Төп менюны асырға

Ҡарагеоргиевичтар, Ҡараджорджевичтар (сер. Карађорђевићи) — Сербияла һәм Югославияла хакимлыҡ иткән кенәздәр (1842—1859) һәм королдәр (1903—1941) династияһы.

Ҡарагеоргиевичтар
сер. Карађорђевићи
Royal Coat of arms of Serbia (1882–1918).svg
Ил: Сербия, Югославия
Титулдар: кенәз, король
Нигеҙләүсе: Ҡарагеоргий
Һуңға хаким: Пётр II Ҡарагеоргиевич
Хәҙерге хаким: Александр Ҡарагеоргиевич (Югославия кронпринцы)
Нигеҙләнгән йыл: 1804
Төшөрөү: 1945
Милләте: серб

Ғосман империяһына ҡаршы Беренсе серб ихтилалы (1804—1813) етәксеһе Ҡарагеоргий тарафынан нигеҙләнгән. XIX быуат буйына Сербияла Обреновичтар династияһы менән власть өсөн дәғүәләшә. 1903 йылда Обреновичтарҙы ҡолатҡандан һуң — Сербияла, 1918 йылдан — Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллегендә, ә 1929 йылдан Югославия короллегендә королдәр династияһы була. 1945 йылда, Икенсе донъя һуғышы тамамланып, Югославияла власҡа Иосип Броз Тито етәкселегендәге коммунистар килгәс, ҡолатыла.

Хәҙерге ҠарагеоргиевичтарҮҙгәртергә

2004 йылда принц-регент Павел Ҡарагеоргиевичтың ҡыҙы Елизавета Ҡарагеоргиевич Сербияла һәм Черногорияла президентлыҡҡа кандидат була һәм 15  дәғүәсе араһында 6-сы урынды ала. 2008 йылда Ғали йәнәптәре принцесса Катарина,  Сербия һәм Югославияның тәхет вариҫы Александр II Ҡарагеоргиевичтың ҡатыны, Православие халыҡтарының берҙәмлек фонды премияһы менән бүләкләнә [1].

Идара иткән төп вәкилдәре һәм идара итеү йылдары Үҙгәртергә

  • Ҡарагеоргий (1808—1813)
  • Александр Ҡарагеоргиевич (1842—1858)
  • Пётр I Ҡарагеоргиевич (1903—1921)
  • Александр I Ҡарагеоргиевич (1921—1934)
  • Пётр II Ҡарагеоргиевич (1934—1941, формаль яҡтан 1945 йылға тиклем)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Ипполитова Г. Аврора Демидова — графиня Ногера. — СПб., 2009.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә