Сафия
Сафия — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Күп төрки халыҡтарҙа осрай торған ҡатын-ҡыҙ исеме.
Сафия |
Этимологияһы
үҙгәртергәСафия исеме башҡорт теленә ислам дини йоғонтоһонда ингән, ғәрәп телендә — саф, эскерһеҙ тигән мәғәнәгә эйә[1]. София тигән боронғо грек формаһы башҡа европа халыҡтарында ла таралған. Әммә был осраҡта исемдең мәғәнәһе мосолман формаһына тулыһынса тап килмәй. Мәғәнәһе «тәжрибәле», «төплө аҡылы», «фәһемле» тип тәржемә ителә. Төрлө илдәрҙә Софияға оҡшаш: Англияла — Софиа, Германияла — Зофия, Францияла — Софи, Венгрия — Жофия кеүек исемдәр таралған[2]. Мосолмандарҙа Сафи (Сафа), Сафия исеме «сафлыҡ», «ғиффәтлек» «аңлайышлылыҡ», «һайлап алынған» тигәнде аңлата. Бынан башҡа, «тыныс», «ихлас», «ысын» тип тә тәржемәләйҙәр. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡатынының исеме — Сафия бинт Һүәй. Был исем бер аҙ үҙгәртелеп Азия илдәрендә лә ҡулланыла. Дағстанда, мәҫәлән, ҡыҙҙарға Сапият тигән исем бирәләр. Сафина тигән варианты ла осрай.
Сафия исемен йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙ тоғро, теләһә ниндәй ғәйбәтте һәм интригаларҙы ҡабул итмәй, таҙа намыҫлы һәм тураһын әйтә алыусы кеше. Сафия эшлекле, һөнәри оҫталығы менән абруй ҡаҙаныусы. Ижади шәхес, фантазияға һәм хыялға бай[3]
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәСафия бинт Һүәй ғәр. صفية بنت حيي) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, йәһүҙи Бәни Нәдир ҡәбиләһе башлығы һәм уның ҡатыны Бәни Ҡурайза ҡәбиләһе башлығы ҡыҙының ҡыҙы. Атаһы Һүәй ибн Әхтәб исемле булған.
Сафия — 1813—1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашҡан рус армияһында башҡорт полкы командирының Ҡаһым түрә ҡатыны. Ҡаһым түрә (опера) әҫәрендә урын алған Сафия образы.
София Шведская (швед. Sofia Vilhelmina Katarina Maria Lovisa Charlotta Anna av Sverige, нем. Sophie Wilhelmine Katherine Marie Luise Charlotte Anne von Schweden; 21 май 1801 йыл — 6 июль 1865 йыл) — швед принцессаһы, никахта бөйөк герцогиня Баденская. Бөйөк княгиня Ольги Федоровнаның әсәһе.
София Һелин (швед. Sofia Margareta Götschenhjelm Helin; 25 апрель 1972 йыл) — швед театр һәм кино актёры.
Мәҙәниәттә
үҙгәртергәСафия — Хәбибулла Ибраһимовтың «Еҙнәкәй» спектаклендәге герой.
Сафия — Хәбибулла Ибраһимовтың «Кейәүкәй» спектаклендәге герой.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСафия Шаһрияри Афшар — иран табибы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Сафия бинт Ғәбд әл-Моталлип — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең инәһе, Зөбәйер ибн Әүүәмдең әсәһе.
Сафия солтан — донъяға киң билдәле һасекиҙарҙың береһе, Морат солтандың һасекиһы, улы солтан булғас, вәлидә дәрәжәһенә күтәрелгән.
Сыртланова Сафия Шаһихәйҙәр ҡыҙы — табип, Өфө губернаһынан 1‑се һәм 2‑се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы, дворян, Почётлы мировой судья Сыртланов Шаһихәйҙәр Шаһгардан улының ҡыҙы.
Сафия мәсете — Баймаҡ районында Талҡаҫ күле янындағы Иҫән ауылында төҙөлгән мәсет (2018).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Женское имя София
- ↑ Значение имени Сафия, характер и судьба
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |