Солтанов Мостафа Фазылғәфәр улы
Солтанов Мостафа Фазылғәфәр улы (1906 — 27 апрель 1992) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы 45-мм батареяһы тоҫҡаусыһы[1]. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1943)[1] кавалеры.
Солтанов Мостафа Фазылғәфәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1906 |
Тыуған урыны | Йылайыр районы |
Вафат булған көнө | 27 апрель 1992 |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМостафа Фазылғәфәр улы Солтанов 1906 йылда Башҡортостандың Йылайыр районы Шәмсетдин ауылында тыуа[1]. 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға БАССР-ҙың Матрай районы хәрби комитеты тарафынан саҡырыла[1]. Хеҙмәт юлын данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында үтә: 58-се кавалерия полкының 45-мм батареяһы тоҫҡаусыһы була. Батыр яугир дивизия составында Берлингәсә барып етә, «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына (1943) һәм бер нисә миҙалға лайыҡ була. Мостафа Фазылғәфәр улы йыш ҡына мәктәп уҡыусылары менән осраша, уларға дәһшәтле һуғыш йылдары тураһында һөйләй, айырыуса Дон, Днепр йылғаларындағы ҡаты алыштарҙа бик күп яуҙаштары һәләк булғанын, танкыларға ҡаршы ташланғанда 90 яугирҙан 18 кеше генә тороп ҡалғанын онота алмай[2]. Днепрҙы аша сыҡҡанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].
1992 йылдың 27 апрелендә вафат була һәм тыуған ауылы зыяратында ерләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1947)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы (1945)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[1]
- Юбилей миҙалдары
- Рәхмәт хаттары
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- СУЛТАНОВ Мустафа Фазылгафарович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)