Серб әҙәбиәте (сер. Српска књижевност) — Серб телендәге әҙәбиәт.

Сербтар тураһында
мәҡәләләр

Серб мәҙәниәте
Әҙәбиәт · Музыка
Сәнғәт · Кинематограф
Аш-һыу · Ҡәбиләләр · Милли кейем · Исемдәр
Мәҙәни мираҫ һәйкәлдәре

Төбәк йәки ил буйынса
Сербия (Воеводина · Косово)
Босния · Черногория · Хорватия · Төньяҡ Македония
Венгрия · Румыния · Албания · Словения
Германия · Франция · Австрия · Швейцария
Канада · АҠШ · Австралия· Африка


Субэтностар һәм ҡәрҙәш халыҡтар
Боснийцҙар · Буневецтар
Горандар · Крашовандар
Македондар · Торлалар
Хорваттар · Черногорҙар · Шоктар · Шоптар
Югославтар · Көньяҡ славяндар

Серб ерҙәре
Сербия (Воеводина · Косово)
Черногория · Хорватия (Сербская Краина)
Босния һәм Герцеговина (Серб Республикаһы · Брчко)

Серб православие сиркәүе
Патриархтар · Изгеләр · Монастырҙар

Серб телдәре һәм һөйләштәре
серб · серб-хорват
ужицк · сиған-серб
иҫке славян · славян-серб
штокав · торлакск · шатровачка

Тарих · Владари

Сербтарҙы эҙәрлекләү
Сербофобия · Сербтарҙың геносиды (1941—1945)
Ясеновац · Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте · Крагуевац октябре

Серб әҙәбиәте ғәҙәттә өс осорға бүленә: боронғо — XIV быуат аҙағына йәиһә XV быуат башына саҡлы, урта — XVIII быуат аҙағына саҡлы, һәм яңы (хәҙерге заман).

Боронғо әҙәбиәт

үҙгәртергә

Урыҫ яҙмаһы кеүек үк, Серб яҙмаһы ла, туғандаш булһа ла, тап славян булмаған ерлектә, Сербияға Болгариянан күскән изге Кирилл һәм Мефодий һәм уларҙың уҡыусылары тарафынан грек һәм боронғо сиркәү-славян теленә тәржемә ителгән Священное Писание һ.б. рухани китаптары нигеҙендә үҫешкән. Серб күсереп яҙыусылары үҙ эштәрен башҡарғандан һуң, был китаптар тиҙҙән серб йәнле телмәре үҙенсәлектәре менән сыбарланған, шулай итеп боронғо сиркәү-славян ҡулъяҙмаларының, Рәсәйҙә урыҫ төрҙәре булған кеүек, серб төрҙәре (изводы) барлыҡҡа килгән. Был һәйкәлдәрҙә сағылған серб дөрөҫ яҙыуының (правописаниеһының) төп үҙенсәлеге булып ь урынына ъ, ҙур юс урынына (урыҫ яҙыуындағы кеүек) — у, кесе юс урынына — е, ҡайһы саҡта ь урынына а ҡулланыу тора. Серб изводының иң боронғо ҡулъяҙмалар өлгөһөнә: «Мирославово евангелие»һы — бик һәйбәт һаҡланған XII быуат апракосы, XIII быуат башы һәйкәле — «Влканово евангелие»һы, «Никольское евангелие»һы — XIV б. аҙағына йәки XV быуатҡа ҡарай. Сиркәү һәм рухи-әхлаҡи йөкмәткеле китаптарҙан тыш, сербтар, ул дәүерҙең көнсығыш обрядлы башҡа славяндары кеүек, болғар яҙмаһы ярҙамында Византия әҙәбиәте менән танышҡан һәм болғар яҙыуының ҡалған бөтә составын өйрәнгән.

