Сайранова Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы
Сайранова Сәрүәр Файзрахман ҡыҙы (17 ғинуар 1918 йыл — 2006 йыл) — Ишембай ҡалаһы башҡорт халыҡ театрының 1948—1973 йылдарҙағы режиссёры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1961). Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы (1999).
Сайранова Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 ғинуар 1918 |
Тыуған урыны | Теләүембәт, Теләүембәт ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, СССР |
Вафат булған көнө | 2006 |
Вафат булған урыны | Ишембай |
Һөнәр төрө | театр режиссёры |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] |
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Биографияһы
үҙгәртергәСәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы Сайранова (Фәррәхова) 1918 йылдың 17 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, актриса булыу теләге менән Өфөгә юллана, Башҡорт дәүләт сәнғәт училищеһына (һуңыраҡ уның нигеҙендә ике уҡыу йорто асыла: музыка училищеһы һәм театр-художество техникумы) уҡырға инә. Хажи Бохарский, Абдулла Шакиров кеүек данлыҡлы сәхнә оҫталары уның педагогтары була.
1938 йылда Башҡортостан театр-художество техникумын тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы булып эш башлай. Сәрүәр Фәррәхованың театрҙағы тәүге роле А. Островскийҙың «Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклендә Крушкина роле була.
Бер аҙҙан Сәрүәр тормош иптәше хеҙмәт иткән ергә, Белоруссияға китә. Ләкин тормош иптәше 1941 йылда башланған Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы ике балаһы менән тыуған ауылында, ата-әсәһе янында йәшәй башлай.
1942 йылдан Теләүембәт ауыл советы секретаре, 1944 йылдан Йомағужа район Советының (хәҙерге Күгәрсен районы) сауҙа бүлеге мөдире булып эшләй.
1946 йылда Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы Садиҡ Уйылдан улы Сайрановҡа тормошҡа сығып, Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй башлай[1]. 1947 йылда Сайрановтарҙың улдары тыуа.
Ул — 1948—1973 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы С. М. Киров исемендәге Мәҙәниәт һарайының Башҡорт драма коллективы (Башҡорт халыҡ театры) художество етәксеһе. Халыҡ театры был йылдарҙа бик күп әҫәрҙәрҙе — Мостай Кәримдең «Айгөл иле», Ю.Әминевтың «Гөлсәсәк», Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар» кеүек пьесаларҙы сәхнәгә сығара. Сәрүәр Сайранова бик күп таланттарҙы аса. Хөсәйен Мәжитов,Шәмсиә Нагаева, Марат Солтанов,Тәнзилә Хисамова,Асия Смаҡова, Наил Тибеев, Римма Зәйнулла ҡыҙы Ниғмәтуллина кеүек сәхнә оҫталарының ижады Сәрүәр Сайранова Ишембайҙа ойошторған түңәрәктәрҙә һәм театрҙа башлана.
1999 йыл — Сәрүәр Сайрановаға Ишембай ҡалаһының Почетлы гражданы исеме бирелә.
Ғаиләһе
үҙгәртергәТормош иптәше — Советтар Союзы Геройы Садиҡ Уйылдан улы Сайрановтың (Саҙиҡ Сайранов)[2][3].
Исемен мәңгеләштереү
үҙгәртергә- Ишембай ҡалаһы Мәҙәниәт һарайының Башҡорт халыҡ театры уның исемен йөрөтә (Сәрүәр Сайранова исемендәге Башҡорт халыҡ театры)[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1961)
- Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы (1999)