Жан-Жак Руссо

(Руссо Ж. битенән йүнәлтелде)

Жан-Жак Руссо́ (франц. Jean-Jacques Rousseau; 28 июнь 1712 йыл, Женева — 2 июль 1778 йыл, Эрменонвиль, Париж янында) — француз яҙыусыһы, аҡыл эйәһе. Халыҡтың дәүләт эше менән идара итеү формаһын — тура демократияны уйлап сығырған, был форма хәҙергә көндә лә йәшәй, мәҫәлән, Швейцарияла. Шулай уҡ музыка белгесе, композитор һәм ботаник[1].

Жан-Жак Руссо
франц. Jean-Jacques Rousseau
Тыуған көнө

28 июнь 1712({{padleft:1712|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны

Женева

Вафат булған көнө

2 июль 1778({{padleft:1778|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (66 йәш)

Вафат булған урыны

Эрменонвиль, Париж янында

Гражданлығы

Женева Республикаһы, Франция

Эшмәкәрлеге

философ, ботаник, композитор, хореограф, яҙыусы, педагог

Тормош иптәше

Мария Тереза Левассёр[d]

Автограф

 Жан-Жак Руссо Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы

үҙгәртергә
 
Руссо тыуған йорт

Жан-Жак Руссо Швейцария француздары ғаиләһендә тыуған, тыуған иленең республика ҡоролошон ҡалғандарға өлгө итеп күрһәткәне өсөн уға «Женева гражданины» ҡушаматын бирәләр,ә бөйөк рус шағиры А. С. Пушкин уны «ирек һәм хоҡуҡтар һағында тороусы» тип атай[2] Руссо протестанттар ҡалаһы Женевала тыуған, ә унда XVIII быуат аҙағына тиклем кальвинизм һәм халыҡтың үҙидара итеүе (муниципалитет) рухы һаҡлана. Әсәһе,Сюзанна Бернар,Женева пасторы ҡыҙы, бала тапҡанда вафат була. Атаһы — Исаак Руссо (1672—1747), сәғәт эшләүсе һәм йүнәтеүсе, бейеү уҡытыусыһы, ҡатынының үлемен бик ауыр кисерә. Жан-Жак ғаиләлә яратҡан бала була, ете йәштән атаһы менән бергә ул иртә таңға тиклем "Астрея " романын һәм Плутархтың биографияһын уҡырға ярата; боронғо Рим геройы Гай Муций Сцевола кеүек булам тип, ҡулын утта тотоп, бешерә[1].

Бер кешегә ҡораллы килеш һөжүм иткәне өсөн Исаак Руссо күрше кантонға (район) ҡаса һәм бында ул икенсе тапҡыр өйләнә. Әсәһенең туғаны ҡарамағанда ҡалған Жан-Жакты ағаһы пансионға бирә,1723—1724 йылдарҙа ул Ламберсьелағы пансионда уҡый, шунан нотариус өйрәнсеге, 1725 йылда — гравёр өйрәнсеге була. Жан-Жак бик күп уҡый, хатта эш ваҡытында ла уҡығаны өсөн уға бер нисә тапҡыр бик ныҡ ҡына эләгә. «Тәүбә итеү» («Исповедь») тигән китабында ул ошо арҡала үҙенең алдашырға, урлашырға өйрәнгәне тураһында яҙа. Ял көндәрендә ул ҡаланан сығып китеп йөрөй, бер нисә тапҡыр бик һуң, ҡала ҡапҡалары ябылғас ҡына ҡайта, шул сәбәпле уға тышта ҡунырға тура килә. 16 йәшендә, 1728 йылдың 14 мартында, ул ҡаланан китергә ҡарар итә[3].

Тормош һабаҡтары

үҙгәртергә

Женеванан киткәс, ул Савойя өлкәһендә йәшәй— ул ваҡытта был Сардиния короллегенә ингән католиктар өлкәһе. Күрше ауыл руханийы уға католик сиркәүенә күсергә тәҡдим итә һәм Вевела йәшәгән, Франсуаза Луиза де Варан[fr] тигән ханымға хат тоттороп ебәрә. Был Во кантондағы бай ғаиләнән сыҡҡан, ирен ташлап Савойяға киткән, үҙ мөлкәтен төрлө эштәргә тотоноп ҡарап, туҙҙырып бөтә яҙған йәш ҡатынға католик сиркәүенә күскән өсөн каролдән даими аҡса килеп торған[3].