Тиҙҙән сербтар көнсығыштың дөйөм славян әҙәбиәтенә үҙ аллы өлөш индерә башлаған. Серб ҡулъяҙма күсереп яҙыусылары (книжники) әйләнешендә рухи-донъяуи нәсихәт, ҡайһы берҙә Болгарияла һәм Рәсәйҙә лә йөрөгән тик тарихи йөкмәткеле (Палея, Златоструй, Пролог һ.б.) йәки алдаҡ фәнгә ҡоролған (Физиолог һ.б.) йыйынтыҡтар булған; шул уҡ фекерҙе, мәҫәлән, Александр Македонский, Троя һуғышы, Девгения, Варлаам һәм Иоасафа тураһындағы хикәйәләү характерындағы повестар, һәм шулай уҡ төрлө апокрифтарҙа һәм сиркәү тарафынан кире ҡағылған (болғар руханийы (поп) Иеремияның әҫәрҙәре, богомилдар йәки патарендар китаптары һ.б.) әҫәрҙәр тураһында әйтеп була.

Үрҙә аталған бөтә китаптарҙан бигерәк, беҙ серб йәнле һөйләү теле эҙҙәрен житие яҙмалары произволениеларында һәм хоҡуҡи һәйкәлдәрҙә табабыҙ. Тәүгеләр араһында үҙенең улдары Стефан Первовенчанный, изге Савва һәм изге Савваның шәкерте хиландар иногы Доментиан (ул уҡытыусыһы изге Савва хаҡында ла житие төҙөгән) тарафынан төҙөлгән Стефан Немани житиелары айырыуса мөһим. Инок Феодосий изге Савва житиеһының икенсе төҙөүсеһе булған. Рәсәйҙә әҙәби эшмәкәрлеге менән билдәле булған болғар милләтле Григорий Цамблак Стефан Дечанский житиеһын яҙған; уның тормошо тураһындағы башҡа тасуирлама XIV быуатта сыҡҡан «Цароставник», йәки «Родослов» житие йыйынтығында осрай.

Дөйөм алғанда, серб «житие» яҙмаһы (орфографияһы) үҙенең юғарылығы менән айырылып торған тип түгел, хәҙерге заман тикшеренеүселәре (бигерәк тә А. Ф. Гильфердинг билдәләүенә туҡталһаҡ), самаһыҙ арттырып маҡтау, ике йөҙлөләнеү, ярамһаҡланыу һәм «тәмле» (велеречив) һүҙҙәрҙең маҡталған кешеләрҙең ҡот осҡос енәйәтсел эштәре менән тап килмәгәнлеген ғәҙел рәүештә фашлай. Болғар милләтле «философ» ғалим Константин Костенчскийҙың яҙыу алымы боронғо «житие» яҙыусыларыныҡына түгел, тарихи мәғлүмәтте асыу яғынан яңы заман тарихсылары яҙғанға оҡшаған — Косово яланында төрөктәр тарафынан ҡыйратылған Лазарь батшаның улы, серб деспоты Стефандың житиеһы башҡа житиеларҙан бер аҙ айырылып торған әҫәр; был — барса боронғо серб житие һәм тарихи яҙмаһының иң ҡиммәтле әҫәре.

Хоҡуҡи һәйкәлдәр — килешеү грамоталары һ.б. — улар ошо замандың йәнле серб теле өлгөһө булыу яғынан ғына түгел, йөкмәткеһендә көнкүреште ентекләп биреү яғынан да ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра; мәҫәлән, босний баны Кулиндың кенәз Корваш, дубровницкий илсеһе менән килешеүе (1189), «Винодольский законы» һәм бигерәк тә Стефан Душан батшаның закондар йыйылмаһы (законник), шулай уҡ был батшаның һ.б. хакимдарҙың бүләк итеү ҡағыҙҙары (дарственные) һәм башҡа грамоталар, һәм Фотиев номоканон, йәғни сиркәү ҡарарҙары йыйынтығы[1].

XVII—XVIII быуаттар

үҙгәртергә

Серб әҙәбиәтенең урта периодында тикшеренеүселәр, бер яҡтан, уның Дубровникта сәскә атыуын һәм, шул күренештең сағылышы булараҡ, Славония һәм Босна яҙыусыларының әҙәби эшмәкәрлеге, ә икенсе яҡтан — XVII—XVIII быуаттарҙа Косово яланындағы ҡыйралыштан һуң тынып ҡалған төп серб һәм австрия сербтары әҙәбиәтенең барлыҡҡа килеүен айыралар: был — элекке әҙәби традицияларға таяныс булырға һәм Русь менән китап берҙәмлеген яҡларға тырышҡан яҙыусыларҙың славян-серб мәктәбе. Иртә итальян Яңынан тыуыу (Возрождение) йоғонтоһонда үҫешкән Дубровницкий әҙәбиәте, Серб телен һәм шиғриәтен эшкәртеп, уға байтаҡ дәрәжәлә көс һәм матурлыҡ өҫтәгән (ҡара: Дубровник) бик күп яҙыусылар биргән. Андрей Качич-Миочичтың (1690—1760) уңышлы эшмәкәрлеге дубровницкий әҙәбиәте периодын тамамлай, һәм был, бәлки, уны серб әҙәбиәтенең яңы периоды менән бәйләүсе бер быуын булып тора. Босний яҙыусыларының иң шәбе Матия Дивкович (1563—1631), «Наук крестьански», «Бесиде свьрху (-о) евандельа недильних», «Сто чудеса», изге Катерина тураһында шиғри легенданың һ.б. китаптарҙың авторы. Славонияла ижад иткән яҙыусылар араһында серб китап уҡыусыларына заманында үҙенең «Сатир или ти диви човик» (1761) шиғри әҫәре менән тәрән тәьҫир иткән Матия Антун Релькович (17321778) киң билдәле булған; уның серб әҙәбиәте тарихындағы әһәмиәте Качич-Миочичтың «Һөйләшеү» әҫәренең әһәмиәтенә тиң, сөнки бында авторға замандаш булған славон йәмғиәтенең рухи йөкмәткеһе һәм матди бай тормошо, тәбиғи һәм дөрөҫ һүрәтләүҙәр аша, ул саҡтағы башҡа серб әҙәбиәте әҫәрҙәре һымаҡ, ҡырҡыулыҡҡа һәм тәҡәллефлеккә (һауаланыуға) бирелмәйсә, йәнле итеп сағылдырылған.

Теле буйынса ла, тарихи яҙмыштар буйынса ла, Дубровницкий әҙәбиәтен хорват әҙәбиәтенең бер тарихи периоды менән бәйләргә була. Тәүҙәрәк ул, урта быуаттар төп серб әҙәбиәте кеүек, бары тик «яҙма» ғына булған, әммә әҙәбиәт тип әйтерлек булмаған. Иртә серб яҙмаһының теле — серб халыҡ теле түгел, ә «славян-серб» теле — урыҫ, серб халыҡ һәм сиркәү-славян телдәренең ҡушымтаһы. Был әҙәбиәт көслө урыҫ теле йоғонтоһонда булған, сөнки ул саҡтағы берҙән-бер грамотаға эйә кешеләр, руханиҙар, Рәсәйҙә уҡығандар йәиһә урыҫ уҡытыусыларында уҡығандар.

