Станюта Стефания Михайловна

Стефа́ния Миха́йловна Станю́та (бел. Стэфанія Міхайлаўна Станюта; 30 апрель 1905 йыл6 ноябрь 2000 йыл) — Беларусь, совет кино һәм театр артисы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).

Станюта Стефания Михайловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Беларусь
Тыуған көнө 30 апрель (13 май) 1905, 15 май 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] или 30 апрель 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2]
Тыуған урыны Минск, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 6 ноябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (95 йәш) или 7 ноябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2] (95 йәш)
Вафат булған урыны Минск, Беларусь[2]
Ерләнгән урыны Көнсығыш зыяраты[d]
Атаһы Станюта, Михаил Петрович[d]
Балалары Станюта, Александр Александрович[d]
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Национальный академический театр имени Янки Купалы[d]
Уҡыу йорто Belarusian drama studio[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Станюта Стефания Михайловна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Стефания Станюта 1905 йылдың 30 апрелендә Минск ҡалаһында билдәле белорус рәссамы Станюта Михаил Петрович ғаиләһендә тыуған. Бала сағында уға батша Николай II-нең белорус халҡы менән рәсми осрашыуында булырға насип була.

Сиркәү мәхәллә мәктәбендә, аҙаҡ Минск хөкүмәт ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡый[3]. 1918 йылдан Жданович Флориан Павловичтың Беренсе белорус драма һәм комедия ширҡәтендә статист, хорҙа йырлаусы һәм бейеүсе булып эшләй. Был ижади коллектив нигеҙендә 1920 йылда 1-се Белорус дәүләт театры (хәҙерге Янка Купала исемендәге Милли академия театры) төҙөлә, Станюта Стефания Михайловна был театрҙа эшләүен дауам итә. Беренсе Химки ролен ул 16 йәшендә Голубок Владислав Иосифовичтың «Ганка» пьесаһында уйнай . 1926 йылда Мәскәү Художество академия театрының Белорус драматик студияһын (Смышляев Валентин Сергеевич һәм Гиацинтова Софья Владимировна класы) тамамлай. Ошо сығарылыш базаһында 1926 йылда Витебск ҡалаһында Икенсе белорус дәүләт драма театры (хәҙерге Якуб Колас исемендәге Милли академия драма театры) төҙөлә, был театрҙа Стефания Станюта 1932 йылға тиклем уйнай. 1932 йылдан үҙенең ғүмеренең аҙағына тиклем Стефания Станюта Минск ҡалаһында Янка Купала исемендәге Милли академия театрында эшләй.Бөтәһе яҡынса 200 роль башҡара[4]. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда театр труппаһы Одесса ҡалаһында була. Минскиҙа Стефания Станютаның ғаиләһе ҡала, ләкин театр оҙаҡ ваҡыт Одессала була, Стефания үҙ-үҙеңде һаҡлау төркөмө башлығы итеп һайлана. Труппа Томск ҡалаһына күскәс, һауыға башлаған һалдаттар менән госпиталдә театр түңәрәге алып бара[5]. Кинола 1958 йылда төшә башлай. Стефания Станюта 2000 йылдың 6 ноябрендә вафат була. Минск ҡалаһында Көнсығыш зыяратта ерләнгән.

  • Атаһы — Станюта Михаил Петрович (1881—1974) — белорус совет рәссамы, график, педагог;
  • әсәһе — Христина Ивановна Станюта, йорт хужабикәһе, крәҫтиән ғаиләһенән;
  • ире — Александр Кручинский — Ҡыҙыл Армия офицеры ;
  • улы — Станюта Александр Александрович (1936—2011) — яҙыусы, әҙәбиәт белгесе;
  • килене (улының ҡатыны) — Михайлова–Станюта Ирина Алексеевна — ғалим-иҡтисадсы, профессор;
  • бүләсәре — Станюта Мелитина Дмитриевна (1993 йылда тыуған) — белорус гимнасы (художестволы гимнастика).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Народная артистка СССР-ҙың халыҡ артисы (1988);
  • Белорус ССР-ының халыҡ артисы (1957);
  • Белорус ССР-ының Дәүләт премияһы (1982) — театр эшмәкәрлеге өсөн;
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены (1980, 1985);
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1977);
  • «Почёт билдәһе» ордены (1955);
  • «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1955);
  • «Владимир Ильич Ленин тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә миҙал Маҡтаулы хеҙмәте өсөн»;
  • «1941-1945 йй.Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы;
  • «Хеҙмәт Ветераны» миҙалы (1975);
  • Франциско Скорина миҙалы (1995);
  • «Гәлсәр Тауис» призы (тәүге эйәһе) (Белоруссия театр эшмәкәрҙәре Союзы, 1992);
  • «Һөнәренә ҙур өлөш индергән өсөн» приз Халыҡ-ара кино артистары фестивале (Рәсәй кино артистары Гильдияһы, 1991);
  • «Славян кинематографына ҙур өлөш индергән өсөн» премия, II «Алтын Витязь» Мәскәү кинофестивале (Россия, 1992);
  • «Маскалар» театр һәм телевидениегә булышлыҡ итеүсе Рәсәй хәйриә йәмғиәт фонды эргәһендәге Халыҡ-ара театр академияһы академигы.

