Субботино (Ҡурған өлкәһе)

Субботино (рус. Субботино) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Субботино ауыл советы составына керә.

Ауыл
Субботино
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Сафакүл районы

Ауыл биләмәһе

Субботино ауыл советы

Координаталар

54°52′03″ с. ш. 62°43′09″ в. д.HGЯO

Халҡы

456[1] кеше (2010)

Почта индексы

641098

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

45

ОКАТО коды

37 232 830 001

ОКТМО коды

37 632 430 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Субботино (Рәсәй)
Субботино
Субботино
Субботино (Ҡурған өлкәһе) (Ҡурған өлкәһе)
Субботино

Тарих үҙгәртергә

Революцияға тиклем Субботино ауылының ерҙәре Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була.

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Субботино ауылы ерҙәре Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Субботино ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2010[1]
456

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (83 %) йәшәй[2].Ауылдың башҡортса атамаһы Һыулы. Ауыл 1950 йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан Шәфей ауылы ерҙәрендә урынлашҡан. .

Инфраструктура үҙгәртергә

Ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто,мәсет, китапхана бар[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Субботинский сельский совет 2016 йыл 3 сентябрь архивланған.// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.