Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы
Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы (28 август 1924 йыл — 4 октябрь 2018 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1971—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, подполковник. Педагогия фәндәре кандидаты (1969), доцент (1985). Октябрь Революцияһы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры[1][2].
Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 28 август 1924 |
Тыуған урыны | Мансур, Учалы районы |
Вафат булған көнө | 4 октябрь 2018 (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент |
Уҡыу йорто | Магнитогорск дәүләт университеты |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин 1924 йылдың 28 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Мансур ауылында алтын йыуыусы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылы мәктәбендә ала, шунан һуң Ильинка ете йыллыҡ, Учалы урта мәктәптәрендә уҡый.
1942 йылда урта мәктәпте тамамлауға, 18 йәше лә тулмаған егет Бөйөк Ватан һуғышына алына. Благовещенск ҡалаһында Көньяҡ Урал пулемёт училищеһын тамамлай. Воронеж, Дала, 3-сө Украина фронттарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алыштарҙа батырҙарса һуғыша. Дала фронты составында 15-се гвардия уҡсылар дивизияһының 50-се гвардия уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Һалдат иңенә төшкән иң ауыр һынауҙарҙы ул Курск дуғаһында, Днепрҙы аша сыҡҡанда кисерә.
Фашистар менән ҡаты алыштарҙың береһендә Сабир Йыһаншин ауыр яралана. Шул сәбәпле артиллерист хәрби хеҙмәттән бушатыла һәм 1944 йыл баштарында тыуған ауылына ҡайтып төшә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, III дәрәжә Дан ордены, тиҫтәләгән миҙалдар менән бүләкләнә[3].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәктәптәр уҡытыусы кадрҙарына ҙур мохтажлыҡ кисерә. Урта белемле Сабир Йыһаншин мәктәпкә эшкә саҡырыла. Уның уҡытыусы булыу теләге фронтта уҡ уяна. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән рота, взвод командирҙары егеткә көслө тәьҫир иткән була. Тәүҙә фронтовик Ильинка, Таңғатар мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй, Учалы урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы һәм директор вазифаларын башҡара. Шул ваҡытта юғары педагогик белем алыу ихтыяжы килеп тыуа һәм Сабир Шәйәхмәт улы Магнитогорск педагогия институтының тарих факультетын ситтән тороп тамамлай. Был йылдарҙа ул ал-ял белмәй эшләй, күп уҡый. Яугир педагог етәкселегендә Учалы урта мәктәбе районда алдынғы булып таныла, коллектив уҡытыу-тәрбиә эшенең байтаҡ күрһәткестәре буйынса ҙур уңыштар яулай.
Эшкә һәләтле, кешеләр менән йәһәт аралаша һәм уртаҡ тел таба белгән тырыш хеҙмәткәрҙе тиҙ күрәләр. 1954 йылда С. Ш. Йыһаншин Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлана, артабан 1958 йылда партия рәйон комитетының идеология буйынса секретары вазифаһын башҡара. 1958−1960 йылдарҙа Учалы төҙөлөш тресы партия ойошмаһы сәркәтибе булып эшләй. 1960 йылда Сабир Йыһаншин йәнә педагогик хеҙмәткә ҡайта һәм Учалы ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.
Ҡайҙа һәм кем генә булып эшләмәһен, Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин һәр саҡ барлыҡ көсөн, белемен, ваҡытын коллективтың эшкә һәләтлеген күтәреүгә туплай, әүҙем ярҙамсылар һәм үҙ хеҙмәтен яратып башҡарыусылар тәрбиәләй. Уның үҙенең дә кешеләрҙе күрә белеү, эште ижади ойоштороу сифаттары, тәжрибәһе арта, яңы күнекмәләрҙе үҙләштерә.
Шуларҙы иҫәпкә алып, Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншинды 1963 йылда Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Бына шунда инде уҡытыусылар, мәктәп директорҙары, район һәм ҡала етәкселәре менән эшләй белеү һәләте, педагогик оҫталыҡ һәм күнекмәләр уға институт коллективының эшенә йүнәлеш бирергә, республика мәктәптәренә эшлекле ярҙам күрһәтергә, бының өсөн алдынғы уҡытыусылар һәм мәктәптәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, дөйөмләштереп таратыуға оҫта етәкселек итергә мөмкинлек бирә. Шул ваҡытта институттың туранан-тура ҡатнашлығында айырым предметтар, тәрбиә эшенең йүнәлештәре буйынса республика конференциялары, семинарҙары, кәңәшмәләре йыш үткәрелә, мәктәптәргә ҙур ярҙам күрһәтелә.
Сабир Йыһаншин һәр эшләгән урынында гәзит-журналдар өсөн мәҡәләләр яҙыуға гел етди ҡарай, унда коллективтың уңыштарын, алда торған бурыстарын тулы яҡтыртырға ынтыла. Ваҡыты бик тар булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәттә, мәҡәләләре үҙе яҙа.
1967—1969 йылдарҙа С. Ш. Йыһаншин партияның Өфө ҡала комитетында яуаплы вазифа башҡара. Шунда уның бай педагогик тәжрибәһе, ҡул аҫтындағы материалдары ғилми исем алыу өсөн диссертация яҙырға теләк тыуҙыра, һәм 1969 йылда ул Мәскәүҙә Педагогия фәндәре академияһының ғилми советында «Балаларҙың хоҡуҡ боҙоуын иҫкәртеү» темаһына диссертацияһын уңышлы яҡлай.
1971 йылдың майында Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин Башҡортостан халыҡ мәғарифы министры итеп үрләтелә. Был вазифаны ул 1985 йылдың февраленә ҡәҙәр, йәғни ун дүрт йыл буйы, намыҫлы башҡара.
1985 йылдан педагогия фәндәре кандидаты Башҡорт дәүләт педагогия институтында доцент вазифаһын башҡара, мәктәпкә идара итеүҙе фәнни ойоштороу кафедраһында эшләй.
Республикабыҙҙың күренекле мәғариф хеҙмәткәре, дәүләт эшмәкәре Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин педагогик хеҙмәттә ирешкән уңыштары өсөн Октябрь Революцияһы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Почёт Билдәһе» орденыдары, миҙалдар менән бүләкләнә[4].
Сабир Йыһаншин 2018 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- III дәрәжә Дан ордены
- Октябрь Революцияһы ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» орденыдары[5]
- миҙалдар менән бүләкләнә
Әҙәбиәт
үҙгәртергәК. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре
- ↑ Память народа. Зиганшин Сабир Шаяхметович
- ↑ Память народа. Зиганшин Сабир Шаяхметович
- ↑ Воспоминания Солдата Победы Сабира Шаяхметовича Зиганшина
- ↑ Память народа. Зиганшин Сабир Шаяхметович