Смирнов Александр Иванович (физиолог)
Смирнов Александр Иванович (1887—1976) — СССР ғалимы һәм физиология өлкәһендә педагог, медицина фәндәре докторы (1916), профессор (1919), СССР РМФА ағза-корреспонденты (1950). Медицина хеҙмәте полковнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1946).
Смирнов Александр Иванович (физиолог) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1887 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 11 май 1976 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | физиолог |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Иванович Смирнов Петроградта 1887 йылдың 10 сентябрендә тыуа.
1909 йылдан 1914 йылға тиклем Император Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетында тәбиғи бүлегенә уҡырға инә. 1909 йылдан 1916 йылға тиклем И.П. Павлов етәкселегендә лабораторияла аш һеңдереү биҙҙәренең секрецияһы механизмдарын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнә.
1919 йылдан алып 1920 йылға тиклем Кубань ауыл хужалығы институтында физиология кафедраһы професоры дәрәжәһендә педагогик эш менән шөғөлләнә һәм бер үк ваҡытта 1920 йылдан алып 1932 йылға тиклем педагогик эштә Кубань медицина институтында нормаль физиология кафедраһы мөдире була.
1932 йылдан 1942 йылға тиклем 4-се Мәскәү медицина институтында уҡыта. 1942 йылдан 1944 йылға тиклем Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафында, Бөйөк Ватан һуғышында Брянск һәм Төньяҡ-Көнбайыш фронттарҙа эвакуация госпиталенең начальнигы сифатында ҡатнаша. 1944 йылдан Совет Армияһының Үҙәк ғилми-тикшеренеү клиник госпиталенең ойоштороусыһы һәм етәксеһе, бер үк ваҡытта 1950 йылдан СССР Медицина фәндәре академияһының физиология төркөмө етәксеһе. 1952 йылдан 1956 йылға тиклем Үҙәк табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтының хәрби факультетында педагогик эштә — хәрби физиология кафедраһы начальнигы була[1][2][3].
Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге
үҙгәртергәА.И. Смироновтың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге физиология, шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлегенең экстракардиаль көйләүҙе һәм ҙур баш мейеһенең һәм ярымшарҙар ҡабығы үҙәгенең фунциональ бәйләнешенең проблемалары өлкәһендәге мәсьәләләрҙе өйрәнеү менән бәйле. А.И. Смирнов етәкселегендә норма һәм патологияла, шул иҫәптән гипотермия, гипоксия, миокард инфаркты шарттарында йөрәк эшмәкәрлегенең көйләү законлылыҡтары өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. А. И. Смирнов И.П. Павлов исемендәге Бөтә Союз физиология йәмғиәтенең почетлы ағзаһы булып тора, шулай уҡ бер нисә ҙур ойошмалар ағзаһы, шул иҫәптән СССР Юғары аттестация комиссияһы, Ғалимдар Советы Президиумы — РСФСР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һәм Совет армияһының Төп хәрби-медицина идаралығы ағзаһы булып тора.
1916 йылда ул медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «К физиологии панкреатической секреции» темаһына диссертация яҡлай, 1919 йылда уға ғилми профессор исеме бирелә. 1950 йылда СССР Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана. А.И. Смирнов етәкселегендә йөҙгә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм юғары медицина уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр, шул иҫәптән: «О центральном тоническом и рефлекторном замедлении сердечного ритма» (1928), «О происхождении тонуса центра блуждающего нерва» (1929), «О вегетативной нервной системе» (1932), «Регуляция дыхательных движений» (1940), «О депрессорном нерве синокаротидной области» (1947), «К вопросу о функциональной взаимосвязи с дыхательным центром коры больших полушарий головного мозга и других отделов центральной нервной системы» (1959), «Роль тонуса центров блуждающих нервов в экономной форме сердечной деятельности» (1967) һәм «Сердце как гетерогенная возбудимая система» (1970) дәреслектәре яҙыла. 1946 йылда эксперименталь физиология өлкәһенә индергән өлөшө өсөн А. И. Смирнов РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре почетлы исеменә лайыҡ була[1][4][3].
1976 йылдың 1 майында Мәскәүҙә вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 23. — 576 с.
- ↑ Александр Иванович Смирнов . Кубанский государственный медицинский университет. Дата обращения: 23 сентябрь 2020. 2021 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Александр Иванович Смирнов (К 85-летию со дня рождения) / Кардиология // 1972. — №10 (12) — С.157
- ↑ Александр Иванович Смирнов.Кубанский государственный медицинский университет. Дата обращения: 23 сентября 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 23. — 576 с.