙәр Стәрлетамаҡ кантонында аслыҡтан 15 000-дән артыҡ кеше вафат була.
1922 йылдың декабрендә Стәрлетамаҡта электр барлыҡҡа килгән – ҙур булмаған электр станцияһы эшләй башлай. Яйлап большевиктәр тарафынан милләтләштерелгән күн заводтары, он тирмәне һәм таҡта ярыу эштәре көйләнә. Өс завод базаһында һарыҡ тиреһе- күн заводы, бер нисә ағас эшкәртеү предприятиеләре бер урман заводына берләштерелә. 1924 йылда ҡалала крайҙы өйрәнеү музейы асыла.
1930 йылда Стәрлетамаҡ ҡала советы 1960 йылға тиклем 30йыллыҡ перспективалы үҫтереү планын раҫлай. Был осорҙа ҡала халҡы 24 мең иҫәпләнә. Төнгө санаторийы һәм поликникаһы булған туберкулез диспансеры асыла.
1930 йылда Стәрлетамаҡ районы барлыҡҡа килгән. 1932 йылдың 16 майында Стәрлетамаҡтан көньяҡ-көнсығыштараҡ, төҙөләсәк Ишимбай ҡалаһы биләмәһендә, нефть сығара башлайҙар. Артабан Ишембай ҡалаһы Икенсе Баҡы титулын ала. Һуғыш алдынан Стәрлетамаҡта сәнәғәт йылдам үҫә. Икмәк заводы элеватор, кислород заводы, промысла артелдәре төҙөлә. Ремонт-механик быраулау ҡорамалдары заводын төҙөү башлана. Ҡалала "Башнефть" тресы идараһы һәм уның ярҙамсы предприятиелары урынлаша. Һәм тимер юлдар төҙөү мәсьәләләрен хәл ителеп, беренсе состав 1934 йылдың 30 сентябрендә ҡалаға килә. 1936 йылда Өфө, Ырымбур һәм башҡа бер нисә пункттар менән даими автобус бәйләнеше асыла.
1939 йылға Стәрлетамаҡта дөйөм ҡеүәте 790 киловаттҡа торошлоҡ иткән 10 энергия ҡоролмаһы була. 1932 йылда ҡала йорттарында радио, ә 1936 йылда тәүге тауышлы кино ҡулайламаһы күренә башлай.
Өлкәндәр араһында наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса ҙур эш алып барыла, уҡыусылар һаны һиҙелерлек арта, профессиональ педагогик кадрҙар талап ителә. Ошо маҡсат менән 1926 йылда ҡалала башҡорт педагогия техникумы асыла. Мәктәп йәшендәге балаларҙың барыһы ла тиерлек уҡыуға йәлеп ителәләр. 1940 йылға 18 урта, тулы булмаған урта, башланғыс мәктәптәр эшләй. 1932 йылда нефть техникумы асыла, ә 1935 йылда медицина фельдшер-акушерлыҡ училищеһы. Китаптарҙың һаны һәм китапханалар селтәре үҫә. 6 ясле, 10 балалар баҡсаһы һәм йәш балар йорто эшләй.
Стәрле йылғаһының һул ярында Тыныслыҡ, Совет, Баҡса, Сакко һәм Ванцетти урамдарында нефтселәр өсөн йорттар үҫеп сыға. Күп кенә мәктәптәр өсөн ике ҡатлы кирбес биналар һалына.
1939 йылда Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу буйынса Стәрлетамаҡта 37953 кеше йәшәгән.
Стәрлетамаҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда
үҙгәртергәБөйөк ватан һуғышы йылдарында Стәрлетамаҡҡа оккупацияланған райондарҙан заводтар эвакуациялана. Ҡалаға күп ҡасаҡтар килә –халыҡ һаны 38 меңдән 70 меңгә арта. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм райондарынан 16 мең кеше фронтҡа китә. Уларҙың 8500-ҙән ашыуы һуғыш яландарында һәләк булғандар. Стәрлетамаҡ Советтар Союзы геройҙары һаны буйынса рекорд ҡуя. Ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейы ошо һанды атай: Башҡортостандың данлы улдары араһында, был юғары исемгә лайыҡ булған, 24 стәрлетамаҡлы бар. Был республиканың башҡа теләһә ҡайһы ҡала йәки райондарына ҡарағанда күберәк.
Һуғыш башында Стәрлетамаҡ штаттан тыш район ҡалаһы була, ә еңеүҙе эре сәнәғәт үҙәге булараҡ ҡаршылай. Һуғыш йылдарында ҡалала сәнәғәт революцияһы үтә. 1941 йылға тиклем Стәрлетамаҡта 2 эре предприятие иҫәпләнә - тире заводы һәм он комбинаты. 1941 йыл аҙағында ҡалаға көнбайыштан эвакуацияланған заводтар һәм фабрикалар килә башлай: Одесса станоктар эшләү заводы, Славянск һәм Донецк сода заводы, Волховский, Яңы - Подольский һәм Брянск цемент заводтары, комиссариаттың яу ҡорамал заводы, "Ҡыҙыл пролетарий" исемендәге Баҡы заводы, шәкәр заводы. Мәскәүҙән Стәрлетамаҡҡа күн - аяҡ кейемдәре комбинаты күсерелә. 1941 йылдың икенсе яртыһында "Башнефтеразведка" тресы ҡалаға эвакуациялана.
Стәрлетамаҡ һуғыштан һуңғы осорҙа
үҙгәртергә1952 йылда Стәрлетамаҡ өлкәһе булдырыла. Әммә был эксперимент уңышһыҙ килеп сыға, һәм 1953 йылда ул тарҡатыла. 1961 йылда ҡалала троллейбус линияһы эшләй башлай. Ошо уҡ йылда "Содовик" футбол клубы асыла . Команданың тарихы - ҡаланың спорт тормошонда иң сағыу була. 60-сы йылдарҙа «Салауат» һәм «Искра» кинотеатрҙары файҙаланыуға тапшырыла. 1967 йылдың 9 МАЙында Стәрлетамаҡ тарихында мөһим ваҡиға булып үтә. Бөйөк Ватан һуғышында һуғыш яландарында ятып ҡалған стәрлетамаҡлылар иҫтәлегенә мәңгелек ут ҡабыҙыла. Һәйкәл авторҙары: скульптор М. Шабалтин һәм архитектор Б. Милютин.
1973 һәм 1974 йылдарҙа ҡаланан көнбайышҡа 22 км алыҫлыҡта ике ер аҫты ядро шартлауы башҡарыла, һәр береһенең ҡеүәте 10 килотоннаға тигеҙ. Шулай барлыҡҡа килгән ер аҫты бушлығын гиганттар «Сода» һәм «Салауатнефтеоргсинтез» заводтары етештереү ҡалдыҡтарын ташлау өсөн тотоналар. 2014 йылда ике резервуар ҙа тулған. 60 - сы - 80 – се йылдарҙа ҡаланың дәррәү үҫешкән осоро.Яңы сәнәғәт предприятиеләре, торлаҡ йорттар, уҡыу йорттары, мәктәптәр, больницалар сафҡа индерелә.
Хәҙерге осор
үҙгәртергә80 – се йылдар аҙағына Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн ауыр осор башлана. Стәрлетамаҡ ҡалаһының яңы тарихы – ул система кризисы менән көрәш. Ҡала сәнәғәте тәрән тарҡалыу кисерә. Күп кенә предприятиеләр бөтөнләйе менән, йәки тулы көсөнә эшләмәй. Ҡаланың иҡтисад өлкәләрендә ялланған эшсе көстәрҙе бүлеү уҙғарыла. Юғары хаҡтар түбән эш хаҡтары менән сикләшәләр. Ҡаланың эре предприятиеләрендә ("Синтез-Каучук" ААЙ-һы , "Стәрлетамак нефтехимия заводы" ААЙ-һы , "Каустик" ААЙ-һы ) түбән эш хаҡтары урынлаша. Спорт мәҙәниәт булараҡ үҫешмәй, сөнки йәштәр бындай хәл менән килешмәйсә, ҡаланан күпләп китә башлайҙар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт о Стерлитамаке
- История Стерлитамака, фотографии старого города, памятные места
- bashkir.info 2010 йыл 31 ғинуар архивланған.
- [1]
- ВЕСЬ СТЕРЛИТАМАК - История города 2011 йыл 18 ноябрь архивланған.
- История далекая и близкая 2016 йыл 4 март архивланған.
- фотографии старого Стерлитамака
- История, достопримечательности, климат, рекреационные и туристические ресурсы, фотогалерея Городов России