Сергеев Алексей Георгиевич

уҡытыусы, техник фәндәр докторы, Владимир дәүләт университеты доценты, профессор. «Почет ордены» (1995), IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре

Сергеев Алексей Георгиевич (1 апрель 1940 йыл) — уҡытыусы, техник фәндәр докторы, Владимир дәүләт университеты доценты, профессор. «Почет ордены» (1995), IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1999) кавалеры.

Сергеев Алексей Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны Курск, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 июль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (81 йәш)
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны Владимир дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Алексей Георгиевич Сергеев 1940 йылдың 1 апрелендә Курскиҙа тыуа. 1962 йылда Мәскәү автомеханика институтын тамамлай.

Алексей Георгиевич Владимир дәүләт университетында 1967 йылдан алып эшләй. 1968 йылда — кандидатлыҡ, 1981 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай, 1983 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә. 1978 йылда метрология һәм стандартлаштырыу кафедраһын ойоштора. А. Г. Сергеев уҡытыусы, доцент, профессор, 1982—1986 йылдарҙа — автотранспорт факультеты деканы вазифаһын башҡара. Ул ошо факультеттың аяҡҡа баҫыуына һәм үҫешенә ҙур өлөш индерә. Уларға техник системаларҙы эксплуатациялауҙың метрологик тәьмин итеү өлкәһендә яңы перспективалы фәнни йүнәлеш булдыра. 1986—1987 йылдарҙа — уҡыу эштәре буйынса проректор. 1987 йылда ректор итеп һайлана, һуңынан был вазифаға өс тапҡыр һайлана (2005 йылдың 1 июненә тиклем).

А. Г. Сергеев етәкселегендә политехник университет техник университет итеп үҙгәртелә (1993), 1996 йылда — Владимир дәүләт университеты (инженер һәм гуманитар кадрҙар әҙерләү буйынса берҙәм уҡытыу-производство комплексы булараҡ булдырыла).

Алексей Георгиевич уҡыу һәм уҡытыу-методика эштәрендә ҙур иғтибар бүлә, даими ғилми етәксе һәм дәүләт бюджет фәнни-тикшеренеү эштәре етәксеһе, гранттар конкурсы еңеүсеһе булып тора. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәте, шул иҫәптән 18 монографияһы бар. Уның бер нисә фәнни эштәре сит илдәрҙә баҫыла. ВДНХ-ның 5 миҙалы һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе үҙәге миҙалдарына лайыҡ була.

Университеттағы төрлө ғилми йүнәлештәрҙәге 6 диссертация советының береһен етәкләй.

А. Г. Сергеев университетта даими рәүештә фундаменталь йүнәлештәр (математика, физика, биология, химия) үҫеш ала, ә 1993 йылдан башлап, өр-яңы технологиялар (компьютер фәндәре, мәғлүмәт һәм лазер технологиялары) үҫтереү инициаторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

А. Г. Сергеев «Белем» йәмғиәтендә, «Донъяны һаҡлау» комитетында, «Транспорт» нәшриәтендә, Рәсәйҙең Стандартлаштырыу һәм метрология буйынса методик комиссияларында эшләй, «Технологиялар, продукция, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы мәғариф хеҙмәттәре һәм объекттар сифаты» комиссия рәйестәше була. 1987 йылда Владимир өлкә Халыҡ депуттары советы депутаты итеп һайлана.

Ул «Мехатроника», «Автоматизация, идара итеү» һәм «Сифат, инновациялар, мәғариф» һәм Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы ағзаһы, Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы уҡыу-уҡытыу техникаһы буйынса федераль эксперт советы ағзаһы, Владимир өлкәһенең Мәғариф департаменты коллегияһы ағзаһы.

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Фән һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн А. Г. Сергеев Владимир ҡалаһының Хеҙмәт Даны китабына индерелгән.

Күкрәккә таға торған «СССР-ҙың юғары белем өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе

Петр I «Рәсәй фәнен һәм иҡтисадын тергеҙеү эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1998) миҙалы

Рәсәй Космонавтика федерацияһы тарафынан академик С. П. Королев миҙалы (1999) һәм Ю. А. Гагарин миҙалы (2003)

В. И. Вернадский исемендәге көмөш юбилей миҙалы(2002)

В. Г. Шухов исемендә алтын миҙал

Халыҡ-ара уйлап табыу, мәғариф, фән һәм яңы технологиялар «Эврика» Салоны дипломдары һәм миҙалдары (Брюссель ҡалаһы)

Дәүләт наградалары

үҙгәртергә

«Хеҙмәт ветераны» (1988)

«РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем (1989)

«Почет ордены» (1995)

IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1999).

https://famous-scientists.ru/1472

  1. Сергеев Алексей Георгиевич // https://www.biografija.ru/biography/sergeev-aleksej-georgievich.htm