Созонов Егор Сергеевич

Созонов Егор Сергеевич (Сазонов) (26 май (7 июнь) 1879, Петровское, Вятка губернаһы — 27 ноябрь (10 декабрь) 1910, Таулы Зерентуй, Байкал аръяғы өлкәһе) — урыҫ революционеры, эсер, террорсы, В. К. Плевены үлтереүсе

Созонов Егор Сергеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 26 май (7 июнь) 1879
Тыуған урыны Петровское[d], Уржумский уезд[d], Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 ноябрь (10 декабрь) 1910 (31 йәш)
Вафат булған урыны Горный Зерентуй[d], Нерчинско-Заводский уезд[d], Байкал аръяғы өлкәһе[d], Иркутск генерал-губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы[1]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Ерләнгән урыны Сергиевское кладбище (Уфа)[d]
Хәләл ефете Богданова-Бельская, Паллада Олимповна[d]
Балалары Богданов, Орест Сергеевич[d]
Һөнәр төрө революционер, террорист
 Созонов Егор Сергеевич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Егор Созонов Уржумский өйәҙенең Петровское ауылында (хәҙер {{ТыуыуУрыны|Уржум районы Киров өлкәһе) бай урман сәнәғәтсеһе старообрядсы ғаиләһендә тыуған.   Өфө ирҙәр гимназияһында уҡый, артабан Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. Созонов Мәскәү университетының медицина факультетында уҡый. Тормош маҡсатын шулай итеп билдәләй: земство табибы буласаҡ һәм ауырыуҙарҙы дауалаясаҡ   Революцион кәйефле 183 Киев студентын һалдатлыҡҡа биреүҙәре йәш кешелә нәфрәт уята, ул үҙенең иптәштәрен батша хөкүмәтенең был ҡарарына ҡаршы сығырға саҡыра. Демонстрация тар-мар ителә.

 
Акатуяла һөргөнгә ебәрелгән эсерҙар. Һүрәттә һулдан-уңға Мария Школьник, Григорий Гершуни, Спиридонова Мария, Александр Измайлович, Биценко Анастасия; икенсе рәттә: Егор Сазонов, Ревекка Фиалка, Петро Сидорчук, Лидия Езерская, Петр Карпович

 

 
Беренсе ҡулға алыныуҙан һуң Егор Сазонов

1901 йылдың апрель айында Егор Сазонов университеттан ҡыуыла һәм Өфөгә һөргөнгә ебәрелә. Һөргөндә йәмәғәт һәм революция мәсьәләләре буйынса әҙәбиәт уҡыу меннә шөғөлләнә. 1901 йылдың майында рөхсәтһеҙ әҙәбиәтте һаҡлауы өсөн йәнә ҡулға алына һәм Мәскәүгә оҙатыла. . Атаһы үтенесе буйынса азат ителә. «Урал социал-демократтарҙың һәм социалист-революционерҙары союзына» ҡушыла, әммә 1902 йылдың мартында ҡулға алына һәм ай ярым тотоҡонлоҡта булғандан һуң Көнсығыш Себергә төрмәгә ебәрелә

1902 йылдың 16 (29) мартында Оло Успенская урамындағы Сазонов йәшәгән 99-сы фатирға полициялылар бәреп инә[2], Эҙләүҙәр башлана. Егор һиҙҙермәй генә ҡуйын дәфтәренән бер нисә битен йыртып ала ла ауыҙына тыға, һәс сәйнәй башлай. Әммә ашығып кәрәкле битте йыртып алмаған була. Полицейский ҡулында кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр: адрестар, йәшерен осрашыу урындары була. Уны Өфө төрмәһенә ябалар, уның менән тупаҫ мәғәләмә итәләр. Ул аслыҡ иғлан итә. Уны Һамарға ебәрәләр, ә унан яҡут — төрмәһенә.

1903 йылдың июлендә Көнсығыш Себергә китеп барған юлда Созонов ҡаса, легаль булмаған хәлгә күсеп, Швейцария китә. Сит илдә тулыһынса социал-революционерҙар партияһына ҡушыла һәм хәрби ойошмаға инә.

Егор Созонов ялған паспорт менән Рәсәйгә ҡайта.

1904 йылдың 15 (28) июлендә Петербургта хәрби ойошма буйынса башҡа иптәштәре менән эске эштәр министры В.К.Плевены үлтерә. Беренсе булып бомба менән Боришанский бара, ул Плевеның каретаһын яны тапҡырынан үткәреп ебәрергә тейеш була. Уның артынан Созонов — бомбаны төп ташлаусы килә. Уның артынан Каляев һәм Сикорский эйәрә, улар Созонов яңылышҡанда үлтерегә тейеш була. Карета кире боролған осраҡта эште Боришанский тамамлап ҡуйырға тейеш була. Каретаны күреү менән Созонов тротуарҙан сыға һәм уға бомба ташлай. Плеве беренсе тапҡырҙан үлә. Созонов үҙе ҡаты яралана һәм полицейскийҙар һәм һаҡсылар тарафынан ныҡ туҡмала, ҡулға алына, ҡара эшселәр өсөн тәғәйенләнгән Александров дауаханаһына ебәрелә, һәм уға опреция яһала.[3]

