София Шведская

швед принцессаһы, никахта бөйөк герцогиня Баденская

София Вильгельмина Катарина Мария Ловиса Шарлотта Анна Шведская (швед. Sofia Vilhelmina Katarina Maria Lovisa Charlotta Anna av Sverige, нем. Sophie Wilhelmine Katherine Marie Luise Charlotte Anne von Schweden; 21 май 1801 йыл, Стокгольм, Швеция — 6 июль 1865 йыл, Карлсруэ Һарайы, Баден) — швед принцессаһы, никахта бөйөк герцогиня Баденская. Бөйөк княгиня Ольги Федоровнаның әсәһе.

София Шведская
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Титул королева[d] һәм шаһбикә[d]
Тыуған көнө 21 май 1801({{padleft:1801|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция[1]
Вафат булған көнө 6 июль 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2] (64 йәш)
Вафат булған урыны Карлсруэ[d], Германский союз[d], Германия[1]
Ерләнгән урыны Великогерцогская усыпальница в Карлсруэ[d]
Атаһы Густав IV Адольф[d]
Әсәһе Фредерика Баденская
Бер туғандары Густав Шведский[d], Сесилия Шведская[d] һәм Амалия Шведская[d]
Хәләл ефете Леопольд Баденский[d]
Балалары Александрина Баденская[d], Фридрих I Баденский[d], Вильгельм Баденский[d], Ольга Фёдоровна[d], Мария Баденская[d], Карл Баденский[d], Людвиг (смерть во младенчестве)[d][2] һәм Людвиг II Баденский[d][2]
Нәҫеле Герцог Гольштейн-Готторпский[d]
Монограмма
Тасуирлау биттәре stadtlexikon.karlsruhe.de/…[3]
 София Шведская Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

София Шведская Швеция короле Густав IV һәм уның ҡатыны Фредерика Баденская ғаиләһендә тыуа. Тыуғандан һуң принцесса король балаларының гувернанткаһы Хедвига Ульриква Делагардиға (1761—1832) тапшырыла.

1809 йылда атаһы тәхетенән ҡолатылғанда Софияға туғыҙ йәш була, ғаиләгә илде ташлап сығып китергә тура килә. Сит илгә ҡыуылыу алдында король ғаиләһе өй һағы аҫтында була. Королева Ядвига Шарлоттаның көндәлегендә принцесса түбәндәгесә һүрәтләнә: «үтә үҙ һүҙле йәш ҡыҙ, унда, ағаһы Густавҡа ҡарағанда, үҙен-үҙе тота белеү етешмәй». Ағай һәм һеңле характерҙарындағы айырма хаҡында хатта көләмәс һөйләйҙәр. Фредерика һәм уның балаларына сит илдә элекке король менән осрашыуға сығыу өсөн рөхсәт бирелгәс, сит илгә күсенгәндә күреләсәк хәүефһеҙлек сараларын тикшереү өсөн Ханс Аксель Фон Ферзен килә. Ул китергә йыйынғас, Софияның өлкән ағаһы уға ишекте барып аса. Һуңғараҡ элекке королева Фредерика көндәлектәренә: «София һис ҡасан быны эшләмәҫ ине, ул үҙе тураһында артыҡ юғары фекерҙә»[4].тип яҙа. Софияның ғаиләһе 1809 йылдың декабрендә Швецияны ташлап китә.

Принцесса София 1819 йылдың 25 июлендә үҙенең ике туған ағаһы принц Леопольд Баденскийға, Карл Фридрихтың, бөйөк герцог Баденскийҙың графиня менән Луиза Каролина Гейер менән икенсе никахынан тыуған улына кейәүгә сыға. Сит ил принцессаһы никахы арҡаһында Леопольд Баден тәхетенә ултыра алыр, тигән өмөттә Леопольдтың ағаһы Карл уның София менән никахын махсус рәүештә ойоштора. Леопольд принц булып танылһа ла, тәүҙәрәк ул морганатик никахтан (батша нәҫеленә ҡараған кешенең власҡа яҡын булмаған нәҫел кешеһе менән никахҡа инеүе) тыуған бала һәм Баден тажы вариҫы була алмай, тип иҫәпләйҙәр. Людвиг I идараһы ваҡытында Леопольд ғаиләһе уртаса ғына йәшәй. София 1820 йылда үҙенең беренсе балаһы — Александринаны, киләсәктә герцогиня Саксен-Кобург-Готскаяны таба.

1830 йылда уның ире Бадендың идара итеүсе герцогы титулын ала, һәм Софияға Бөйөк Баден Бөйөк герцогиняһы титулы бирелә. Һарай хеҙмәтселәре Софияны аҡыллы һәм тыңлаусан ҡатын, ләкин талапсан әсәй тип һүрәтләй[5]. Ул, йоҡларға бик һуң ятып, бик иртә тора һәм Бөтә Европа буйынса һибелгән туғандарына хаттар яҙа. Герцогиня сәнғәт, фән һәм сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына. Уға Европалағы бөтә сәйәси ваҡиғалар тураһында еткереп торалар. Германияның бик күп сәйәсмәндәре менән әүҙем хат алыша.