Мадам де Варан Руссоны Туринға яңы католицизмды ҡабул иткәндәр өсөн мәктәпкә ебәрә (прозелиттар). Дүрт ай үткәс, Руссо католик сиркәүенә ҡабул ителә һәм ул мәктәптән китә[1]. Руссо бер аристократтар өйөндә хеҙмәтсе булып эш башлай, егетте йәлләп, аббат-графтың улы, уны итальян телен` өйрәтә башлай, уның менән Вергилийҙы уҡый башлайҙар. Женеванан килгән бер бидәһеҙ бәндә менән Руссо хужаларына рәхмәт тә әйтмәй, Туринды ташлап китә.

Ул яңынан Ансиға мадам де Варан янына килә. Был ханым уны дөрөҫ яҙырға, белемле кешеләр кеүек һөйләшергә, юғары ҡатлам кешеләре араһында үҙ-үҙен дөрөҫ тоторға өйрәтә. Мадам де Варанға ул саҡта бары 30 йәш була. Руссоның киләсәген ҡайғыртып, егетте семинарияға , һуңыраҡ органистҡа уҡырға бирә. Тик Руссо оҙаҡламай уны ташлап, кире Ансиға килә, тик де Варан инде Парижға күсеп киткән була . Ике йылдан артыҡ йәш егет Швейцарияны гиҙә. Руссо төрлө ауырлыҡтар кисерә, төрлө ерҙә була, бер ваҡыт хатта Парижға барып етә.Егет гел йәйәү йөрөй, уға тышта йоҡларға тура килә, шулай ҙа Жан-Жак бирешмәй, матур тәбиғәт күренештәре уның күңеленә хуш килә. 1732 йылда Руссо мадам де Варандың янына килә; уның урынын инде Швейцария егете Ане биләп өлгөргән булһа ла, Руссо улар янында ҡала.

Үҙенең «Тәүбә»һендә ул шул саҡта ғишыҡ утында нисек янғанын һүрәтләй. Ане үлгәндән һуң ул мадам де Варан янында 1737 йылға тиклем ҡала. Графиня уны Монпельеға дауаланырға ебәрә, ләкин Руссо ҡайтыуға мадам Варан янында Швейцариянан икенсе егет- Винцинрид йәшәп ята. Шуға ҡарамаҫтан, Руссо Шамбери ҡалаһы янындағы «Les Charmettes» тигән фермаға мадам де Варан янына килә. Винцинридты Руссо туғаным тип атап йөрөтә башлай[3].

Ғаилә уҡытыусыһы

үҙгәртергә

Руссоны был осорҙа бик бәхетле тип әйтеп булмай: уны күңеле болоҡһой, йыш ҡына яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күрә, унда мизантропия (кешеләрҙән ситләшеү) билдәләре күренә башлай. Ул тәбиғәттә булырға ярата: иртүк тора, баҡсала эшләй, емеш-еләк йыя, күгәрсендәр һәм бал ҡорттарын ҡарай. Шулай итеп ике йыл үтеп китә: Руссо был триола артыҡ йән булараҡ, үҙ йүнен үҙе күрергә тейеш була. 1740 йылда ул яҙыусы Габриэль Маблиҙың ағаһы ғаиләһенә Лионға уҡытыусы булып китә. Был эштә ул эшләй алмай, сөнки бер кем менән дә: балалар менән дә, ололар менән дә, үҙен дөрөҫ тотмай. Йәшереп кенә үҙ бүлмәһенә шарап алып китә, йорт хужаһының ҡатынына «ҡаш һикертә» башлай. Руссоға был өйҙән китергә тура килә.

Мадам де Варан уны кире үҙ янына алмай, һәм Руссо Парижға китә, бында ул академияға үҙе уйлап сығарған ноталарҙы һандар менән билдәләү системаһын тәҡдим итә;уны яҡлап Руссо « Хәҙерге заман музыкаһы тураһында фекер»ҙе яҙһа ла, системаны ҡабул итмәйҙәр[1].

Шәхси секретарь

үҙгәртергә

Венециялағы илсе граф Монтегю Руссоны шәхси секретары вазифаһына ала. Илсе уға үҙенең хеҙмәтсеһе итеп ҡарай, ә Руссо үҙен дипломат тип хис итә, эре сирттерә башлай. Һуңыраҡ Неаполь короллеген ҡотҡарҙым, тип хәбәр тарата. Нисек кенә булмаһын, илсе уны,хеҙмәт хаҡын да түләмәй, ҡыуып сығара.

Руссо Парижға ҡайта, Монтегю өҫтөнән ялыу бирә һәм еңеп сыға.

Ул үҙе яҙған «Les Muses Galantes» тигән операны бер йорт театрында ҡуйҙыртыуға ирешә, тик ул король театрында ҡуйылмай[1].

Руссо Тереза Левассёр исемле ҡунаҡханала эшләгән крәҫтиән ҡыҙы менән таныша. Терезаны Руссо наҙан ҡатын тип һүрәтләй, уны бер ҙә яратмағанын йәшермәй. Улар араһындағы бәйләнеш оҙаҡ йылдар дауам итә, был ҡатын менән Руссо егерме йылдан һуң ғына никахҡа инә. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Тереза бөлгән дворян нәҫеленән булған имеш, тип тә яҙалар. Руссоның һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙың биш балаһы булған, барыһын да ул, аҡсаһы бумау сәбәпле, тәрбиә йортона (балалар йортона) биргән. Ысынында иһә,Руссоның балалары тураһында бер ниндәй ҙә документ табылмаған.

Энциклопедистар менән танышыу

үҙгәртергә

Откупщик (шәхси һалым йыйыусы) Франкёль менән уның ҡәйнәһендә секретарь булып эшләй башлаған Руссо ул саҡта бик билдәле мадам д'Эпине, уның дуҫы Мельхиор Гримм һәм Дидро менән таныша. Руссо уларҙың өйҙәрендә булыштыра, комедиялар ҡуя,үҙ тормошонан, төрлө хикмәтле ваҡиғалар тураһында, булмағанды ла өҫтәп, һөйләп, күңелдәрен күрә. Уның тәрбиәһеҙлеген дә ғәфү итәләр (мәҫәлән, ул Франкёлдең ҡәйнәһенә хатында һөйөүен белдереп яҙа).

1749 йылда Руссо Венсен замогына ултыртып ҡуйылған Дидро янына китеп барғанда,Дижон академияһының «Фән һәм сәнғәттең яңынан терелеүе әхлаҡтың таҙарыуына килтерҙеме» («Содействовало ли возрождение наук и художеств очищению нравов») тигән тема буйынса иң яҡшы хеҙмәт өсөн премия булдырыуы тураһында уҡый. Руссоның башына көтмәгәндә бер уй килә, ул тиҙ арала был хеҙмәтте яҙып бөтөрә. Бынан һуң ул ярты сәғәт ағас төбөндә ята, ә бер аҙҙан аңына килгәс, кейгән кейеме йәшкә мансылып бөткәнен һиҙә. Руссоның башына килгән уй шунан ғибәрәт, донъяға ҡарашының төп эстәлеге лә шунда: «аң-белем таратыу зыянлы, ә мәҙәниәт үҙе — алдаҡ һәм енәйәт»[1].

Руссоның яуабы өсөн премия бирелә; бөтә уҡымышлы һәм нәзәҡәтле әфәнделәр уға ҡул саба. Уның өсөн иң уңышлы ун йыл башлана. Ике йылдан уның «[[|fr]] (Le Devin du villag)» опереттаһы король һарайында ҡуйыла. Людовик XV уның арияларын йырлап йөрөй;уны король менән таныштырырға итәләр, ләкин Руссо был үҙенә матди файҙа килтерерҙәй осрашыуҙан баш тарта.

Ул үҙе уйлап сығарғандарға ышанып киткәндерме, юҡтырмы, ләкин ул үҙе уйлап сығарған принциптар буйынса йәшәргә ҡарар итә. Франкёлдә мул аҡса китергән вазифаһынан баш тартып, ноталар күсереп яҙып, аҡса эшләүгә күсә. Руссо зауыҡлы кейемдәрен ташлап, ябай кейем кейеп йөрөй башлай; аристократ дуҫтарының яғымлы һүҙҙәренә мыҫҡыллы һүҙҙәр менән яуап ҡайтарыуҙан да тартынмай. Уның был ҡыланыштары һис тәбиғи түгел,ә яһалма булған тип иҫәпләйҙәр.

Руссо бик билдәле кеше булып китә, шуға күрә бай ханымдар тик унан ғына нота күсертеп алырға тырыша. Тереза менән уның әсәһе был ҡатындарҙан төрлө бүләктәр көтөп кенә тора.