Созоновты барлыҡ хоҡуҡтарҙан мәхрүм итәләр һәм каторга төрмәһендә срокһыҙ тотоуға билдәләйҙәр, Шлиссельбург ҡәлғәһенә ябалар. Унан һуң Бутырская төрмәһе була, унан Созоновты Нерчин рудниктарына ебәрәләр


1905 йылғы амнистия [4] Созоновтың каторгала булыуын билдәле срок менән сикләй

Зерентуй фәжиғәһе үҙгәртергә

 
Егор Сазоновтың үҙ үҙенә ҡул һалғандан һуң мәйете

1907 йыл аҙағында уны Зерентуй каторга, төрмәһенә күсерәләр, унда тотҡондарҙы тотоу режимы иреклерәк була

Хҡкүмәт Созоновты ҡулдан ысҡындырмау өсөн бөтә сараларҙа күрә. Үҙәктән яңы төрмә начальнигы И.Высоцкий ебәрелә, ул сәйәси тотҡондарҙың хоҡуғын енәйәт ҡылыусыларҙыҡы менән тигеҙләй һәм тән язаһы ҡулланыуҙы индерә. Юҡ-бар сәбәптәр табып, сәйәси тотҡондарҙы ҡамсыларға бойора. Үҙ үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары йышая. Уларҙы булдырмау һәм тотҡондарҙың яҙмышына йәмәғәтселек фекерен йәлеп итеү өсөн, 1910 йылдың 27 ноябрендә (10 декабрь) Сазонов ағыу ҡабул итә.

Созоновтың үҙ үҙенә ҡул һалыуы тураһында хәбәр рус йәмғиәтенә көслө тәьҫир итә һәм студенттар тулҡынланыуына сәбәп була (1910—1911)[5].

Ерләү үҙгәртергә

Тәүҙә уны Тау Зерентуйында ерләйҙәр[6]. 1917 йылдың 25 майында Созоновтың кәүҙәһен Өфөгә алып киләләр. Яңынан ерләү Сергиев зыяратында үтә. 1917 йылды ҡәберҙә һәйкәл ҡуйыла. Ул 3 м бейеклектәге һәм 1,3 м киңлектәге дүрт ҡырлы обелисктан тора. Кирбестән һалынған, цементланған һәм штукатурланған. Обелиск уртаһында, кирбес һалыуға һоро төҫтәге мәрмәр плита беркетелгән:   Обелисктың икенсе яғында шулай уҡ мәрмәр плитала текст бар:   Һәйкәлдең өҫкө өлөшө табаҡлы тимерҙән дүрт яҡлы металл япма менән осланған. Хәҙер емерелгән һәйкәл урынында һоро обелиск тора.

Хәтер үҙгәртергә

  • Воронеж Петр Сазонов урамы бар. Элек был урында Петр Алексеев һәм Егор Сазонов урамдары киҫешкән. 1970 йылдарҙа урамдар төҙөлә, ә ҡалған юлдар «берләшткән» атама ала.

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Атаһы: Лазаревич Сергей Созонов — крәҫтиән-старообрядсы, һуңынан урман сәнәғәтсеһе була.
  • Әсәһе : Акилина Логиновна. Йәш сағында монахиня булырға теләй, ләкин уны атаһы Сергей Лазаревич кире өгөтләй.
  • Ағаһы: Сазонов Зот — революционер, хәрби ойошмаларҙа ҡатнаша[7].
  • Кәләше: Прокофьева Марина Алексеевна, эсер[8], хәрби ойошма ағзаһы, 1907 йылдан Б Н. Никитенко һәм б С. Синявский менән Николай II үлтерергә маташыу эше буйынса хөкөм ителә[9]
  • Өйҙәше: Паллада Стрынкевич, йәш сағында Сазоновтың һөйәркәһе булған, Сазоновтан ике балаһы тыуа[10]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Созонов Егор Сергеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Ныне Коммунистическая улица, 105 «б»
  3. Императорский Московский университет, 2010, с. 669
  4. Николай II 17.10.1905 подписал Манифест о даровании либеральных свобод.
  5. Императорский Московский университет, 2010
  6. Ныне Нерчинско-Заводский район Читинской области, Забайкальский край.
  7. Б. Савинков. Часть II. Глава I. Покушение на Дубасова и Дурново // Воспоминания террориста. — Харьков: Пролетарий, 1928.
  8. Прокофьева Мария Алексеевна Сайт М. Г. Талалая
  9. Б. В. Савинков. Убийство великого князя Сергея // Воспоминание террориста / И. М. Пушкарева. — 2-е изд. — М.: Московский рабочий, 1990. — ISBN 5-289-01128-5.
  10. А. А. Мурашев, Н. Н. Врангель. Барон и Муза / Аркадий Мурашев, А. Скаков. — Коло, 2001. — С. 135. — 224 с. — ISBN 5-901841-02-6.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • [ Созонов Егор Сергеевич] — Ҙур энциклопедик һүҙлектән
  • Созонов Егор Сергеевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • [ Созонов Егор Сергеевич] — Энциклопедии «Отечество»
  • А. Залесов. Две прогулки по Уфе, или Хаос вопреки Порядку
  • Ю. Узиков. Краеведческий калейдоскоп
  • Закиров Р. С. Эсеры в Уфе 2014 йыл 26 апрель архивланған.
  • Ерофеев Н. Д. СОЗОНОВ (Сазонов) Егор Сергеевич // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 669. — ISBN 978-5-8243-1429-8.

Һылтанмалар үҙгәртергә