Стригой
Стригой (румын. strigoi, молдаван телендә стрига[1]) — молдавия һәм румын мифологияһында вампир, сихырсы[2], уғааҫылынып үлгән кешеләр әүерелә[3].
Стригоайка (рум. strigoaică) — убырлы ҡарсыҡ, сихырсы. Румынияның ҡайһы бер өлкәләрендә стригойҙарҙы морой тип атайҙар.
Исемдең этимологияһы
үҙгәртергәСтригой һәм стригоайка һүҙҙәре румын телендәге strică (убырлы ҡарсыҡ, өкө-өсмөйөш битле ябалаҡ) һүҙенән килеп сыҡҡан, ул үҙ сиратында латин телендәге strix һүҙенән килә. Был һүҙ шулай уҡ өкө, ябалаҡ тигәнде аңлата, ул, Боронғо римлеләрҙең ышаныуы буйынса, балаларҙың ҡанын һура.
Стригойҙар тураһында
үҙгәртергәРумын мифологияһы стригойҙарының сәсе — ҡыҙыл, күҙе — зәңгәр һәм ике йөрәге бар. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың тышҡы ҡиәфәте буйынса төрлөсә булырға мөмкин. Яуыз рухлы кешеләр стригой булып китә улар үлгәндән һуң ҡәберҙән сыға башлайҙар, кешеләрҙең ҡанын эсәләр, ғазаплайҙар. Стригойҙың төп билдәһе — ерләнгән кәүҙәнең сереү билдәләре булмауы. Шулай уҡ, уны үлтерергә маташҡанда, ул хәрәкәтләнә, тауыш сығара башлай, тигән мәғлүмәттәр бар. Стригойҙы эҙләү өсөн зыяратта атты ҡәберҙәр аша йөрөтәләр. Әгәр ат, ҡәбер аша үтергә теләмәһә, был ҡәберҙә стригой бар, тип иҫәпләнә. Уны үлтереү өсөн, уның башын ҡырҡып, йөҙтүбән һалалар. Шулай уҡ йөрәген ҡырҡып алып яндырылар йәки йөрәккә таяҡ ҡаҙайҙар. Ғәҙәттә, ҡаҙыҡ ағастан була.
Башҡа халыҡтарҙың мифологияһы менән бәйләнеш
үҙгәртергәСтрига (поляк. strzyga) Карпат-Балҡан демонологияһы персонажы, төп һыҙаттары буйынса сихырсы менән тап килә. Уға ышаныуҙар Словакияла, Көньяҡ Польшала, Словенияла, Хорватияла билдәле. Подгале өлкәһе поляктары иҫәпләүҙәре буйынса, стрига яуыз сихырсы, башҡаларҙың һыйырҙарынан һәм һарыҡтарынан һөт урлай, йоҡлап ятҡан балаларға һөжүм итә һәм уларҙың ҡанын эсә, кешеләргә һәм малға ауырыуҙар ебәрә ала. Көнбайыш украин һәм словак диалекттарында стригой тип төн күбәләген атайҙар һәм уны йоҡлап ятҡан ҡатындың тәненән кешеләргә зыян килтереү өсөн осоп сыҡҡан сихырсының йәне тип иҫәпләйҙәр. Шуның менән бергә, стрига һүҙе йыш ҡына үлгән кешенең рухын, вампирҙы, төнгө өрәкте йәки үлгән сихырсының йәнен аңлата. Белорустар уны йөклө ҡатындарға дошман булған һәм төндә баланы урлай йәки алмаштыра алған рух тип иҫәпләй. Словактар ҡырҡындыны изге Люция көнөнөң төн уртаһында табут таҡтаһындағы ботаҡ тишеге йәки сиркәү ишегенең йоҙағы аша күрергә мөмкин тип ышанған[4]. Словактарҙың ышаныуҙары буйынса, стригтар айырыуса изге Люция көнөнән (13.XII) Раштыуа байрамына тиклем осорҙа кешеләр өсөн хәүефле.
«Стрига» һүҙе славяндар тарафынан көнсығыш роман телдәренән үҙләштерелгән[5].
Урыҫ Төньяғының һәм Волга буйының ҡайһы бер райондарында «стрига» термины билдәле (күрәһең, «стричь» ҡылымынан). Сихырсы (https://ru.wikipedia.org/wiki/Пережины) Иван Купала төнөндә, үҙ файҙаһына уңыш алыу өсөн, барыһынан да йәшерен рәүештә башаҡтарҙы ҡырҡып сыға.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Вампир
- Вампирҙар фольклорҙа
- Штамм — америка драма хоррор-сериалы, төп антигеройы — стрига.
- Вампирҙар академияһы — үҫмерҙәр өсөн китаптар серияһы, төп персонаждары — стригойҙар һәм моройҙар.
- Стригой — 2009 йылғы румын фильмы, хоррор жанрындағы сәйәси сатира.
- Armata Strigoi (һүҙмә-һүҙ «Стригойҙар армияһы») — немец пауэр-метал төркөмө йыры (2015).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Димитрий Кантемир. Описание Молдавии 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Зеленчук, 1959, с. 59
- ↑ Зеленин, 1995, с. 303
- ↑ Толстая С. М. Магические способы распознования ведьмы 2021 йыл 4 февраль архивланған. // Studia mythologica slavica I, 1998 — С. 143
- ↑ Валенцова М. М. Словацкая мифологическая лексика на общеславянском фоне (этнолингвистический аспект) // Славянское языкознание. XV Международный съезд славистов. Минск, 21-27 августа 2013 г. Доклады российской делегации 2021 йыл 5 февраль архивланған. — М.: Индрик, 2013. — С. 426
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Зеленин Д. К. Избранные труды. Очерки русской мифологии: Умершие неестественною смертью и русалки. — М.: Индрик, 1995. — 432 с. — (Традиционная духовная культура славян. Из истории изучения). — ISBN 5-85759-018-3. Архивная копия от 23 февраля 2014 на Wayback Machine
- Зеленчук В. С. Очерки молдавской народной обрядности (XIX, начала XX вв). — Кишинёв: Картя молдовеняскэ, 1959. — 94 с.
- Strigoi // Dicţionarul explicativ al limbii Române — Academia Română, 1998. (рум.)
- Strigoaica // Dicţionarul explicativ al limbii Române — Academia Română, 1998. (рум.)