Дижон академияһы яңы «Кешеләр араһында тигеҙһеҙлек килеп сығыуы һәм ул тәбиғи закондарға тап киләме икәне тураһында» («О происхождении неравенства между людьми и о том, согласно ли оно с естественным законом») тигән темаға конкурс иғлан итә. 1755 йылда Руссоның Женева республикаһына бағышланған «Әңгәмә»һе («Рассуждение») баҫылып сыға[1].

Руссо Сен-Жермен урманын ҡыҙыра, ҡуйылған һорауға яуап эҙләй, уны үҙе уйлап сығарған әйберҙәр менән тултыра. Беренсе хеҙмәтендә мәғрифәт менән сәнғәтте кешеләрҙе аламалыҡҡа өйрәтеүҙә ғәйепләһә, икенсе хеҙмәтендә Руссо кешеләрҙең нисек итеп тәүтормоштағы рәхәт тормошто юғалтыуҙары тураһында фантастик хикәйәт уйлап сығара. Руссо бөтә кешелек мәҙәниәтен, кеше тарихында бөтә булған нәмәне, бөтә граждандар тормошо нигеҙен— хеҙмәт бүленеше, милек, дәүләт, закондарҙы ҡәһәрләй.

Женева республикаһы етәкселәре Руссоға күрһәткән хөрмәте өсөн һалҡын ғына рәхмәт белдерә, ә юғары ҡатлам үҙенә сығарылған хөкөмдө шатланып ҡаршы ала.

«Эрмитаж» дачаһы

үҙгәртергә

Мадам д’Эпине, Руссоның теләген үтәп, үҙенең Сен-Дени янындағы имениеһында, Монморанси урманы янында, өй һалдырта. 1756 йылда Руссо «Эрмитаж»ға күсеп килә (Эрмитаж- яңғыҙ ҡалыу). Руссоға бында бик оҡшай. Тик Тереза менән уның әсәһенә бында күңелһеҙ була. Оҙаҡламай 44 йәшлек Руссо 26 йәшлек графиня Софи д’Удетоға ғашиҡ була (франц. Sophie d’Houdetot). Ханымдың «дуҫы» Сен-Ламбер хәрби походҡа киткәс, графиня 1757 йылдың йәйендә күрше биләмәлә йәшәй башлай. Руссо графиня янына йыш йөрөй. Был сюжетты һуңыраҡ Руссо «Юлия, йәки Яңы Элоиза» романында идеалләштереп бирә[4].

Сен-Ламберға кемдер хат яҙып, армиянан ҡайтарта. Руссо мадам д’Эпинены был хатты яҙыуҙа ғәйепләй. Руссо үҙен әҙәпһеҙ итеп тотһа ла, д’Эпине уны ғәфү итә. Тик дуҫтары уны ғәфү итмәй, бигерәк тә Гримм, Руссоны ул ҡурҡыныс маньяк тип иҫәпләй[1].

 
Софи д’Удето, «Яңы Элоиза» романындағы Юлия прототибы

Энциклопедистар менән дошманлашыу

үҙгәртергә

Бынан һуң «философтар» һәм «Энциклопедия» түңәрәге ағзалары менән ара өҙөлә. Мадам д’Эпине Женеваға билдәле табип Теодор Троншен янына барырға йыйына һәм Руссоға уның менән барырға тәҡдим итә. Руссо ауырыу кеше сирлене алып барыуы сәйер булыр ине тип яуап бирә. Дидро уны ҡәҙерҙе белмәгән оятһыҙ кеше тип атағандан һуң, Руссоның башына уны женевалар алдында откупщицаның хеҙмәтсеһе итеп күрһәтеп, оятҡа ҡалдырырыға итәләр икән тигән уй килә.

Дидро менән араны өҙөүе тураһында Руссо йәмәғәтселеккә асыҡтан-асыҡ еткерә («Театр тамашалары тураһында хат» (1758). "Эрмитаж"дан киткәс, ул Люксембург герцогы янында урын таба, герцог уға Монморанси замогы паркында павильон (өй) бирә. Руссо бында 4 йыл йәшәй, «Яңы Элоиза» менән «Эмиль» романдарын яҙа. Улар иҫәбенә йәшәһә лә, ара-тирә ул хужаларын үҙенә ысынлап яҡшы мөғәлләмәлә булмауҙарында ғәйепләй, уларҙың титулдарын һәм юғары ҡатлам кеше булыуҙарын күрә алмауын йәшермәй[1]. 1761 йылда «Яңы Элоиза», киләһе йылдың яҙында— «Эмиль», бер аҙҙан — «Йәмәғәт килешеүе» («Contrat social») сыға. Руссо китабы иезуиттарға эләгеп ҡуймаһын, тип ҡурҡһа ла, «Эмиль» нәшриәттән сыҡҡанда ҡыйынлыҡтар булмай, Руссо өҫтөндә болот һуңыраҡ ҡуйыра башлай.

Париж парламенты иезуиттарҙы хөкәм иткәндә бер юлы философтарҙы ла хөкөм итергә ҡарар итә. Дин тураһыдағы ирекле фекерҙәр, әҙәпһеҙ урындар өсөн «Эмиль» романынын яндырырға, авторҙы — төрмәгә ултыртырға тигән хөкөм сығарыла. Принц Конти был турала тиҙ генә Монморансиға хәбәр ебәрә; Люксембург герцогиняһы Руссоны тиҙерәк ҡасырға өгөтләй, тик Руссо бик оҙаҡ йыйына. Юлда ул үҙен ҡулға алырға китеп барған суд приставтарын осрата, улар Руссо менән әҙәпле генә иҫәнләшеп үтә[1].

Руссо имен генә Швейцарияға ҡайтып етә. Швейцария сиген үткәс, ул ирек һәм ғәҙеллек иленең ерен үбергә ташлана. Тик Женева хөкүмәте лә Париж суды кеүек үк «Эмиль» романын, унан тыш "Йәмғиәт килешеүе"н дә яндырырға, ә авторҙы ҡулға алырға бойора; Берн хөкүмәте лә Во кантонына ҡасҡан Руссоның үҙ биләмәләрен ҡалдырырыуын талап итә.

 
Руссоның Шотландия милли галереяһындағы портреты

Руссо Пруссия короленә буйһонған Невшатель кенәзлегендәге Мотье тигән ауылда урынлаша. Бында ул яңы дуҫтар таба, тауҙар буйлап йөрөй, кешеләр менән аралаша. Мотьела ла ул оҙаҡ тора алмай, бындағы кешеләрҙе насар, әсе телле тип иҫәпләй.

1754 йылда Женеваға ҡайта, ҡала уны тантаналы ҡаршы ала. Ул яңынан кальвинизмға күсә һәм Женева гражданлығын ала .

Ә Мотьела йәшәгәндә ул "Тауҙарҙан хат"ында Кальвинды хөрмәт итеүҙән көлә һәм кальвин сиркәүе дин башлыҡтарын реформация рухынан баш тартыуҙа ғәйепләй[1].

Вольтер менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә

Был ике философ бер-береһенә бөтөнләй оҡшамағанлыҡтан, улар араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булыуы мөмкин дә булмағандыр. 1755 йылда Лиссабондағы ер тетрәүҙән һуң Вольтер оптимизмдан баш тарта, ә Руссо Тәҡдирҙе (Алла ҡөҙрәтен) яҡлап сыға. Бай, рәхәт йәшәгән Вольтер, Руссо фекеренсә, ерҙә тик ҡайғы күрә;ә ул фәҡир һәм билдәһеҙ кеше барыһы ла һәйбәт тип уйлай имеш.

Улар араһында мөнәсәбәттәр, Руссо "Тамашалар тураһында хат"ында Женевала театр булдырыуға ҡаршы сыҡҡас, тағы ла киҫкенләшә. Вольтер үҙенең Фернелағы йорт театрында Женева кешеләрен театр ҡарарға өйрәтә. Был хаттың үҙенә атап яҙылғанын аңлаған Вольтер Руссоны күрә алмай башлай: йә уның идеяларынан көлә, йә уны аҡылдан яҙған кеше итеп күрһәтә .

Руссоға Женеваға килеүҙе тыйғас, ул был этлекте Вольтер эшләгән тигән уйға килә. Вольтер исемен яҙмай ғына Руссо Женева конституцияһы менән христиан динен бөтөтөргә уйлай тигән памфлет яҙа.

Мотье кешеләре Руссоны мыҫҡыл итә, янай башлай, рухани уға ҡаршы ҡоторта, ә бер көндө философтың өйөнә таштар яуа башлай.

Юм саҡырыуы буйынса Англияла

үҙгәртергә

Руссо Биль күле уртаһындағы утрауға ҡаса, тик Берн хөкүмәте унан китергә ҡуша. Уға Дэвид Юм саҡырыуы буйынса Англияға китергә генә ҡала.

Руссоның хәле тотороҡһоҙ була. Ул йә илай-илай ҡунаҡсыл Юмды ҡосаҡлай, йә уны гәзиттәрҙә мыҫҡыл итһендәр өсөн Англияға саҡырған алдаҡсы, мәкерле кеше тип әрләй[1].

Тыйнаҡ һәм айыҡ аҡыл менән эш итеүсе Юм был хәлде йәмәғәт хөкөмөнә сығара; Европа Руссоның йомшаҡ яҡтарын күрә. Юм Руссоға Англия хөкүмәтенән пенсия юллап бирә, тик Руссо унан баш тарта, уны көсләп Англияла ҡалдырырға уйлайҙар тип бәлә һала.

Руссо Парижға китә, уны бер кем дә ҡулға алмай, ул принц Контиҙың замогында, Францияның көньяғындағы төрлө ерҙәрҙә йәшәй, бер ерҙә лә үҙенә тыныслыҡ тапмай.

1770 йылдан ул Парижда йәшәй, тыныс тормош башланырға тейеш булһа ла, һаман үҙенә һәм уның хеҙмәттәренә ҡаршы ҡотҡо бара тип уйлай.

Парижда ул «Тәүбә»һен («Исповедь» ,Confessions) тамамлай. 1765 йылда сыҡҡан памфлета («Le sentiment des citoyens») Руссоның үткәне асып һалына. Руссо ысын күңелдән яңғылышлыҡтары өсөн тәүбә килтерергә теләйем тиһә лә, тәүбәһе үҙ-үҙен ялҡынлы яҡлауға әйләнә[1].

Руссо үҙ-үҙен аҡларға тырышып, Wahrheit und Dichtung (Дөрөҫлөк һәм шиғриәт) романын яҙа. Роман ике төрлө өлөштән тора: беренсеһе—шиғри идиллия, шағирҙың тәбиғәткә, мадам де Варанға булған һөйөүе; икенсе өлөшөндә- Руссоға төрлө ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙған дуҫарына ҡарта дошманлыҡ һәм аҫтыртын эштәрҙә ғәйеп тағыу. «Руссо —Жан-Жакты хөкөм итеүсе» диалогында ла ул "Француз"ды (үҙен) яҡлап сыға.

Архивта 1775 йылдың 18 авгусынан алып, һуңғы көнөнәсә Руссо Бөйөк Франция Көнсығышы масон ложаһында торған тигән документ бар[5].

Вафат булыуы

үҙгәртергә
Файл:Russo Panteon.jpg
Париждағы Пантеонда Руссо ҡәбере

1777 йылда Руссоның хәле насарая. 1778 йылда дуҫы маркиз де Жирарден уны үҙ резиденцияһына алып китә (Шато де Эрменонвиль). Июнь аҙағында парк уртаһындағы утрауҙа уның өсөн концерт ҡуялар; Руссо үҙен ошо урында ерләргә ҡуша. 2 июлдә Руссо вафат була.

Уны үҙе теләгәнсә, утрауҙа ерләйҙәр, бында кешеләр ағымы туҡтамай. Революция ваҡытында Руссоның һөйәктәре Пантеонға күсерелә, ләкин 20 йылдан һуң Бурбондар кире тәхеткә ҡайтҡас, фанатиктар Руссоның һөйәктәрен урлап, яндырылмаған эзбизгә ташлай. Ләкин уның үлеме тураһында икенсе төрлө мәғлүмәт тә бар. Швейцариялағы Биль/Бьенн ҡалаһында, Невшатель, Унтергассе урамындағы 12 -се йортта: «Был йортта Ж.-Ж. Руссо 1765 октябрендә вафат булған» тигән табличка эленеп тора[1].

«Яңы Элоиза»

үҙгәртергә

" Д'Аламберға хат"ында Руссо "Кларисс Гарло"ны иң шәп романдарҙың береһе тип атай. Уның «Яңы Элоиза»һында Самуэль Ричардсон әҫәре йоғонтоһо һиҙелә. Руссо шундай уҡ сюжет һайлай — романдың саф, инсафлы героиняһы мөхәббәт һәм ымһындырығыс хистәр менән көрәшеп, һәләк була. Руссо был әҫәрен Ричардсондың хисле роман стиленә эйәреп яҙа.

«Яңы Элоиза» Руссоға иҫ киткес уңыш килтерә, уны яратып уҡыйҙар, ҡатын-ҡыҙ романды уҡып, әллә күпме күҙ йәштәрен түгә (һуңыраҡ А. С. Пушкиндың Татьянаһы:«Ей рано нравились романы; Они ей заменяли все;Она влюблялася в обманы и Ричардсона и Руссо»).

Романдың формаһы— хаттар; ул 163 хаттан һәм эпилогтан тора. Хәҙерге заманда бындай формала яҙылған романдарҙы бик уҡып бармайҙар, ә XVIII быуатта был уҡыусыларға бик оҡшай, сөнки был әллә күпме әңгәмә ҡорорға, әллә күпме фекер йөрөтөргә,әллә күпме серҙәр сисеп,эсте бушатырға мөмкинлек бирә. Сэмюэль Ричардсон әҫәрҙәре лә нәҡ шундай.

"Юлия, йәки Яңы Элоиза"ла тәү тапҡыр Руссо динде әфиүн тип атай:

«La devotion … est un opium pour l’ame; elle égaye, anime & soutient quand on en prend peu; une trop forte dose endort, ou rend furieux, ou tue. (V. 3. — P. 440).

(Дингә ышаныу… күңел өсөн әфиүн; ул әҙләп кенә ҡабул иткәндә көс бирә, терелтеп ебәрә һәм ярҙам итә; артыҡ ҙур дозала йоҡлата, йәки аҡылдан яҙҙырта, йәки үлтерә(Руссо, Ж.-Ж. Юлия, или Новая Элоиза. Часть 6. Письмо 8. Русский перевод П. Немчиновой: Руссо, Ж.-Ж. Юлия, или Новая Элоиза. — М., 1968. — (Библиотека всемирной литературы; Т. 58). — С. 658))».

Жан-Жак Руссо әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Ботаника, музыка, телдәргә бағышланған айырым трактаттарынан һәм әҙәби әҫәрҙәренән (хаттары, шиғырҙары, комедиялары) тыш ҡалған әҫәрҙәрен өс төркәмгә бүлеп була[1] (хронологик тәртиптә):

үҙ быуатын фашлаусы,

өгөт-нәсихәт,

үҙ-үҙен яҡлау (бының турала әйтеп кителде).

Үҙ быуатын фашлаусы

үҙгәртергә

Беренсе төркөмгә уның ике « Әңгәмә» һе, " Д’Аламберға театр тамашалары тураһында хат"ы инә. "Фән һәм сәнғәттең тәьҫире тураһында әңгәмә"нең маҡсаты- уларҙың зыянын иҫбат итеү . Был тарихи тема булһа ла, Руссоның тарихтан килтерелгән һылтауҙары бик аҙ: мәҙәни кимәле бик түбән Спарта юғары мәҙәниәтле Афина дәүләтен еңә; ҡырыҫ Рим кешеләре Август дәүерендә фәндәр менән шөғөлләнә башлағас, варвар германдар тарафынан еңелә.

Руссо башлыса риторик аргументтар килтерә, улар көслө хистәр белдереүҙән һәм һорауҙарҙан тора. Тарих һәм хоҡуҡ фәндәре кеше алдында башҡалар башына төшкән михнәт, көс ҡулланыу һәм енәйәт күренештәрен асып һалып, уны аҙҙыра. Зыялыларға (уҡымышлыларға) ул кешелек быларһыҙ насарыраҡ йәшәр инеме ни тигән һорау менән мөрәжәғәт итә.Мәғрифәт (фән) үҙе үк зыянлы, ул кешеләрҙең уның менән шөғөлләнеү сәбәптәре арҡаһында ла зыянлы, сөнки төп сәбәп- дан-шөһрәткә ынтылыу. Бынан тыш сәнғәт сәскә атһын өсөн байлыҡ кәрәк, ә ул кешене аҙҙыра. "Әңгәмә"нең төп эстәлеге шунан ғибарәт.

Был хеҙмәттә Руссоның музыкаға һәләте һиҙелә. Музыкаль пьесалағы кеүек, кәйефе үҙгәреп тора, allegro һис шикһеҙ andante менән алмашынып бара[1].

Нәсиәхәттәре

үҙгәртергә

"Әңгәмәләр"енең икенсе өлөшөндә Руссо фәндәрҙе (мәғрифәтте) хурлаусынан уны яҡлаусыға әйләнә. Иң уҡымышлы кеше Цицерон Римды ҡотҡара; Фрэнсис Бэкон Англия канцлеры була. Хакимдар ғалимдарҙың кәңәшенә бик һирәк ҡолаҡ һала. Власть берәүҙәр ҡулында, ә мәғрифәт икенселәр ҡулында булғанда,ғалимдар бөйөк нимәләр тураһында, хакимдар —бөйөк батырлыҡ ҡылыу тураһында уйламаясаҡ, ә халыҡтар әхлаҡһыҙлыҡ һәм хәйерселек һаҙлығында ҡаласаҡ. Был «Әңгәмәләр»ҙәге берҙән-бер һабаҡ,әхлаҡи нәтижә түгел.

