Сандалыҡ (ҡасаба)

(Сандалыҡ битенән йүнәлтелде)

Сандалыҡ (русса Сандалак[1][2]) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Михайловка ауыл Советы составындағы 2005 йылда юҡҡа сығарылған ҡасаба. Сыуаштар йәшәгән.

Сандалыҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Михайловка, Башҡортостан Республикаhы һәм Бишбүләк районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 120 кеше (1969)
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2005
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Киҫтәнле-Ивановканан Мәнәүез-Мәскәүгә автомобиль юлында, Сандалыҡ (Сандалак) йылғаһы[3] буйында урынлашҡан. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Яҙ һәм йәй көндәре йыш ҡоролоҡ, ҡыш ҡар бурандары була.

Географик урыны

үҙгәртергә

Ҡасабанан алыҫлыҡ[4] (1969 йылдың 1 ғинуарына):

- район үҙәгенә (Бишбүләк) тиклем: 20 км;

- Киҫтәнле-Ивановка ауыл Советы үҙәгенә (Киҫтәнле-Ивановка) тиклем: 2 км;

- яҡындағы тимер юл станцияһына (Приют) тиклем: 20 км.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Сандалыҡ атамаһы йылға исеменән килеп сыҡҡан[1].

1969 йылда Киҫтәнле-Ивановка ауыл Советы составына инә. Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законында былай тип әйтелә:

4. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы бөтөрөргә:

….
11) Бишбүләк районында:

а) Михайловка ауыл Советының Сандалыҡ ҡасабаһын;

б) Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советының Весёлая Роща ауылын;

в) Сухоречка ауыл Советының Озёровка ҡасабаһын;

г) Каменка ауыл Советының Сергеевка ҡасабаһын;

д) Калинин ауыл Советының Томашйылға ҡасабаһын

1969 йылдың 1 ғинуарына 120 кеше йәшәгән; башлыса сыуаштар[4].

  • Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года: [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. с. 348—430. С. 94.
  • Урыҫса-башҡортса һүҙлек-белешмә Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттар атамаһы / Ф. Г. Хисамитдинова, З. А. Сиразетдин. — Өфө : Китап, 2001. — 317, [2] б.; 21 см; ISBN 5-295-02981-6 84. С.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 84. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  2. Сост. А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов; Под ред. А. А. Камалова (отв. ред.) и др. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. — С. 126. — 199 с.
  3. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  4. 4,0 4,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.94