Томашйылға, шулай уҡ Томаш-Йылға тип тә яҙыла[1] (рус. Тумашелга) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Калинин ауыл Советының 2005 йылда бөтөрөлгән ҡасабаһы.

Томашйылға
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бишбүләк районы
Урын Калинин ауыл советы
Карта

Томашйылға — ике һүҙҙең берләшмәһенән, «томаш» һәм «йылға» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Бер фараз буйынса «томаш» «ығы-зығы», «буталсыҡ» тигәнде аңлата, икенсе фараз буйынса атама Томаш/Томансы антропонимынан алынған.

Географияһы

үҙгәртергә

Томашйылға ауылы урманлы ерҙә[2], Томаш йылғаһының уң ярында урынлашҡан булған.

Географик урыны

үҙгәртергә

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата алыҫлыҡта[3] ята:

  • район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 27 км
  • ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ермолкин): 9 км
  • яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Аксенов): 12 км

Исеме Томаш йылға гидронимынан (Томаш — антропоним, йылға)[1]. Ҡайһы бер һүлектәрҙә Томаш һүҙе эте-төртөш, ығы-зығы кеүек аңлатыла[4]. Әйткәндәй, Томаш исемле ауыл Вологда өлкәһендә лә бар, унда ни бары бер кеше йәшәй. Ә Архангельск өлкәһендә Томаша исемле йылға аға.

21 быуатҡа Томашйылға ауылы халҡының район үҙәгенә һәм яҡындағы ауылдарға күсенеп ултырыуы сәбәпле ауыл ғәмәлдә юҡҡа сыға.

2005 йылдың 20 июлендәге 211-з һанлы «Тораҡ пункттарҙың төҙөлөүенә, берләшеүенә, бөтөрөлөүенә һәм статусын үҙгәртеүгә, административ үҙәктәрҙе күсереүгә бәйле рәүештә Башкортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» Закондың 1 статьяһы хәбәр итә:

4. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы бөтөрөргә:
11) Бишбүләк районында:

а) Михайловка ауыл Советындағы Сандалыҡ ҡасабаһын;

б) Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советындағы Весёлая Роща ауылын;

в) Сухоречка ауыл Советындағы Озеровка ҡасабаһын;

г) Каменка ауыл Советындағы Сергеевка ҡасабаһын;

д) Калинин ауыл Советындағы Томашйылға ҡасабаһын

2015 йылда шул уҡ урында Томаш ауылы барлыҡҡа[5]. Яңы төҙөлә башлаған тораҡ пункт шулай уҡ Калинин ауыл Советы ҡарамағында ҡала. Район халҡына шәхси төҙөлөш өсөн 30 ер участкаһы бирелгән.

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 109 кеше иҫәпләнгән; башлыса татарҙар йәшәгән[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. C.144
  2. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  3. 3,0 3,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.93
  4. В Башкирии появится деревня Тумаш
  5. Закон Республики Башкортостан от 4 декабря 2015 года N 302-З «О внесении изменения в статью 2 закона Республики Башкортостан „О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан“»