Патриарх Паисий (XVII быуат) эшмәкәрлеге аша боронғо серб яҙмаһы менән бәйләнгән яҙыусыларҙың славян-серб мәктәбе Христофор Жефарович, Захарие Орфелин, Иоаким Вуич, Ракич, Терлаич һәм бигерәк тә Раич Иоаннды биргән. Раич Иоанндың оҫта тәнҡит эшкәртеүен ҡулланмай яҙылған бәйләнешле һәм системалы көньяҡ славян тарихы ваҡиғаларын хикәйәләүгә ҡоролған «Төрлө славян халыҡтары, айырым алғанда болғарҙар, хорваттар һәм сербтар тарихы» («История разных славянских народов, наипаче болгар, хорватов и сербов») хеҙмәте (17261801) оҙаҡ йылдар дауамында балҡан славяндарының үткәне тураһында берҙән-бер һәм аҙмы-күпме ҡиммәтле мәғлүмәт сығанағы булған. Доситей Обрадовичтың (17311811) иҫ китмәле әҙәби-ағартыу эшмәкәрлеге бер яҡтан славян-серб мәктәбен тамамлай, икенсе яҡтан — яңы серб тел ғилеменең үҙгәртеп ҡороу башланғысында торған атаҡлы Вука Караджич уның хәбәрсеһе булған, әммә Обрадович уның әҙәби элгәре (предтеча) тип аталырлыҡ өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә. Ул — донъя йөҙөндә иң ҡәҙерле тип мәғариф ҡыҙыҡһыныуын һәм китап белемен һанаған мәңге ил гиҙеүсе уҡытыусы тибы. Уның бөтөн борсоулы тормош юлы, тәрән ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ итеп, «Тормош һәм мажаралар» («Живот и приключения») китабында яҙылған (ҡарағыҙ: Радченко, «Досифей Обрадович»). Уның Лейпцигта 1784 йылда баҫылған башҡа күренекле әҫәрҙәре: «Айыҡ аҡыл кәңәштәре» («Советы здравого разума»), Венала 1793 йылда баҫылған «Файҙаға һәм күңел асыу маҡсатында төрлө әхлаҡ-нәсихәт йыйынтығы» — «Серб халҡы өсөн» ғәмәли әхлаҡ курсы булған. Уның теле, элгәре яҙыусыларҙыҡы менән сағыштырғанда, славянизмдарҙан азат булмаһа ла, үҙ эсенә бик күп йәнле халыҡ телмәрен (стихияларын) һыйҙырған; уның донъяға ҡарашы башлыса рационалистик характерлы (мәҫәлән, монастырҙар хаҡында мәсьәләләр). Сәйәси яҡтан ул монархизм яҡлы; ул Бөйөк Пётрҙы халыҡтың бәхетен һәм мәғрифәтселекте хәстәрләүсе хаким өлгөһө тип һанаған.

Вук Стефанович Караджич (1787—1864 йылдар) рух көсө һәм оригиналлеге буйынса, яңы серб әҙәбиәтенең генә түгел, хатта үҙ ваҡытының тарихы өсөн иҫ киткес шәхес булған. Уның оҙаҡ йылдар дауамындағы фәнни-әҙәби эшмәкәрлегенең төп йөкмәткеһе түбәндәге мөһим пункттарға барып терәлә: а) китаптарҙа быға тиклем урын алған серб-славян-урыҫ тел өҫтөнлөгө урынына таҙа халыҡ телен тәүәккәл ҡулланған; б) китапта тик өн башланғысына ғына нигеҙләнгән һәм яңы серб китабын тарихи-этимологик башланғыс өҫтөнлөк алған иҫке серб яҙмаһынан ғына түгел, ә урыҫ һәм болғар яҙмаһынан айырған яңы дөрөҫ яҙыуҙы (вуковица) раҫлаған; в) әҙәбиәтттән халыҡ тормошон һәм йырҙарын белеүҙе һәм һүрәтләгәндәренең ысынбарлыҡ менән тап килеүен талап иткән; г) элек хөкөм иткән метрик һәм силлабик размерҙар урынына серб яһалма шиғриәте һәм халыҡ ижадына яҡын, хатта уға оҡшаған тоник шиғри размер тураһында белдереү яһаған.

