Өрәк
Өрәк (рус. привидение, башҡортса өрөү һүҙенән) йәки ҡот — яҡты донъянан үҙ үлеме менән китмәгән кешенең янында йәшәүсе зат[2]. Күп халыҡтарҙың мифологияһында бар.
Өрәк | |
![]() | |
Ҡайҙа өйрәнелә | призракология[d] |
---|---|
Хештег | ghost[1] |
Викимәғлүмәт документацияһы | for ghosts from a work of fiction see Q30061299 |
![]() |
Өрәк — шәүлә, кәүҙәләнеш, һын булып күренә, үҙ үлеме менән үлмәгән кешенең йәне. Өрәк кешегә оҙон буйлы, аҡ кейемле кеше булып күренә[3].
Миф буйынса, кеше уны шым ғына алға атлап барыусы башҡа кеше йәки күләгә рәүешендә күрә ала. Шулай уҡ өрәк болот ҡиәфәтен дә ала тип иҫәпләйҙәр.
Ышаныуҙара ҡарағанда, өрәк кеше үлгән йәки ерләнгән урындарҙа йәшәй. Кеше мәйетен үтеп барыусы тере кешеләргә күрһәтергә теләп, йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡыра. Ә кеше уның яҡындан күрергә теләһә, шунда уҡ юҡҡа сыға.
Башлыса кеше үлтереүселәрҙе эҙәрлекләй, ишеккә туҡылдатыуы һәм илауы менән уларҙың күңеленә ҡурҡыу һала. Бындай ғәмәлдәре менән Өрәк уларҙы тыныслыҡтан мәхрүм итә, аҡылдан яҙыуға, үҙ-үҙенә ҡул һалыуға килтерә.
Башҡорт телендә ҡурҡыу осрағында «ҡот осоу» тип әйтелә. Йәғни, ышаныуҙар буйынса, ҡот (өрәк) һәр бер кешелә лә бар булып сыға.
Бөгөнгө башҡорт әҙәби телендә өрәк һүҙе урынына, фарсы теленән кергән йән һүҙе ҡулланыла. Өрәктәргә ышаныуҙар Ислам дине таралғансы уҡ барлыҡҡа килгән тип һығымта яһалған.
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ Ghost Memes and Images - Imgur
- ↑ УРЯК, мифологический персонаж
- ↑ Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. — М.: Наука, 2010. — 452 с. — ISBN 978-5-02-037580-2
Һылтанмалар үҙгәртергә
- УРЯК, мифологический персонаж
- Хисамитдинова Ф. Ғ. Өрәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡорт халыҡ ижады. 1-16 том.
- Татар мифтары (рус.)