Театрҙағы ролдәре

үҙгәртергә
  • 1936 — «Бүреләр һәм һарыҡтар», Островский Александр Николаевич — Глафира Алексеевна
  • 1937 — «Һандуғас», Змитрок Бядуля — Алена
  • 1939 — «Кем аҙаҡҡы көлә», Крапива Кондрат — Зелкина
  • 1944 — «»Примактар, Янка Купала — Паланея
  • 1944 — «Туҙҙырылған ҡош ояһы», Я. Купала — Марыля
  • 1948 — «Мөғжизәле алдауҙар көнө», («Дуэнья») Шеридан Ричард Бринсли — Дуэнья
  • 1949 — «Тыҡрыҡтағы айырым йорт», братья Тур — Эрна Курциус
  • 1956 — «Һандуғас», З. Бядуля — пани Вашемирская
  • 1956 — «Министр ханым», Нушич Бранислав — Живка Попович
  • 1963 — «рус кешеләр», Симонов Константин Михайлович — Мария Николаевна
  • «Һуңға ҡалған мөхәббәт», А. Н. Островский — Фелицата Антоновна Шаблова
  • «Мин, өләсәй, Илико һәм Илларион», Думбадзе Нодар Владимирович — Өләсәй
  • «Ябай ҡыҙ», Губаревич Кастусь Леонтьевич— Анна Петровна
  • «Инә бүҙәнә зары», Чигринов Иван Гаврилович — Рипина
  • «Һаҙлыҡта кешеләр», Мележ Иван Павлович — Кулина Чернушка
  • «Верочка», Макаёнок Андрей Егорович — Арина Родионовна
  • «Өс Иван — өс ағай-эне» Вольский Артур Витальевич— Каргота
  • «Ҡарун», Мольер — Элиза
  • «Башҡалар өсөн иҫәр, үҙе өсөн аҡыллы», Лопе де Вега — Диана
  • «Бесәй менәе уйын», Эркень Иштван — Гиза
  • «Ишектәр шапылдайҙар», Фермо Мишель — Өләсәй
  • «Гарольд һәм Мод», Хиггинс Колин һәм Карьер Жан-Клод — Мод
  • «Йәш гвардия», А. А. Фадеев — Вера өләсәй
  • «Машенька», Афиногенов Александр Николаевич — Мотя инәй
  • «Ромео һәм Джульетта», Шекспир — Имеҙеүсе ҡатын
  • «Һәләкәткә дусар булған кешеләр заговоры», Вирта Николай Евгеньевич — Рейчел
  • «Прокурор ҡыҙы», Яновский Юрий Иванович — Өләсәй
  • «Сейәле баҡса», А. П. Чехов — Шарлотта
  • «Авдейға дәртле мөхәббәт» («Утарҙа һөрән»), Бутромеев Владимир Петрович — мать Зуйктың әсәйе
  • «Ғаилә», Попов Иван Фёдорович — Вера Васильевна Кашкадамова
  • «Кремль куранттары», Погодин Николай Фёдорович — хәйерсе
  • «Һуңғы ҡорбан», А. Н. Островский — Михевна

Фильмография

үҙгәртергә

Кинематографияла Станютаның билдәлелеге, беренсе нәүбәттә, Шепитько Лариса Ефимовна һәм Климов Элем Германовичтың (1981)"Матера менән хушлашыу" фильмы менән бәйле, был фильмда ул Дарья әбей ролен башҡара.

  1. 1958 — «Ҡыҙыл япраҡтар» — эпизод
  2. 1958 — «Бәхетте һаҡларға кәрәк» — Никитаның ҡатыны
  3. 1958 — «Сәғәт төн уртаһында туҡтаны» — уҡытыусы
  4. 1959 — «Талапсан ҡатын» — Катерина
  5. 1961 — «Беренсе һынау» — Ганна
  6. 1962 — «Элмәктәге йондоҙ», (киноальманах «Бәләкәй хыялыйҙар») — ҡара кейемле ҡатын
  7. 1964 — «Тереләргә хат» (фильм)
  8. 1966 — «Эҙләп китәм» — эпизод
  9. 1967 — «Өй һәм хужа» — Егорҙың әсәйе
  10. 1969 — «Мин, Франциск Скорина…» — Аббатисса
  11. 1970 — «Биш батыр» — Кешканың өләсәйе
  12. 1971 — «Ихтыяж» (фильм) (ҡыҫҡа метражлы) — Фенька
  13. 1971 — «Арыҫлан ҡәбере» — Фёдорҙың әсәһе
  14. 1973 — «Көлкө лә, ҡыҙғаныс та» (ҡыҫҡа метражлы) — Агрипина
  15. 1973 — «Ҡәйнә» (фильм) — Маша инәй
  16. 1974 — «Бөйөк ҡапма-ҡаршы торош» (фильм) — Агеиха
  17. 1974 — «Беҙ — сыҙам үҫмерҙәр» — Матрена Евсеевна
  18. 1974 — «Булмаған ҡалалағы мажаралар» — Полли инәй
  19. 1976 — «Йәкшәмбе төнө» — әбей
  20. 1976 — «Ер хәтере» — Поля әбей
  21. 1976 — «Арсаларҙың шомло йәйе» — Серафима
  22. 1976—1978 — «Ваҡыт беҙҙе һайланы» — Воронецкая
  23. 1977 — «Хәтирәләр…» — Пчелка өләсәй
  24. 1977 — «Ҡыҙыл Кәпәс тураһында» — 1-се уҫал ҡарсыҡ
  25. 1978 — «Һөйләшербеҙ туған…» — Дарья
  26. 1978 — «Һатыу итеүсе һәм шағир» — Мариля
  27. 1979 — «Күңелгә яҡын шөғөл» — әсә
  28. 1980 — «Атланттар һәм кариатидалар» — Максимдың әсәһе
  29. 1980 — «Һинең әрнеүеңде алам» — Шишковичтың ҡатыны
  30. 1980 — «Ташҡын» — Степановна
  31. 1980 — «Өсөнсө юл юҡ» — эпизод
  32. 1981 — «Берҙән-бер ир» — Неонила Степановна
  33. 1981 — «Тынлыҡ» — Вера Петровна
  34. 1981 — «Боланға һунар» — ауыл ҡатыны
  35. 1981 — «Һинең турала» — Ксения Александровна
  36. 1981 — «Һаҙлыҡта кешеләр» — имсе
  37. 1981 — «Хушлашыу» — Дарья
  38. 1981 — «Шишмә» — Ефросинья Ильинична
  39. 1982 — «Тере йәйғор» — Мишаның өләсәйе
  40. 1982 — «Ят биләмә» — Мондриха
  41. 1983 — «Баҡса» — Машаны һыйындырыусы әбей
  42. 1983 — «Аҡ ысыҡ» — Киселиха
  43. 1983 — «Йөҙ, карап…» — Анна Николаевна Полунина
  44. 1984 — «Билдәһеҙ һалдат» — Антонина Васильевна Бокарева
  45. 1984 — «Отряд» — Әбей
  46. 1984 — «Радуница» — Христина
  47. 1984 — «Сенька менән ни булды» — Вера әбей
  48. 1985 — «Әсәй, мин тере» — Домна Филипповна
  49. 1985 — «Ергә тиклем баш эй» — Мария
  50. 1985 — «Кейәүгә сыҡмағыҙ ҡыҙҙар» — Михеевна
  51. 1985 — «Яҙ башында һыуыҡтар» (ҡыҫҡа метражлы) — бабушка Викторҙың өләсәйе
  52. 1985 — «Директорлыҡҡа экзамен» — Клавдия Петровна
  53. 1986 — «Телевизорҙы һүндерергә онотмағыҙ» — Калерия Павловна
  54. 1986 — «Яҙ гөлө» — өләсәй
  55. 1987 — «Йән түҙемһеҙлеге» — Лепешинскийҙың әсәйе
  56. 1988 — «Генераль репетиция» — хәстәханала ауырыуҙар ҡараусы
  57. 1988 — «Был… Өс дөрөҫ кәрт…» — граф ҡатыны
  58. 1988 — «Аҡыл улсәүе» — Екатерина Антоновна Загменная
  59. 1989 — «Ғәйебемде танырға теләйем» — Ганна Шкурко
  60. 1990 — «Аҡыл улсәүе» (фильм-спектакль) — Загменная Екатерина Антоновна
  61. 1990 — «Иван тураһында уйҙырмалар» — әбей
  62. 1990 — «Һәр өйгә ин» — эпизод
  63. 1990 — «Инә бүҙәнә зары» — эпизод
  64. 1990 — «Авдейға ҡайнар мөхәббәт» (фильм-спектакль) — Зуйктың әсәйе
  65. 1991 — «Иван Грозный батша» (фильм) — Ануфриевна
  66. 1991 — «Мөртәт» (фильм) — Ганка
  67. 1992 — «Баш хаҡы» — хәйерсе
  68. 1993 — «Башланғыстар»
  69. 1993 — «Ҡаршы тәҙрәләге силуэт» — ҡәйнә
  70. 1993 — «Шайтан ҡурсаҡтар» — старушка с намибийскими
  71. 1994 — «Йыл миҙгелдәре»
  72. 1994 — «Мөхәббәт йәйе» — Стефания
  73. 1995 — «Хыялланыу» — эшләпәле әбей
  74. 2001 — «Курорт романы» — эпизод
  • Стефания Станютаның улы Александр әсәйе тураһында хәтирәләр китабы баҫтырып сығара. Беренсе китап белорус телендә 1994 йылда, ә тулыландырған варианты — «Артист тормошо» — рус телендә — 2001 йылда сыға. Ул шулай уҡ үҙенең хәтирәләре менән интервью биргәндә уртаҡлаша: «Хәтерләргә һәм әйләнеп ҡайтырға» һәм «Һәм мин бөтә буш залға ҡысҡырҙым: «Әсәй!»».
  • Артистың тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан Александр Станюта, уның яратҡан ирҙәренә: артисҡа һәм НКВД хеҙмәткәренә яҙған шәхси хаттарына нигеҙләнгән «Ҡала төштәре» исемле яңы роман баҫтырып сығара. Икеһенең дә яҙмышы фажиғәле барып бөтә: улар атып үлтереләләр[6].
  • Артист хөрмәтенә 2003 йылдың 27 мартында Минск ҡалаһындағы Скорина проспекты (Бойондороҡһоҙлоҡ) 19 һанлы йортҡа Стефания Станютаға мемориаль таҡта, ә ошо уҡ йылдың 3 ноябрендә — Көнсығыш (Мәскәү) зыяратында һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәлдең авторы — скульптор Слободчиков Владимир Иванович[7].
  • Купала театрында Стефания Станютаның хәтер кисәләре ойошторола. Беларустың театр һәм музыка мәҙәниәте тарихы Дәүләт музейында Стефания Станютаға арналған бүлмә бар.
  • Беларусь Республикаһы элемтә һәм мәғлүмәт Министерствоһы 2005 йылдың 13 майында әйләнешкә «С. М. Станюта тыуыуына 100 йыл» тигән почта маркаһы сығара, марканы «Белпочта» РУП «Марка» матбуғат үҙәге әҙерләй (рәссамдар В. Терентьев һәм Ю. Тореев).
  • Артистың 100 йыллығына иҫтәлекле буклет баҫтырып сығарыла[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  3. Дата в истории: 112 лет назад в Минске основана женская правительственная гимназия. Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано 11 ғинуар 2013 года.
  4. Стефания Станюта — Знаменитые люди — Каталог — Туризм в Беларуси 2010 йыл 13 декабрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 «Чтобы помнили». Стефания Станюта. Дата обращения: 21 июль 2011. Архивировано 4 апрель 2012 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
  6. Алла Казакова. «Городские сны королевы Стефании» (19 май 2010). Дата обращения: 22 июль 2011. Архивировано 4 апрель 2012 года.
  7. Двамал. Могилы знаменитостей (19 май 2007). Дата обращения: 22 июль 2011. Архивировано 4 апрель 2012 года.