Түбәнге Ғәле

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районындағы ауыл

Түбәнге Ғәле (рус. Нижнегалеево) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2 кеше[1]. Почта индексы — 453692, ОКАТО коды — 80227810005.

Ауыл
Түбәнге Ғәле
Түбәнге Ғәле
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Йылайыр районы

Координаталар

52°08′27″ с. ш. 57°49′52″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 227 810 005

ОКТМО коды

80 627 410 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түбәнге Ғәле (Рәсәй)
Түбәнге Ғәле
Түбәнге Ғәле
Түбәнге Ғәле (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Ғәле

1816 йылғы VII рәүиз үткәрелеү мәленә йорт старшинаһы Аралбай Ласынов командаһына Үҫәргән ырыуы ауылдары Ғәле һәм Килсенбай инә. 49 йәшлек Аралбай Ласынов ғаиләһе менән Ғәле ауылында йәшәй. Ике ҡатынынан (48 йәшлек Рыҫбикә, 44 йәшлек Зәғифә) улдары: 6 йәшлек Мырҙа һәм 5 йәшлек Ҡотлоғәлләм һәм 5 ҡыҙы була. Был рәүиз материалдарында ауылдағы 40 ихатала 430 башҡорт (213 ир-егет һәм 217 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе теркәлә. 1866 йылғы рәүиз документтарында ауыл Ҡайраҡлы-Тамаҡ, Ласынов булараҡ теркәлә.Шулай уҡ 78 ихатала 223 ир-егет һәм 185 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе теркәлә[2]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 92 39 53 42,4 57,6
1959 йыл 15 ғинуар 73 28 45 38,4 61,6
1970 йыл 15 ғинуар 36 19 17 52,8 47,2
1979 йыл 17 ғинуар 21 10 11 47,6 52,4
1989 йыл 12 ғинуар - - -
2002 йыл 9 октябрь 2 - 2 100,0
2010 йыл 14 октябрь 2 - 2 100,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 80 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Үрге Ғәле): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 120 км

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Коллектив авторов. История башкирских родов. Усерган. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2019. — Т. 35, часть 2. — С. 165. — 704 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.