Сивцова Маргарита Николаевна

Сивцова Маргарита Николаевна (11 сентябрь 1938 йыл) — педагог, уҡытыусы-методист, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975), СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), Чита өлкәһенең почетлы гражданы , Чита ҡалаһының почетлы гражданы (2012)[1][2]. КПСС-тың XVII съезы делегаты (1986)[3]. Халыҡ мәғарифы отличнигы билдәһе менән бүләкләнгән (1969), «Чита өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына эйә (1997), «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнәгән (Чита, 1998)[1][2].

Сивцова Маргарита Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 11 сентябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Чита, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

1938 йылдың 11 сентябрендә Чита ҡалаһында тыуған. Атаһы — Каслов Николай Александрович педагог, математик, Н, Г. Чернышевский исемендәге Чита дәүләт педагогия институтында физика-математика факультетының беренсе деканы[4][5]. Маргарита Николаевна 1955 йылда урта мәктәпте тамамлағас, 24-се (хәҙер 45-се) мәктәпте тамамлай һәм Н. Г. Чернышевский исемендәге Чита дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә, уны 1960 йылда тамамлай. ЧДПИ-ла уҡыған сағында Маргарита Николаевна үҙенең буласаҡ ире — Борис Данилович Сивцов менән таныша. 1960-1970 йылдарҙа улар икәүләшеп Чита өлкәһенең Хапчеранга ҡасабаһы урта мәктәбендә эшләйҙәр, Маргарита Николаевна математика уҡытыусы булып, Борис Данилович физика уҡытыусыһы булып эшләй [4]. Маргарита Николаевна 1970 йылдан алып Чита ҡалаһының 36-сы урта мәктәбендә эшләй, педагогик стажы-50 йыл[4]. 1986 йылда КПСС-тың XVII съезы делегаты була. Маргарита Николаевна әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, ләкин педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен дауам итә, репетитор булып эшләй[4].

М. Н. Сивцованың атаһы — Каслов Николай Александрович, педагог, математик, Н, Г. Чернышевский исемендәге Чита дәүләт педагогия институтында физика-математика факультетының беренсе деканы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1961), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), миҙалдар менән бүләкләнгән. Халыҡ мәғарифы отличнигы (1960), Чита ҡалаһының почетлы гражданы (1973)[5].

Ире — Борис Данилович Сивцов, педагог, физика уҡытыусыһы, Чита ҡалаһының 36-сы урта мәктәбенең директоры була. ТН. Г. Чернышевский исемендәге Чита дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлаған[4]. «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл» юбилей миҙалы, «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнгән, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы [6] маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Халыҡ мәғарифы отличнигы (1969),
  • «Чита өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1997),
  • «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (Чита, 1998),
  • СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982),
  • РCФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975),
  • Чита өлкәһенең Почетлы гражданы (2001),
  • Чита ҡалаһының Почетлы гражданы (2012),
  • Уҡытыусы-методист.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә