Стефан Саркотич
Стефан Саркотич фон Ловчен (нем. Stephan Sarkotić von Lovćen; 14 октябрь 1858 йыл — 16 октябрь 1939 йыл) — Австро-Венгрияның сәйәси һәм хәрби эшмәкәре, генерал-полковник (1917), милләте хорват.
Стефан Саркотич фон Ловчен | ||||
нем. Stephan Sarkotić von Lovćen | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
1914 йылдың 22 декабре — 1918 йылдың 3 ноябре | ||||
Алдан килеүсе: | Оскар Потиорек | |||
Дауамсы: | вазифа бөтөрөлгән | |||
Тыуған: | 14 октябрь 1858 Оточац ҡалаһынан алыҫ түгел Синац ауылы, Хорватия и Славония Короллеге, Австро-Венгрия | |||
Үлгән: | 16 октябрь 1939 (81 йәш) Вена, Германия | |||
Ерләнгән: | Үҙәк зыярат, Зиммеринг, Вена | |||
Белеме: | Тереза академияһы[d] | |||
Эшмәкәрлеге: | ветерандар ойошмаһы президенты, Хорват комитетын булдырыусы | |||
Хәрби хеҙмәт | ||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1879—1918 | |||
Принадлежность: | Австро-Венгрия | |||
Ғәскәр төрө: | пехота | |||
Звание: | генерал-полковник | |||
Командир булған: |
| |||
Бәрелештәр: |
| |||
Наградалары: |
| |||
Биографияһы
үҙгәртергәСтефан Саркотич Хорватияла Оточац ҡалаһынан алыҫ түгел Синац ауылында тыуған. Терезия хәрби академияһын һәм генштаб академияһын тамамлаған. Хәрби хеҙмәтте Боснияла пехота полкында үтә. Артабан разведкала хеҙмәт итә, Болгарияға, Сербияға, Рәсәйгә сәйәхәт ҡыла, рус телен өйрәнә.
Һуңынан Австро-Венгрия армияһында төрлө етәксе вазифаларҙа хеҙмәт итә. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 42-се гонвед дивизияһы башлығы итеп тәғәйенләнә һәм серб фронтына оҙатыла. Әммә 1914 йылдың октябренә Венаға саҡыртыла. 1914 йылдың декабрендә Босния, Герцеговина һәм Далмацияла командующий итеп тәғәйенләнә. 1915 йылда Сербия һәм Черногория ғәскәрҙәрен тар-мар иткәндә Австро-Венгрия ғәскәрҙәре менән етәкселек итә. Сербия һәм Черногория армияларына ҡаршы бер нисә уңышлы операция үткәрә. Ловчен тауында черногорҙарға ҡаршы уңышлы һуғыша, шуның өсөн Леопольд ордены менән бүләкләнә. Черногорияны оккупациялау менән етәкселек итә, 1916 йылдың 13 ғинуарында Черногорияның баш ҡалаһы Цетинены баҫып ала.
Шул уҡ ваҡытта 1914 йылдың 22 декабрендә Саркотич Босния һәм Герцеговинаның генерал-губернаторы итеп тәғәйенләнә. 1916 йылда Загребтың хөрмәтле гражданы исемен ала.[1]. Босния һәм Герцеговинаның етәксеһе булараҡ, ул төбәктә үҙгәртеп ҡороу кәрәклеген аңлай, сөнки ул саҡтағы хәл Австро-Венгрияның Босниялағы хакимлығы өсөн көсөргәнешле һәм хәүефле була. Үҙенең губернаторлыҡ иткән осоронда ул Хорватия һәм Славония короллеген Босния һәм Герцеговина менән берләштерергә тәҡдим итә, әммә уның был инициативаһы тормошҡа ашырылмай. Австро-Венгрия тарҡалып, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге барлыҡҡа килгәс, ул отставкаға сыға. Саркотич сербтарға ҡаршы була һәм көньяҡ славяндарҙың берҙәм дәүләтен төҙөүгә ҡаршы сығыш яһай, шуға күрә Югославия хөкүмәте уны төрмәгә яба. Иреккә сыҡҡас, Венаға китә. Унда Саркотич хорват эмиграцияһы менән бәйләнеш урынлаштыра, бойондороҡһоҙ хорват дәүләтен төҙөү өсөн көрәшкән «Хорват комитеты» ойошмаһын булдыра һәм Югославия менән идара иткән Ҡарагеоргиевичтарға ҡаршы сығыш яһай. Шулай уҡ Саркотич империя уҡсы ассоциацияһының хөрмәтле президенты вазифаһын биләй. Венала 1939 йылда вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1850. - 1918. (Austro Ugarska monarhija) (хорв.). Официальный сайт Загреба. Zagreb.hr. Дата обращения: 19 июль 2011. Архивировано 24 август 2011 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Залесский К. А. Кто был кто в Первой мировой войне. — М.: АСТ; Астрель, 2003. — 896 с. — 5000 экз. — Служебная:Источники книг/5170196709|ISBN 5-17-019670-9 (ACT); Служебная: Источники книг/5271068951|ISBN 5-271-06895-1 (Астрель).