Герцогиня улдарының Австрия армияһында хәрби хеҙмәттә булыуын талап итә. София, ағаһы Густав Швецияға ҡайтып, тәхеткә ултырыр, тип өмөтләнә, ләкин улай булмай. 1848 йылғы революция ваҡытында София ғаиләһе менән Карлсруэнан Страсбургҡа ҡасып китергә мәжбүр була. 1849 йылда ғына кире ҡайталар. 1852 йылда Бернадоттарҙың швед король һарайы Швецияның элекке династияһы менән ярашыу теләген белдерә, ләкин принцесса София теләһә ниндәй осрашыуҙы ҡәтғи кире ҡаға. Әммә 1863 йылда София Швецияның тәхет вариҫы булған принц Оскар һәм уның ҡатыны София менән осраша. Осрашыу уңышлы үтә: София улар менән күп аралаша, Швецияның һәм бигерәк тә Стокгольмдың нисек үҙгәреүе менән ҡыҙыҡһына. Принцесса Оскарға һәм уның ҡатынына G литеры баҫылған медальон бүләк итә («G» «Густав» тигәнде аңлата (Густав уның ағаһының һәм король Оскарҙың исемдәренең береһе).

1852 йылда Софияның ире вафат була. Тәхеткә психик сирҙән яфаланған өлкән улы Людвиг ултыра. 1856 йылда ул вафат була. Тәхеткә Софияның икенсе улы Фридрих I ултыра, һәм ул ярты быуаттан ашыу хакимлыҡ итә. София улын баронесса Стефания фон Генсауға өйләнеүҙән дүндерә. Һуңынан Фридрих Германия императоры Вильгельм I-ҙең ҡыҙы принцесса Луизаға өйләнә.

 
Софияның портреты. Винтерхальтер яҙған.

1864 йылда София яҙыусы Вильгельмина Стольберг менән осраша, артабан ул герцогиня Софияның биографияһын баҫтырып сығара:

София Карлсруэ һарайында йәшәүен дауам итә, 1865 йылда вафат була. Тәүҙә Карлсруэ ҡалаһының протестант сиркәүендә ерләнә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында уның ҡәбере туҙҙырыла. София кәүҙәһе Карлсрцэның бөйөк герцогтар кәшәнәһенә күсереп ерләнә.

Вариҫтары

үҙгәртергә
  • Александрина (1820—1904) — Эрнста II-нең, герцог Саксен-Кобург-Готскийҙың ҡатыны, балалары булмай;
  • Людвиг II (1824—1858) — 1852—1856 йылдарҙа Бадендың бөйөк герцогы, өйләнмәгән;
  • Фридрих I (1826—1907) — 1856—1907 йылдарҙа Бадендың бөйөк герцогы, Прусския принцессаһы Луизаға өйләнгән, өс балаһы була;
  • Вильгельм (1829—1897) — принц Баденский, принцесса Марии Максимилиановна Лейхтенбергскаяның ире, ике балаһы була;
  • Карл (1832—1906), баронесса Розалия фон Бейстҡа өйләнгән;
  • Мария (1834—1899) — Эрнст Леопольд, князь Лейнингенскийҙа кейәүҙә, ике балаһы була;
  • Цецилия (Ольга Фёдоровна) (1839—1891) — бөйөк князь Михаилом Николаевичта кейәүҙә, ете балаһы була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #120636123 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Lundy D. R. Sophie Wilhelmine von Holstein-Gottorp, Princess of Sweden // The Peerage (ингл.)
  3. https://stadtlexikon.karlsruhe.de/index.php/De:Lexikon:bio-0982
  4. Charlottas Hedvig Elisabeth. Дневник Гедвиги Шалотты Гольштен-Готторпской. — Стокгольм: P.A. Norstedt & Söners förlag, 1939. — Vol. VIII 1807-1811. (search for all versions on WorldCat)
  5. Heribert Jansson (in Swedish). Drottning Victoria (Queen Victoria). Hökerbergs Bokförlag. (1963) ISBN.
  • Heribert Jansson (in Swedish). Drottning Victoria (Queen Victoria). Hökerbergs Bokförlag. (1963) ISBN.
  • Charlottas Hedvig Elisabeth. Hedvig Elisabeth Charlottas dagbok. — Stockholm: P.A. Norstedt & Söners förlag, 1939. — Vol. VIII 1807—1811.Charlottas Hedvig Elisabeth. Hedvig Elisabeth Charlottas dagbok. — Stockholm: P.A. Norstedt & Söners förlag, 1939. — Vol. VIII 1807-1811. (search for all versions on WorldCat)
  • Anteckningar om svenska qvinnor. [Utg. av P.G. Berg och Wilhelmina Stålberg]. Stockholm, 1864—1866.

Һылтанмалар

үҙгәртергә