Төп менюны асырға
Һул яр буйы Украина XVII быуатта

Һул яр буйы Украина, Һул яр буйы Гетманщина — Днепр йылғаһы ағымының һул ярында урынлашҡан һәм хәҙерге замандағы Чернигов, Полтава, Сумы өлкәләренән, шулай уҡ Киев һәм Черкасск өлкәләрен үҙ эсенә алған территория. Көнсығышта — Һул яр буйы Украина Слобода Украинаһы менән, көнсығышта Запорожье Сечының ерҙәре менән сиктәш булған.

Һул яр буйы Украина Рус дәүләте составына Земство соборы (Мәскәү, 1653) һәм Переяславль Радаһы (1654) ҡарарҙарына ярашлы Украинаның бер өлөшө булараҡ ҡабул ителә.

ТарихыҮҙгәртергә

Тарихи яҡтан Һул яр буйы Украина атамаһы XVII быуатта, Гетманщиналағы Граждандар һуғышы осоронда, барлыҡҡа килә, тарихҡа Руина исеме аҫтында инә. 1654—1667 йыдарҙағы рус-поляк һуғышы барышында казактар араһындағы бүленеү (раскол) һөҙөмтәһендә Днепҙың ике ярында ла үҙ гетманы һайлана.

Һул яр буйы Украинала 1663 йылда Иван Брюховецкий гетман булып һайлана, Уң яр буйы Украинала — Павел Тетеря. Украинаның Днепр буйлап икегә бүленеүе юридик яҡтан 1667 йылғы Андрус ваҡытлы солох менән нығытыла, рәсми рәүештә Һул яр буйы Украина, үҙ автономияһын һаҡлап ҡалып, Рус батшалығы составына инә. Әлеге статусы 1781 йылда Екатерина II тарафынан юҡҡа сығарыла.

Һул яр буйы Украина полк һәм йөҙлөктәргә бүленә, уларҙың башында полковниктар һәм сотниктар тора. Формаль рәүештә был вазифаларға һайлап ҡуйылған, әммә ысынында әлеге вазифаларҙы гетман тәғәйенләнгән һәм батша указы менән хупланған казак старшинаһының вәкилдәре биләгән. 17221734 йылдарҙа һәм 1764 йылдан һуң Һул яр буйы Украина менән Малороссия коллегияһы идара иткән. 1781 йылдан һуң Һул яр буйы Украина Чернигов, Новгород-Северский һәм Киев наместниклыҡтарына бүленә. 1796 йылда ул Малороссия губернаһы булып һанала, ә 1802 йылда Чернигов һәм Полтава губерналарына бүленә. Казак полктары рус армияһының регуляр полктары тип үҙгәртелә.

Днепрҙың уң ярында урынлашҡан булыуына ҡарамаҫтан, сәйәси яҡтан Рус дәүләте составында ҡалған Киевты ла Һул яр буйы Украинаға индереп була.

Һул яр буйы Украина полктарыҮҙгәртергә

  • Нежин полкы
  • Миргород полкы
  • Переяславль полкы
  • Прилуцк полкы
  • Полтава полкы
  • Чернигов полкы

Һул яр буйы Украинаның Запорожье Ғәскәре гетмандарыҮҙгәртергә

  1. Беспалый Иван (наказлы гетман) — 1658—1659
  2. Самко Яким Семёнович (наказлы гетман) — 1660—1663
  3. Брюховецкий Иван Мартынович — 1663 йылда Запорожье Сечының «кошевой гетманы», Запорожье Ғәскәре гетманы1663—1668
  4. Многогрешный,Демьян — 1669—1672
  5. Самойлович Иван — 1672—1687
  6. Мазепа Иван Степанович — 1687—1704

ХалҡыҮҙгәртергә

Һул яр буйы Украина Рәсәй империяһының көнсығыш-славян халҡының иң эре өлөшө булараҡ билдәле булған (95 %), хәҙерге ваҡытта Һул яр буйы Украинала өс төп милләт йәшәй -— украин, урыҫтар һәм белорустар.

Өлкә Украиндар, мең Украиндар, % Урыҫтар, мең Урыҫтар, % Белорустар, мең Белорустар, %
Полтава өлкәһе 1481,1 тыс. 91,4 % 117,1 тыс. 7,2 % 6,3 тыс. 0,4 %
Чернигов өлкәһе 1155,4 тыс. 93,5 % 62,2 тыс. 5 % 7,1 тыс. 0,6 %
Сумы өлкәһе 1152 тыс. 88,8 % 121,7 тыс. 9,4 % 4,3 тыс. 0,3 %

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә