Сомали (ярымутрау)

Сомали́[1][2] — Африканың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан ярымутрау. Ярҙары төньяҡтан — Аден ҡултығы, көнсығыштан Һинд океаны һыуҙары менән йыуыла. Ярымутрауҙың төньяҡ-көнсығыш осонда Гвардафуй мороно урынлашҡан. Ярымутрауҙың рәсми картографияла ҡабул ителмәһә лә, әммә киң таралған атамаһы — Африка Рогы (ингл. Horn of Africa[3][4][5][6]). Боронғо заманда һәм урта быуаттарҙа Билад әл-Барбар («Вәхшиҙәр ере») тип телгә алынған[7][8][9].

Сомали ярымутрауы
Сомали ярымутрауы, космостан күренеш
Сомали ярымутрауы, космостан күренеш
Характеристикалары
Майҙаны750 000 км²
Урынлашыуы
9°30′ с. ш. 48°00′ в. д.HGЯO
Йыуыусы акваторияАден ҡултығы, Һинд океаны
Африка
Точка
Сомали ярымутрауы
 Сомали Викимилектә

Ярымутрау биләмәһе башлыса Сомали иле составына инә, бер өлөшө — Эфиопияға, Эритреяға, Джибутиға керә.

Ярымутрауҙың майҙаны яҡынса 750 000 км² тәшкил итә [10].

Гвардафуй моронондағы эшләмәгән маяҡ (ярымутрауҙың төньяҡ-көнсығыш осо)

Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда Сомали ярымутрауында дөйөм эске тулайым продукт 106,224 млрд доллар тәшкил иткән, ә номиналь — 35,819 млрд доллар. 2010 йылда йән башына эске тулайым продукт 1061 доллар (һатып алыу мөмкинлеге паритеты) һәм 358 доллар (номинал) тәшкил итә[11][12][13][14].

Географияһы һәм климаты үҙгәртергә

Сомали ярымутрауы экваторҙан да, Төньяҡ тропиктан да бер тигеҙ алыҫлыҡта урынлашҡан тиерлек. Көнсығыш Африка рифт үҙәне формалашыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тау ландшафты өҫтөнлөк итә. Ул Эфиопиянан Мозамбикка тиклем ятҡан ер ҡатламындағы ярыҡтарҙан тора һәм Африка һәм Ғәрәп тектоник плиталарының бүленеүен билдәләй[15][16].

Был төбәктәге иң бейек тауҙар — Эфиопияның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан Сымен тауҙары. Ҡасандыр Сымен һәм Бале тауҙары (шул уҡ атамалы милли парк урынлашҡан) ҙур боҙлоҡтар менән ҡапланған булған. Әммә улар голоцен башынан ирей башлағандар. Ҡыҙыл диңгеҙгә табан йүнәлеш буйынса тауҙарҙың бейеклеге ҡырҡа кәмей, ә Һинд океаны йүнәлешендә әкертенләп һөҙәгәйә бара.

Сомали ярымутрауының уйһыулыҡтары, экваторға яҡын булыуына ҡарамаҫтан, ҡоро район булып тора. Сәбәбе — Сәхилгә һәм Судан төбәгенә ямғырҙар килтергән тропик муссон елдәре көнбайыштан иҫә. Яйлап, Джибути менән Сомалиға яҡынлашҡан һайын, улар дым килтереүенән туҡтайҙар. Шуға ла Сомали ярымутрауының күпселек ерҙәрендә муссон осоронда яуым-төшөм аҙ була.

Эфиопияның көнбайышында һәм үҙәгендә, шулай уҡ Эритреяның көньяғында көслө муссонлы ямғырҙар була. Эфиопия тауҙарында яуым-төшөм йылына 2000 миллиметрҙан артып китә, хатта Асмэрала лә йылына уртаса 570 миллиметр яуа. Ямғырҙар — Эфиопиянан тыш күп өлкәләр өсөн берҙән-бер һыу сығанағы, был айырыуса Мысырға ҡағыла.

Данакиль сүллеге Эфиопияның төньяҡ-көнсығышын, Эритреяның көньяғын һәм Джибутиҙың төньяҡ-көнбайышын үҙ эсенә алып, 100 000 км2 майҙан ерҙе биләй.