Вуктың бөтөн күрһәтелгән үҙгәрештәр элементтары тулы танылыу һәм әҙәбиәттә һәм тормошта сикләнмәгән ҡулланылыу хоҡуғын алыр алдынан, ярты быуатлыҡ көрәштә еңергә тейеш булған. Караджич хеҙмәттәренең иң мөһимдәре: халыҡ йырҙарынан торған ҙур йыйынтыҡ («Серб халыҡ йырҙары» — «Српске народне пjесме»), Серб грамматикаһы («Серб теле яҙыуы» — «Писменица србскога jeзикa»), атаҡлы серб һүҙлеге (һүҙҙәрҙе немец һәм латин теленә тәржемә иткән «телмәрлек» («речник») — тел хазинаһы ғына түгел, халыҡ тормошо, уның йолалары, риүәйәттәре, ышаныуҙары һ.б. гәүһәрҙәре), «Даница» (денница) фәнни-әҙәби альманахының бер нисә сығарылышы, Яңы Заветтың серб теленә тәржемәһе, «Серб халыҡ мәҡәлдәре» («Народне србске пословице»), «Ковчежичь за историю, jeзик и обичaje Срба» — серб халҡы тормошон тасуирлау хазинаһы, «Примjври србскославенского jeзикa». Караджич эшмәкәрлеген сербтар ғына түгел, башҡа славяндар ҙ юғары баһалаған; Рәсәйҙә, мәҫәлән, ул төрлө ғилми йәмғиәт һәм учреждениеларҙың почётлы ағзаһы итеп һайланған. Дөйөм европа фәне лә тәбиғи талантлы (самородок) ғалимдың һоҡландырғыс эшмәкәрлеген юғары баһалаған; мәҫәлән, Якоб Гримм уның хеҙмәттәренең күренекле әһәмиәтен таныған. Благодаря деятельности Вуктың эшмәкәрлеге арҡаһында серб әҙәбиәттең үҙ йүнәлеше лә үҙгәргән: Милован Видаковичтың сентименталь романдары һәм повестары (1780—1841) һәм ода яҙыусы Лушан Мушицкийҙың алдаҡ классик әҫәрҙәре (1777—1837) һәм эпик Симеон Милутиновичтың(1790—1847) зауыҡһыҙ өҫтәмәләр ҡушылған халыҡсан шиғри «Сербиянка» әҫәре урынына — башында Алексей Бранк Радичевич торған (1824—1853) йәнле һәм теремек романтизм[2]. Был бәләкәй серб Пушкинының иң төп әҫәрҙәре булып лирик төрҙәр тора; уның поэмалары күпкә көсһөҙҙәр, драмалар яҙмаған. Уның әҫәрҙәр йыйынтығында («Песме») иң яҡшыһы тип «Дьячки растанак» (шәкерттәр хушлашыуҙары) һәм «Юл» әҫәрҙәре танылған. Беренсе әҫәр тәрән лиризм һәм тәбиғәт күркәмлеген һүрәтләүҙәр менән тулы; уның теле иҫ китмәле: Бранктың дуҫы Радичевич шиғриәтенең ижтимағи һәм әҙәби әһәмиәте тураһында атаҡлы серб филологы Юрий Даничич (1825—1882) тәьҫирләнеп «күҙ йәше кеүек таҙа» тип яҙҙы.

 
Бөйөк шағир Негош

Бранк Радичевич менән бер рәттән беренсе серб шағиры данын уның замандашы черногор «владыкаһы», Пётр II Петрович Негош (1814—1851) бүлешкән[3], уның иртә вафаты туған серб әҙәбиәте өсөн Бранктың унан да алда ваҡытһыҙ үлеме кеүек ҙур юғалтыу булған. Ғәҙәттә Негоштың иң ҙур әҫәре тип «Горски вjeнац» XVII быуат һуңында булып үткән тарихи ваҡиға — черногорлылар үҙҙәренең ҡан-ҡәрҙәштәре потурченсыларҙы ислам динен ҡабул иткәндәре өсөн ҡырыуҙарын драматик формала һүрәтләгән поэмаһы һаналған. Был поэма халыҡ рухын, уй-тойғоларын сағылдырған иҫ китмәле нәфис һәм халыҡсан сәхнәләр менән тулы (урыҫ теленә шиғри тәржемәне Лукьяновский әфәнде эшләгән)[4]. Йован Йованович-Змай (1833—1904), Бранк Радичевичтың шиғри вариҫы, үҙ заманының иң күренекле серб шағиры булған. Ул да башлыса лирик, мадьяр шағирҙары Араньи һәм Петефи, шулай уҡ Пушкин, Лермонтов һ.б. эпик әҫәрҙәренең яҡшы тәржемәсеһе генә булған. Лирик йыйынтыҡтарынан айырым иғтибарға «Розалар» (Дюличи), «Шиңгән розалар» (Дюличи увеоци), «Көнсығыш сәйлән (восточный бисер)» әҫәрҙәре лайыҡ булған[5]. Шулай уҡ уның балалар йырҙары һәм юмористик хикәйәләре һәйбәт. Змай Иованович данды Юрий Якшич һәм Лазарь Костич менән бүлешкән. Тағы ла ағалы-энеле Ильичтәр: лирик Воислав һәм драматург Драгутин, шулай уҡ Качянский билдәле. Черногор кенәзе Николай әҫәрҙәре («Балҡан батшабикәһе» драмаһы, «Нова кода» һ.б.) билдәлелек менән файҙаланған, бөтөн сербтар араһында таралған черногор гимны «Онамо, онамо» («Туда, туда!», В. Бенедиктовтың урыҫ теленә тәржемәһе) ла уның әҫәре. Драматургтарҙан тағы ла Трифкович билдәле. Беллетрик әҫәрҙәргә Г. Атанацкович, С. Любиши, П. Адамов, М. Шабчанин, М. Миличевич, И. Веселинович, С. Матавуль, Я. Игнятович романдары һәм повестары һәм бигерәк тә бөтөн әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән Лазар Лазаревичтың (мәҫәлән, «Мәктәп иконаһы», «Ҡойо янында», «Вертер» һ.б.) әҫәрҙәре ҡарай[6].

XIX—XX быуаттар сигендә серб әҙәбиәте иң юғары дәрәжәгә күтәрелә. Был периодта серб әҙәбиәте донъя әҙәбиәте кимәленә сығырлыҡ әҫәрҙәр бирмәһә лә, ҡайһы бер серб яҙыусылары башҡа илдәрҙең «урындағы» әһәмиәтенә эйә яҙыусыларҙан артта ҡалманы.

XX быуатта серб әҙәбиәтендә йәш, һәләтле бик күп яҙыусылар үҫеп сыҡты. Шуларҙың береһе — Иво Андрич, 1945 йылда баҫылған «Дриналағы күпер» («Мост на Дрине») (сер. На Дрини ћуприја) әҫәре өсөн 1961 йылда әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһы бирелде.

Милош Црнянский, Меша Селимович, Борислав Пекич, Милорад Павич, Давид Албахари, Миодраг Булатович, Добрица Чосич, Зоран Живкович, Елена Димитриевич, Исидора Секулич һәм бик күп шундай авторҙар менән бер рәттән Андрич менән Данило Киш иң билдәле серб авторҙары тип ҡарала. Милорад Павич, иң тәүҙә, уның 24 телгә тәржемә ителгән «Хазар һүҙлеге» аша, (сер. Хазарски речник) бөгөн иң күп билдәле серб авторы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тимофей Флоринский, «Памятники законодательной деятельности Душана», Киев, 1888
  2. «Очерки из истории славянских литератур» А. Степович, Киев, 1893
  3. П. Лаврова, «П. П. Негош», М., 1887, и П. Ровинского, «П. П. Негош», СПб., 1889
  4. впрочем, неудовлетворительно: «Горный венец», М., 1887; перевод отрывка см.
  5. «Рассвет», Киев, 1893 йыл, «Славянская Муза», СПб.
  6. «Русская мысль», 1887 г., «Вестник Европы», 1888 г.
  • Пыпин и Спасович, «История славянских литератур» (т. I—II, СПб., 1879—1881);
  • А. И. Степович, «Очерки истории сербо-хорватской литературы» (Киев, 1899, 400 стр.).
  • «История сербо-хорватской литературы» (1871; перевод книги Ягича, сделанный Петровским)
  • русский перев. книги Новаковича, «Историja србске книжевности» (1877).
  • Серб әҙәбиәте — 1929—1939 йылғы Әҙәби энциклопедиянан мәҡәлә
  • Сербская литература // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)