Петр IV Рареш (1487 тирәһе — 3 сентябрь 1546) — 1527—1538 һәм 1541—1546 йылдарҙа Молдавия кенәзлеге господары, Стефан III Бөйөктөң улы.

Пётр IV Рареш
рум. Petru Rareş
Пётр IV Рареш
Флаг
Флаг
Молдавия кенәзлеге хакимы
1527 — 1538
Алдан килеүсе: Стефан IV (Молдавия хакимы)
Дауамсы: Стефан V Лакуста
Флаг
Флаг
Молдавия кенәзлеге хакимы]]
1541 — 1546
Алдан килеүсе: Александр Корня
Дауамсы: Илья II Рареш
 
Тыуған: 1487({{padleft:1487|4|0}})
Хырлэу[d], Яссы[d], Молдова кенәзлеге[d]
Үлгән: 3 сентябрь 1546({{padleft:1546|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Сучава[d], Молдова кенәзлеге[d]
Нәҫел: Мушаты
Атаһы: Бөйөк Стефан III
Әсәһе: Maria Rareș[d]
Ҡатыны: Елена, Иоанн Бранковичтың ҡыҙы
Балалары: Илья II Рареш, Стефан VI Рареш, Янку Сасул (бастард)
Молдованың почта маркаһы, 1995 йыл
Молдавияның иҫтәлекле тәңкәһе, 2007 йыл

Беренсе хакимлыҡ осоро

үҙгәртергә

1526 йылда Венгрия Мохач янындағы алышта еңелә. Был ваҡиға Ғосман империяһының көсәйеүенә алып килә. Был шарттарҙа 1527 йылда власҡа килгән Петр IV Рареш ғосмандарға түләгән яһаҡты 8 меңдән 10 мең алтынға тиклем арттырырға мәжбүр була. Петр IV Рареш тышҡы сәйәсәтте бик әүҙем алып бара. 1530 йылда ул ҡабаттан Покутьены (Богдан III Салыш хакимлығы осоронда, 1505 йылда, сираттағы мәртәбә юғалтылған) ҡайтарырға була. 1530 йылдың ҡышында молдаван ғәскәрҙәре бәхәсле территорияны баҫып алалар, әммә поляк армияһы 1531 йылдың 22 авгусында Обертынь янындағы алышта уларҙы ҡыйратҡандан һуң, молдаван ғәскәрҙәре артҡа сигенәләр. 1532 йылда Польша менән солох килешеүе төҙөлә.

Атаһының үҙәк хакимиәтен көсәйтеү буйынса сәйәсәтен дауам итергә тырыша. Ваҡ боярҙарға таянып, эреләрҙең йоғонтоһон сикләй. Аҙаҡҡыларҙың ҡәнәғәтһеҙлеге заговорға (йәшерен һүҙ ҡуйышыуға) алып килә.Петр Рареш Молдавияны төрөк өҫтөнлөгөнән азат итеүгә әҙерлек башлай һәм ошо маҡсат менән күп кенә дәүләттәр менән бәйләнештәр булдыра. 1533 йылда яңы союздаштар табырға маташып, Петр IV Рареш илселәрен Рәсәйгә йүнәлтә. 1535 йылда Фердинанд I Габсбург менән ғосмандарға ҡаршы йәшерен килешеү төҙә. Европала Осман империяһының Персия менән һуғышҡа йәлеп ителеүен үҙ файҙаһына әйләндереүҙе планлаштырған Изге лига барлыҡҡа килә. 1538 йылда Молдавияға Сөләймән солтан етәкселегендә төрөк армияһы йүнәлә, көнсығыштан — ҡырым татарҙары, ә төньяҡтан поляктар баҫып инә. Петр Рарештың ғәскәрҙәре башта ғосмандарға ҡаршылыҡ күрһәтәләр, хатта Хотин янында уларҙы ҡыйраталар ҙа, әммә төрөк армияһы Сучавы кенәзлегенең баш ҡалаһын алғандан һәм боярҙарҙың хыянатынан һуң, Петр Рареш илдән ҡасып китә. Ошо ваҡыттан Молдавия бөтөнләй Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында ҡала. Солтан Прут менән Днестр араһындағы өлкәләрҙе үҙенә буйһондора, ә ҡырым татарҙарына Буджак эләгә.

Икенсе хакимлыҡ осоро

үҙгәртергә

Стефан V Лакуста заговор арҡаһында һәләк була, Александр Корня шулай уҡ төрөк хаҡимлығынан азат ителеүҙе теләй. Ошо хәлдә 1541 йылда Петр Рареш төрөк солтанынан Молдавия тәхетен алып, ҡабаттан господарь булып китә. Әммә бының өсөн ул яһаҡтың күләмен 12 мең алтынға тиклем арттырырға йөкләмә ала, 1538 йылдағы территориаль юғалтыуҙарҙы таный. Сучавала төрөк гарнизоны урынлаша, ә улы Илья аманат сифатында Истанбулға китә. Петр был юлы ла үҙәк власты нығытыу менән шөғөлләнмәй, бояр оппозицияһы етәкселәрен язалай. 1542 йылда ул Габсбургтар менән килешеү төҙөй, төрөктәргә ҡаршы көстәрҙе хәстәрләй, матди ярҙам алып, Рәсәй менән бәйленештәрҙе өҙмәй.

Ғаиләһе һәм балалары

үҙгәртергә

Ҡатыны -Серб деспоты Иоанн Бранковичтың ҡыҙы (-1552) Елена[1]

  • Илья II Рареш, Молдавия кенәзлегенең господары 1546—1551 йылдарҙа
  • Стефан VI Рареш Молдавия кенәзлегенең господары 1551—1552 йылдарҙа
  • Константин (- 1554)
  • Анна, ( — 1542/1546). — Валахия господары Влад VII Инекатуланың (Утопленник) ҡатыны, 1530—1532 йылдарҙа
  • Кьяжна, — Валахия господары Мирча V Пастухтың ҡатыны
  • Роксандра ( — 1570) — Молдавия кенәзлеге господары Александр III Лэнпушнянуның ҡатыны 1552—1561 һәм 1564—1568 йылдарҙа
  • Янко Сасул[2], Молдавия кенәзлеге господары 1579—1582 йылдарҙа. Мария Палеолог (ингл. Palaiologina) ире.
  • Мария[3] ( — 1614) — Могил господарҙар нәҫеленән булған Иоанн Могиланың ҡатыны

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Muşatin family
  2. Внебрачный сын Петра
  3. Внебрачная дочь Петра
  • Краткая история Румынии. / Ответственный редактор д.и.н. Виноградов В.Н.. — Москва: Наука, 1987. — С. 64 — 65. — 34 200 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Muşatin family

Алдан килеүсе:

Стефан IV

Молдавия кенәзлеге хакимы

15271538

Алмашҡа килеүсе:

Стефан V Лакуста

Алдан килеүсе:

Александр Корня

Молдавия кенәзлеге хакимы

15411546

Алмашҡа килеүсе:

Илья II Рареш