Район үҙенең вулкандары һәм экстремаль эҫелеге менән билдәле, тәүлек температураһы 45 °C-тан юғары һәм йыш ҡына 50 °C-тан да артып китә.

Лава ағымынан барлыҡҡа килгән күлдәр күп, улар бер нисә үҙәнде тултырған. Улар араһында Асале күле (диңгеҙ кимәленән 116 м түбән) һәм Джулетти/Афрера күле (диңгеҙ кимәленән 80 м түбәнерәк).

Икеһенең дә Данакиль депрессияһында криптодепрессиялары (ер өҫтөнең һыу баҫҡан уйымы, уның төбө, кәм тигәндә, өлөшләтә диңгеҙ кимәленән түбән, ә һыу өҫтө ошо кимәлдән юғарыраҡ ята) бар.

Афрерала күп әүҙем вулкандар урынлашҡан, шул иҫәптән Марахо, Даббаху, Афдер һәм Эртале[17][18].

Ҡышын төньяҡ-көнсығыш пассат еле Сомалиҙың төньяғындағы таулы райондарына ғына ямғыр килтерә. Унда йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 500 мм-ға етә. Көнсығыш яр буйында ел ярға параллель рәүештә иҫә, бынан тыш, көслө апвеллинг күҙәтелә. Һөҙөмтәлә йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 51 мм ғына булырға мөмкин. Сомалиҙа Эфиопия ҡалҡыулығында барлыҡҡа килгән ике генә даими йылға бар — Джубба һәм Уэби-Шабелле[19].

Ҡыҙыл диңгеҙ яры буйында һауа торошо бик эҫе: июлдә яҡынса 41 °C һәм ғинуарҙа 32 °C. Әммә көнсығыш ярҙа, ғәҙәттә, апвеллинг арҡаһында һалҡыныраҡ була, шуға күрә Асмэрала болотһоҙ төндә йыш ҡына ҡырауҙар була.

 
Сурма халҡы вәкиле

Халҡы үҙгәртергә

Сомали ярымутрауы илдәре оҡшаш тәбиғи-географик шарттарҙа ғына түгел, ә төрлө төркөмдәр араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлы моделен күрһәтеп, этник, лингвистик яҡтан да үҙ-ара бәйләнгән[20].

Ярымутрау ике төп макротөркөмдән тора:

  • уйһыулыҡтарҙа йәшәгән кушит халыҡтары,
  • бейек тауҙарҙа йәшәгән эфиосәмит халыҡтары (эфиоп таулылары).

Ethnologue мәғлүмәттәре буйынса, Джибутиҙа — 10, Эритреяла — 14, Эфиопияла — 90, Сомалиҙа 15 телдә һөйләшәләр[21].

Сомали Республикаһында һәм Джибутиҙа күпселекте тәшкил иткән сомали телендә һөйләшеүселәр Эфиопияның Сомали төбәгендә 97 процент тәшкил итә. Шулай уҡ күптәр Джибути, Эфиопия һәм Эритреяла афар телендә һөйләшә. Бынан тыш, был төбәктә тигринья һәм амхар теле кеүек афразия телдәре киң таралған, тағы ла бәләкәйерәк тиҫтәләгән тел төркөмдәре бар[22].

Сомали ярымутрауында йәшәүселәрҙең күбеһе өс төп ибраһими диндәрҙең береһе (ислам, христианлыҡ, иудаизм) яҡлы. Был диндәр төбәктә оҙайлы тарихҡа эйә. Боронғо Аксум батшалығы тәңкәләр һуҡҡан һәм Аштара илаһының символдары дискыһы һәм ярымайы менән бәйле стелалар яһаған[23]. Һуңыраҡ был христианлыҡ динен ҡабул иткән тәүге дәүләттәрҙең береһе булып китә.

Сомалиҙың төньяҡ яры буйына Ғәрәп ярымутрауынан, һижрәттән һуң күп тә үтмәгәс тә, ислам дине индерелә. Сайлалағы әл-Киблатайн мәсете —Африкала иң боронғоларҙың береһе һанала, ул VII быуатта төҙөлгән[24][25]. IX быуат аҙағында әл-Яҡуп, мосолмандар төньяҡ сомали яры буйлап йәшәй, тип яҙа[26].

Бынан тыш, төбәктә күптән инде иудаизм бар. Кебра Негаст («Батшаларҙың даны тураһында китап») һөйләүенсә, Израиль ҡәбиләләре Сөләймән батшаның һәм Сава батшабикәһенең улы Менелик I менән Эфиопияға килгәндәр. Легендала әйтелгәнсә, Менелик, олоғайғас, атаһы янына Иерусалимға ҡайта һәм Эфиопияға күсеп килә, Килешмә Ҡапсығын үҙе менән бергә ала[27].

Эфиопияның көньяҡ өлөшөндә аҙ һанлы этник төркөмдәр төрлө дини инаныуҙарға таяна. Ошо инаныу системалары араһында — сурма халҡының Туму исемле күктәге илаһты таныуы[28].

Экологияһы үҙгәртергә

Ярымутрауҙа милли парктар һәм халыҡ-ара әһәмиәте булған ҡурсаулыҡтар урынлашҡан. Ләкин Сомали ярымутрауының биләмәләрендә көтөүлектәрҙең ярлыланыуы күҙәтелә, башланғыс ареалдың тик 5 % ғына ҡалған. Сокотрала тирә-яҡ мөхиткә тағы ла бер етди хәүеф янай — инфраструктура үҫеше.

Фауна үҙгәртергә

 
Гиена һымаҡ эт

Сомали ярымутрауында 220-нән ашыу һөтимәрҙәр төрө осрай. Бейра, дибатаг, сомали йә көмөш дикдик һәм Спик ғәзәле кеүек антилопаларҙың ҡайһы бер төрҙәренә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Бында шулай уҡ сомали ҡырағай ишәге, сүллек һөйәлле сусҡаһы, гамадрил, сомали кәрлә тарланаһы һәм башҡалар осрай. Греви зебраһы — был төбәктең үҙенсәлекле ҡырағай йәнлеге, аттар ғаиләһе вәкиле. Сомали ярымутрауында гиена һымаҡ эттәр популяцияларын табырға мөмкин, әлеге ваҡытта улар юҡҡа сығып барыусы төр һаналалар[29].

Бында ҡоштарҙан алтын ҡанатлы алаҡас турғайҙар, Laniarius liberatus төр ҡоштары, киндер турғайының айырым төрө (лат. Carduelis johannis), ағуна (лат. Francolinus ochropectus) йәшәй.

Бында һөйрәлеүселәр төрҙәре Африканың башҡа төбәктәренә ҡарағанда күберәк. 285-тән ашыу төр иҫәпләнә, шуларҙың 90-ға яҡыны тик Сомали ярымутрауында ғына осрай. Ер-һыу хайуандары бында юҡ тиерлек.

Сөсө һыуҙа йәшәүсе балыҡтарҙың 100-гә яҡын төрө бар, шуларҙың унауһын Сомали ярымутрауы һыуҙарында ғына табырға мөмкин.

Фауна үҙгәртергә

Был төбәктә 5000 самаһы көпшәле үҫемлек иҫәпләнә, уларҙың яртыһын тик бында ғына табырға мөмкин. Эндемизм (төрҙөң тар ареалда таралыуы) айырыуса Сокотра утрауы һәм Сомали төбәгенең төньяҡ өлөшө өсөн хас. Мәҫәлән, Сомали цикламены (лат. Cyclamen somalense), кордеауксия (Cordeauxia) тик Сокотрала ғына үҫәләр.

Гидрографияһы үҙгәртергә

Ярымутрауҙы төньяҡта Аден ҡултығы, ә көнсығышта һәм көньяҡта Һинд океаны йыуа. Ярымутрауҙа башлыса йылғалар юҡ, ләкин уның төпкөлөндә Уэби-Шабелле йылғаһы аға.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Рус телендә:

  • Пискунова Н.И. Африканский Рог: современные проблемы безопасности. — Саарбрюккен: LAP LAMBERT Academic Publishing, 2014. — ISBN 978-3-659-50036-7.
  • Африка: энциклопедический справочник. — Москва: Советская энциклопедия, 1987. — Т. 2. — 671 с.
  • Физическая карта // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 138—139. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  • Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 343.

Инглиз телендә:

Һылтанмалар үҙгәртергә