Стемпковская Елена Константиновна

Советтар Союзы Геройы, радист, кесе сержант

Елена Константиновна Стемпковская (1921 йылдың октябре — 1942 йылдың 26 июне) — Советтар Союзы Геройы, радист, кесе сержант.

Стемпковская Елена Константиновна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1921
Тыуған урыны Мазурщина[d], Q113973437?, Слуцкий уезд[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 июнь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Вафат булған урыны Зимовенька[d], Большетроицкий район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Зимовенька[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Стемпковская Елена Константиновна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Елена Стемпковская хәҙер Белоруссияның Минск өлкәһе, Солигорский районы, Мазурщина ауылында ауылында Порт-Артур оборонаһында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан белорус крәҫтиәне Константин Максимович Стемпковский ғаиләһенә тыуған. Шунда ауыл мәктәбендә 7-се класты тамамлаған.

1930 йылдар аҙағында ғаилә ул саҡта мамыҡсылыҡ тармағын үҫтереүҙе башлап торған Үзбәкстандың Һырдаръя өлкәһе Баяут ҡасабаһына күсеп килә. Бында ул 8-се класҡа уҡырға бара. Дәрестән һуң синыфташтары менән бергә улар плантацияларҙа эшләй.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Ташкент педагогия институтына уҡырға инә. Педагогия институтын ҡалдырып, 1941 йылдың июнендә үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итергә китә. Ташкентта 3 радиотелеграф курстарында әҙерлек үтә. 1942 йылдың ғинуарынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 216-сы уҡсылар полкының уҡсылар батальонында (Көньяҡ-Көнбайыш фронты, 76-мин уҡсы дивизияһы) хеҙмәт итә.

1942 йылдың июль айында райондың ауыл Курск (хәҙерге Белгород) өлкәһенең Шебекинский районы Зимовенька ауылы районында батальон ҡамауға эләгә. Елена Стемпковская полк штабы менән радиоэлемтә тәьмин иткән була, корректировщик һәләк булғас, утты үҙенә саҡыра. Взвод составында ҡулсаны йырып сыҡҡан саҡта батальондың үҙебеҙҙекеләр янына китеүен тәьмин итә. Һөҙөмтәлә гитлерсылар ҡулына эләгә. Һорау алғанда, ҡанһыҙ язалауҙарына ҡарамаҫтан, хәрби серҙе һатмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә (үлгәндән һуң) лайыҡ була[1] Зимовенька ауылында ерләнгән.

Наградалары

үҙгәртергә
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән (үлгәндән һуң) Советтар Союзы Геройы исеме бирелә;
  • Ленин ордены (15.05.1946, үлгәндән һуң);
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (5.11.1942, үлгәндән һуң).
 
Көмөш быуа бюст
  • «Баяут-1» совхозының үҙәк усадьбаһында батырға һәйкәл ҡуйылған.
  • Волгоград өлкәһенең «Көмөш Быуалар (Волгоград өлкәһе)» балалар лагерында бюсы ҡуйылған.
  • Ташкент дәүләт педагогия институты студенттары исемлегенә индерелгән, уҡыу йорто бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Мазурщина ауылы, Баяут −1 ҡышлағы мәктәптәренә, Ташкент ҡалаһының 89-сы мәктәбенә, Волгоград.ҡалаһының 16-сы техник училищеһына батыр Елена Стемпковская исеме бирелә.
  • Шебекинский «Эфир» радиоклубы Стемпковская исемендәге диплом булдырған.
  • Ташкент ҡалаһының Чиланзарский районындағы 217-се мәктәп Стемпковская исемен йөрөткән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә