Соловьёв Гавриил Иванович
Гавриил Иванович Соловьев (23 март 1913 йыл — 8 май 1982 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 3-се эскадронының 3-сө взводы командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Соловьёв Гавриил Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 23 март 1913 |
Тыуған урыны | Волга аръяғы районы[d], Иваново өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 8 май 1982 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1913 йылдың 23 мартында Алешунино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Милләте буйынса урыҫ. Ауыл мәктәбенең 4 класын тамамлай. Столяр ярҙамсыһы, артабан Кинешма ҡалаһында столяр булып эшләй. 1935—1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла 25-се кавалерия дивизияһының 100-сө кавалерия полкында хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, Кинешма ҡалаһында 2-се һанлы фабрикала эшләй.
1941 йылдың сентябрь айында ҡабаттан армияға алына һәм Чкалов ҡалаһына кавалерия училищеһына йүнәлтелә. Училище тарҡатылғандан һуң 1942 йылдың июлендә фронтҡа оҙатыла. Көнбайыш фронтының кесе лейтенанттар курсын тамамлай.
1942 йылдың декабренән — ғәмәлдәге армияла. Сталинград, Үҙәк һәм Белорус фронттарында һуғыша. Яралана. Хәрби юлы тулыһынса 16-сы кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы составында үтә. Разведка взводы командиры була. Кесе лейтенант Соловьев Һул яр буйы Украинаны азат иткәндә айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Соловьев етәкселегендәге взвод беренеселәрҙән булып Снов йылғаһы аша сыға һәм, плацдармды яулап алып, төп көстәрҙең йылға аша сығыуына һәм Черниговҡа һөжүм итеүгә булышлыҡ итә. Днепр йылғаһынтағы ла беренселәрҙән була. Уның взводы өс дошман контратакаһын кире ҡаға. Фашистар Галки ауылы янындағы йылға аша сығыу урынын ҡыйратырға тырыша. Соловьев үҙе шәхсән бер нисә тиҫтә гитлерсыны юҡ итә..
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Соловьёву Гавриилу Иванович Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.[2]
1944 йылдың сентябрендә Буденный исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ юғары офицер кавалерия курстарына уҡыуға ебәрелә. Бында ул Еңеү көнөн ҡаршылай. 1946 йылдың ғинуарында уҡыуын тамамлай, 99-сы гвардия мотоуҡсылар взводы командиры вазифаһында хеҙмәт итә. 1946 йылдың октябрендә лейтенант Соловьев запасҡа китә.
Мәскәүҙә йәшәй. Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе предприятиеларында столяр булып эшләй. 1982 йылдың 8 майында вафат була. Мәскәүҙә Кунцев зыяратында ерләнә.
Ленин ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышыордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергә- Иваново өлкәһендәге Заволжск ҡалаһында Геройға бюст ҡуйылған.
- Г. И. Соловьевтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Была в составе современного Заволжского района Ивановской области
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Подвиг. 3-е издание, испр. и доп. — Ярославль, 1980.
- Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.
Һылтанмалар
үҙгәртергәГавриил Иванович Соловьёв . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 3 февраль 2014.