Ҡойон
Ҡойон (рус. Смерч, шулай уҡ торнадо (исп. tornar "вертолет, крутить"[1]) — атмосфера өйөрмәһе. Ул йәшенле ямғыр болотонда барлыҡҡа килеп ергә тиклем һуҙылып төшөүе ихтимал, диаметры йөҙәр метрға етә[2]
Һүрәтләү
үҙгәртергәӨйөрмәнең уртаһындағы һауа аҫҡа төшкәндә, тыш яҡтағыһы өҫкә күтәрелә һәм был үҙ сиратында һауа ҡыҫымын бушата. Баҫымдың төрлөлөгө һөҙөмтәһендә уның уртаһында ҡалған предметтар, шул иҫәптән йорттар ҙа шартлауы ихтимал. Өйөрмә уртаһындағы һауа ағымының тиҙлеген теүәл иҫәпләү әлегә тиклем ҡатмарлы. Шуға күрә уны яҡынса күҙәтеүҙәрҙән алып билдәләйҙәр. Сама менән ул секундына 18 метрҙан алып сәғәтенә 1300 км-ға етеүе бар.
Өйөрөлөү
үҙгәртергәТөньяҡ ярымшарҙа барлыҡҡа килгән ҡойонда һауа ағымы сәғәт теленә ҡаршы яҡҡа өйөрөлә. Шулай уҡ кире йүнәлештә әйләнгән осраҡтары ла булыуы билдәле[3].
Сәбәптәре
үҙгәртергәҠойондо барлыҡҡа килтергән сәбәптәр ошоға тиклем тулыһынса асыҡланмаған. Тик уларға хас ҡайһы бер дөйөм мәғлүмәттәрҙе генә билдәләргә була.
Ҡойон барлыҡҡа килгән урындар
үҙгәртергәИң күп ҡойондар Төньяҡ Америка континентында теркәлә, айырыусы АҠШ-тың урта штаттарында. Көньяҡтағы Флорида штатындағы Флорида-Кис утрауҙары янында диңгеҙ яғынан маҙан алып октябргә тиклем көн дә тиерлек ҡойон килә. 1969 йылда бында 395 осраҡ теркәлгән.
Ер шарының сираттағы ҡойон төбәге тип Европа (Пиреней ярымутрауынан тыш) һәм Рәсәйҙең (төньяҡ өлкәләренән тыш) Европа өлөшө иҫәпләнә.
Шулай уҡ ҡойон Аргентина, Көньяҡ АФРИКА Республикаһы, Австралияның көнбайышы һәм көнсығышы, атмосфера фронты бәрелеше булырҙай ҡайһы бер башҡа төбәктәрҙә теркәлә.
Ҡом ҡойондары
үҙгәртергәҠом ҡойондары сүлдәрҙә (Мысыр, Сахара), шулай уҡ Марста күҙәтелә. Мысырҙа диаметры 2-3 метр, бейеклеге 500, хатта 1000 метрға еткән ҡойондар теркәлә. Улар бер аҙ ваҡыттан (ҡайһы саҡ 2 сәғәткә тиклем) тыныслана һәм тарҡала[4].
Зыяны
үҙгәртергә- Ҙур бейеклеккә күтәрелеүе (унан ҡолау кеше ғүмеренә янай)
- Ҡойон күтәргән предметтар (шул иҫәптән менән осло ҡырлы), ҙур тиҙлек менән оса
- Йорттар емерелеүе, коммуникация, электр сымдары өҙөлөүе
- Янғындар сығыуы[5]
Һаҡланыу саралары
үҙгәртергәҠорос каркаслы тимер-бетон төҙөтмәләрҙә иң ышаныслы диуар янында йәшенер кәрәк. Иң яҡшыһы - ер аҫты баҙы, мәмерйәләр. Ҡойон мәлендә автомобиль эсендә, ҡыуыштарҙа ҡалыу хәүефле[6].
Әгәр ҡойон яланда осраһа, соҡорло урындарға төшөп ҡулдар менән башты ҡаплап йөҙтүбән ятыр кәрәк. Был осраҡта йәрәхәт алыуҙы кәметеү ихтималлығы бар.
Ҡыҙыҡлы осраҡтар
үҙгәртергә- Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ҡойон тураһында 1406 йылда теркәлгән. Троицк йылъяҙмаһы хәбәр итеүенсә, Түбәнге Новгородта ҡот осҡос ҡойон егеүле атты арбаны кешеһе менән күтәреп алыҫҡа осороп алып китә. Арба менән аттың мәйете иртәһенә Волганың икенсе ярында ағаста элеүле табыла, ә кеше хәбәрһеҙ юғала.
- 1879 йылдың майында "ирвинг ҡойоно" тип аталған өйөрмә кешеләр менән бергә сиркәүҙе һауаға күтәреп дүрт метр ситкә күсерә. Сиркәү артыҡ зыян күрмәй, бер нисә кеше генә һынып төшкән түбә таҡталарынан йәрәхәтләнә.
- 1904 йылдың 29 июнендә Мәскәүҙә үткән ҡойон Анненгоф сауҡаһында ағастарҙы йолҡоп ташлай, Лефортово, Сокольники, Басман урамы, Мытище зыян күрә, Мәскәү йылғаһының һыуын төбө күренгәнсе һура[7].
