Селивёрстова Валентина Михайловна
Селиверстова Валентина Михайловна (24 декабрь 1926, Омск — 27 апрель 2014, Омск[2], Рәсәй) — совет парашютсыһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1954), халыҡ-ара категориялы судья (1966)[3]. Парашют спорты программаһының төрлө төрҙәрендә биш тапҡыр донъя чемпионы, (1954, 1964 һәм 1966 йылда) һәм 11 тапҡыр СССР чемпионы (1952 йылдан 1965 йыл буйынса).
Селивёрстова Валентина Михайловна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1926[1] |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Себер крайы[d], Омск ҡалаһы[1] |
Вафат булған көнө | 12 май 2014 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Омск ҡалаһы |
Һөнәр төрө | спортсы |
Квалифицирован для | ҡатын-ҡыҙ спорты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
Валентина Селиверстова 1926 йылдың 24 декабрендә Омск ҡалаһында тыуған. Авиация техникумында уҡый. 1944 йылда 17 йәшендә беренсе тапҡыр парашют менән һикерә. Бөйөк Ватан һуғышы аҙағына тиклем Омск ҡалаһы аэроклубында парашют десант әҙерлеге буйынса инструктор булып эшләй[4].
Һуғыш тамамлағандан һуң да парашют спорты менән шөғөлләнә һәм аэроклубта эшен дауам итә. Уны Омск өлкәһе командаһына, ә һуңынан СССР йыйылма командаһына алалар[4]. 1952 йылдан КПСС ағзаһы. Валентина Селивёрстова парашют спорты буйынса 49 донъя рекорды ҡуя һәм 3000-дән ашыу парашют менән һикергән донъяла беренсе ҡатын-ҡыҙ була[3]. 70 йәшендә парашют менән һуңғы һикереү яһай[2]. Спорт карьераһын тамамлағандан һуң 20 йыл самаһы «Полёт» аэрокосмик берекмәһендә эшләй.
Иҫке-Көнсығыш зыяратында ерләнгән.
БүләктәреҮҙгәртергә
- «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы[4].
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Карякин П. П. Под куполом парашюта: Очерк о парашютистке В. Селиверстовой — Москва: Изд-во ДОСААФ, 1957. — 51 б. — 22000 экз.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Селивёрстова Валентина Михайловна // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ушла из жизни легендарная парашютистка Валентина Селиверстова. Министерство спорта Российской Федерации. 1 февраль 2015 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 Селивёрстова, Валентина Михайловна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Ушла из жизни легенда парашютного спорта Валентина Селиверстова. omskinform.ru. 1 февраль 2015 тикшерелгән.