Рыҫҡолов Ғәббәс Шәйхелислам улы

Викидатала элемент тултырылмаған

Рыҫҡолов Ғәббәс Шәйхелислам улы (1894—1937) — Беренсе донъя һуғышында, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт армияһының 1-се кавалерия полкында взвод командиры (1918), 27-се Башҡорт кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры (1920).

Рыҫҡолов Ғәббәс Шәйхелислам улы 1894 йылдың 4 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең Ярлыҡап ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы) тыуған.

1915 йылда Беренсе донъя һуғышына алына. Себер уҡсы дивизияһының 39- сы полкында хеҙмәт итә. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн Георгий тәреһе менән бүләкләнә. 1917 йылдың апрелендә Ғ. Рыҫҡолов 1-се Улан кавалерия полкына өлкән унтер-офицер итеп тәғәйенләнә. 1917 йылдың декабрендә фронттан ҡайта.

1918 йылдың февралендә улус ревкомы ағзаһы итеп һайлана. Верхнеуралға үткән Советтар съезында булып ҡайта. Советтар бойороғо буйынса Тамъян-Түңгәүер улусында Ҡыҙыл Армияға аттар йыйыу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың апрель башында Кашириндарҙың ҡыҙыл отрядына яҙыла. Уны пулемёт командаһына тәғәйенләйҙәр. Әммә оҙаҡламай, Тирлән ауылы янында, атаман Анненковтың полкына әсиргә эләгә. Казактар уны полктың ылауына хеҙмәткә ҡуша. Унан ҡасып, Ғәббәс Рыҫҡолов тыуған яғына ҡайта һәм 28 июлдә Башҡорт армияһының 1-се кавалерия полкына хеҙмәткә алына. Тәүҙә — отделение, артабан взвод командиры булып китә. 1919 йылдың ғинуарында эскадрон командиры итеп ҡуйыла. Февралдә башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Муса Мортазин командалыҡ иткән 1-се Башҡорт полкы менән Әбйәлил районы территорияһында аҡтарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1919 йылдың апрелендә Муса Мортазин менән кире аҡтар яғына сығып китә. Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһы 1919 йылдың авгусында ҡыҙылдар яғына ҡабат сыҡҡас, Урал фронтында аҡтарға ҡаршы һуғыша. 1920 йылдың апрелендә бригада составында Польша фронтына китә. Бында ул 27-се Башҡорт кавалерия полкының 1-се эскадроны менән командалыҡ итә[1].

1920 йылдың 1 июнендә Киев операцияһы (1920) барышында поляктарҙы ҡыуып, бригаданан беренсе булып үҙенең эскадроны менән Днепрҙы аша сыға.

«На 1 июня Башбригаде было приказано сосредоточиться в районе Сухолучье для форсирования Днепра. На рассвете 1 июня сделав необходимые приготовления под прикрытием 42 огня 2 орудий, Башбригада на лодках начала переправу. Про тивник вел интенсивный ружейный и пулемётный огонь. Первым переправился 1-й эскадрон 27-го кавполка (комэска т. Рыскулов), который, высадившись на берег, сбил противника, захватив 1 пулемёт Максима; продвинувшись вперед, эскадрон зацепился на небольшом плацдарме в полуверсте и завязал бой с противником, укрывшись за рекой Жид. К 9 часам утра переправился 2-й эскадрон того же полка, к 11 час. — два эскадрона 27-го полка. Благодаря переходу противника в контратаку, при поддержке сильной артиллерии, переправившиеся эскадроны вынуждены были отступить. 1-й эскадрон 27-го полка прикырвал отступление»

Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — С. 37. — 280 с.

 — тип яҙа Муса Мортазин үҙенең «Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну» китабында[1].

Ошо ҡаһарманлығы өсөн Ғәббәс Рыҫҡолов Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Реввоенсоветтың фарманында (1921 йылдың 17 феврале, 57-се һанлы) ҡурҡыу белмәҫ эскадрон командирының батырлығы хаҡында былай тип бәйән ителә:

«1920 йылдың 1 июнендә ул Днепр аша кисеп сыҡҡан 27-се кавполктың 1-се эскадронына поляктар атака башлағанда һыйбалылар сафында дошманға ташланып, үҙ артынан бөтә эскадронды ылыҡтырҙы, ғәййәр һыбайлы атака менән поляктарҙың атып ятҡан бер пулемётын тартып алып, дошманды ҡасырға мәжбүр итте»

Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — С. 37. — 280 с.

[1].

Наградалау документтарында Ғәббәс Рыҫҡолов Шәйхисламов фамилияһы менән телгә алына.

1921 йылдың февралендә Ғ. Рыҫҡолов Себерҙәге ихтилалдарҙы баҫтырыу өсөн Барнаулға ебәрелә, артабан барон Унгерндың отрядтарын ҡыйратыуҙа ҡатнаша. 1923 йылдың ғинуарында тыуған яғына ҡатҡас, Ауыл Советы рәйесе итеп һайлана, 1924 йылдан Тамъян-Түңгәүер улусы башҡарма комитеты рәйесе, 1931 йылдан Әбйәлил райсоветы рәйесе була. 1934 йылдан Учалы, Мәсетле райондарында райсовет рәйесе вазифаһын башҡара[1].

1935 йылда аҡ армияла хеҙмәт итеүен йәшереп йөрөгән, тип партиянан сығаралар. Эшенән сығып, тыуған яғына ҡайта. Артабан Әбйәлил районы РАЙПО-һының заготконтора директоры булып эшләй.

1937 йылдың 16 авгусында ҡулға алынып, Өфөгә оҙатыла. Төрмәлә дүрт ай тирәһе ултырғандан һуң, 8 декабрҙә, атып үлтерелә.

1956 йылда реабилитациялана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 [1]

Һылтанмалар

үҙгәртергә