- 1923 йылда Теннесси (АҠШ) штатында ҡойон өйҙөң ҡыйығын һәм диуарҙарын күтәреп алып китә, ә өҫтәл артында ултырған хужалар еңелсә ҡурҡыу менән генә ҡотола.
- 1940 йылда Горький өлкәһенең Мещеры ауылында көмөш тәңкәләрҙән ямғыр яуа. Баҡһаң, өлкә биләмәһендә яуған йәшенле ямғыр күмелгән хазинаны йыуа һәм ҡойон тарафынан күтәрелә[8].
- 1965 йылдың апрелендә АҠШ-тың өҫтөндә бер юлы 37 торнадо барлыҡҡа килә. Уларҙың бейеклеге 10 км, диаметры яҡынса 2 км, тиҙлеге сәғәтенә 300 км тиклем етә. Был мәлдә алты штатта 250 кеше үлә, ә 2500 кеше төрлө йәрәхәттәр ала.
- Иң көслө ел АҠШ-та Оклахома һәм Канзас штатында 1999 йылдың майында теркәлә. Уның тиҙлеге сәғәтенә 511 км була[9].
- Иң ҙур ҡойон АҠШ-тың Оклахома һәм Канзас штатында 2013 йылдың 20 майында була. Оклахома-Сити янындағы Мур ҡалаһында ойошҡан ҡойондоң тиҙлеге 322 км/сәғ, ҡыуышлығының диаметры яҡынса 3 км (Футзита шкалаһы буйынса иң юғары категория (EF5) бирелә). буйынса усовершенствованный шкала буйынса бәләне Фудты). Шулай ҙа Оклахома-Сити янындағы Эль-Рино 31 майҙа үткән ҡойон тағы ла ҡеүәтлерәк булып сыға. Ундағы ел тиҙлеге 485 км/сәғ., диаметры 4,2 км (категорияһы EF5). Был торнадо мәлендә АҠШ-тағы иң билдәле "ҡойон аулаусы" Тим Самарас, шулай уҡ уның улы Пол Самарас һәм хеҙмәттәше Карл Янг һәләк була[10].
- 1984 йылдың июнендә РСФСР-ҙың үҙәк өлкәләренән бер нисә көслө ҡойон үтә. Иң көслөһө Иваново ҡалаһы янында була һәм бик ҙур зыян килтерә.
Ағымдағы тикшереү
үҙгәртергәМетеорология сағыштырмаса йәш фән һәм ҡойондарҙы өйрәнеү күптән түгел башланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вараксин, А. Ю., Рома М. Э., Копцев В. Н. Торнадо. М.: Физматлит.— 2011.— 344 с — 300 дана — ISBN 978-5-9221-1249-9
- Арсеньев С. А. В. Бабкин. А. Губарь А. Ю., Николаевский В. Н. Теория мезомасштабной турбулентности. Вихри атмосферы и океана. 2010.— 308. с.
- Arsen'yev A. S. Mathematical modelling of tornadoes ans squall storms // Geoscience Frontiers.— 2011.— Vol.2.—Issue 2.— P. 412-416
- Арсеньев С. А. Электромагнитные поля в торнадо и смерчах // Вестник Московского университета. Серия 3: физика и астрономия.— 2012.— № 3.— С. 51 — 55
Торнадо тураһында фильмдар
үҙгәртергә- Навстречу шторму (фильм, 2014)
- Смерч (фильм, 1996)
- Долина Торнадо[уточнить]
- Ужас торнадо в Нью-Йорке (англ. NYC: Tornado Terror)
- Торнадо (фильм, 2004)
- Ядерный смерч (англ. Atomic Twister)
- Штормовое предупреждение
- Категория 7: Конец света
- Супершторм (англ. Superstorm (film))
- Ночь торнадо (фильм)
- Послезавтра (фильм)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Торнадо (төшөнсә)
- Һыулы ҡойон
- Дауыл
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Значение слова торнадо . Дата обращения: 18 ғинуар 2017.
- ↑ Советский энциклопедический словарь. — М.: «Советская Энциклопедия», 1981. — 1600 с.
- ↑ Статья о торнадо и смерчах на портале PrimeInfo
- ↑ Г. Любославский: Смерчи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Черныш И. В., «Походная энциклопедия путешественника», — М.: ФАИР-ПРЕСС, 2006, С. 289, ISBN 5-8183-0982-7
- ↑ Джон Уайзман «Полное руководство по выживанию», — М.: АСТ, 2011, С. 549, ISBN 978-5-17-045760-1
- ↑ Константин Ранкс «Пустыня Россия», — М.: Эксмо, 2011, С. 185—187, ISBN 978-5-699-46249-0
- ↑ Кравчук П. А. Рекорды природы. — Л.: Эрудит, 1993. — 216 с. — 60 000 экз.
- ↑ Би-Би-Си: «Торнадо: закономерность и непредсказуемость»
- ↑ «Ураган-убийца: история гибели Тима Самараса» 2014 йыл 9 ноябрь архивланған.