Руссоның замандаштары уның изгелек менән мәғрифәттең бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булыуы тураһындағы фекерен иҫтә ҡалдыра; кешеләрҙе мәғрифәт түгел, ә изгелек бәхетле итә. Был фекерҙе Руссо вариҫтар исеменән доға итеп әйттерә: «Эй ҡөҙрәтле Аллаһ, беҙҙе ата-бабаларыбыҙҙың уҡымышлылығынан ҡотҡар һәм беҙҙе кире ябайлыҡҡа, инсафлыҡҡа һәм ярлылыҡҡа килтер, улар берҙән-бер беҙҙең бәхет һәм һинең ризалығың шарты ». Ошо уҡ фекер икенсе өлөштә фәнде данлаған саҡта ла әйтелә: фәндә дан ҡаҙанған генийҙарҙан көнләшмәгән Руссо матур һүҙҙәр һөйләй белмәһә лә изгелек ҡыла белгәндәрҙе уларға ҡаршы ҡуя.

Руссо «Кешеләр араһында тигеҙһеҙлектең килеп сығыуы тураһында әңгәмә»һендә тағы ла ҡыйыуыраҡ фекерҙәр әйтә. Тәүге фән һәм сәнғәткә ҡаршы йүнәлтелгән «Әңгәмә»һендә академик идиллия булһа (уларҙы күрә алмау тураһында һүҙ йөрөтөлмәй), икенсеһендә Руссо ысын күңелдән көнүҙәк мәсьәләне күтәрә һәм уның һүҙҙәрендә шул быуатта булаһы революция рухы һиҙелә.

Бер ерҙә лә шул дәүерҙәге Франциялағы кеүек йолалар һәм закон яҡлаған, өҫтөнлөктәр менән нигеҙләнгән һанһыҙ тигеҙһеҙлек булмай; бер ерҙә лә бер өҫтөнлөклөләрҙең икенсе өҫтөнлөклөләргә ҡарата, тигеҙһеҙлеккә ҡарата ризаһыҙлығы шул хәтле көслө булмай. Уҡымышлылыҡ һәм байлыҡ менән дворяндарға тигеҙләшкән өсөнсө ҡатлам дворяндарҙан көнләшә, провинция дворяндары баш ҡала дворяндарына, судта ултырған дворяндар хәрбиҙәргә һәм башҡа. Руссо был айырым тауыштарҙы бер хорға йыйып ҡына ҡалмай, тигеҙлеккә ынтылышҡа фәлсәфәүи нигеҙ һәм шиғри һынланыш бирә.

Дәүләт хоҡуғы теорияһы белгестәре әллә ҡасандан алып, тәбиғи хәл тураһында фекерҙәр әйтә, уның ярҙамында дәүләтте булдырыуҙы аңлатырға тырыша; Руссо уны халыҡҡа еткерә, был идея салондарҙан сығып, төрлө ҡатлам кешеләренә барып етә. Инглиздәр электән үк ҡырағай халыҡтар менән ҡыҙыҡһына: Даниэль Дефо "Робинзон"ында ҡырағай тәбиғәттә йәшәргә мәжбүр булған мәҙәниәтле, яҡшы күңелле кеше образын тыуҙыра, миссис Бен «Уруноко» романында Көньяҡ Америкалағы ҡырағай ҡәбилә кешеләрен иң яҡшы кешеләр итеп һүрәтләй. 1721 йылда Делиль Францияға ҡайҙандыр килгән ҡырағай Арлекин тигән кеше тураһында комедия яҙа, асыҡ күңелле Арлекин Франция цивилизацияһынан уҫал итеп көлә.

Руссо "ҡырағай кеше"не Париж салондарына мәрәкә өсөн индереп ебәрә; шул уҡ ваҡытта ул кеше күңелендә һәр саҡ йәшәп килгән юғалтылған ожмах һәм алтын дәүер тураһындағы ҡайғыһын ҡуҙғата; был хыялдар һәр кеше күңелендә бала саҡ һәм үҫмерлек йылдары хәтирәләре булып һаҡлана.

Беренсе "Әңгәмә"лә тарихи мәғлүмәт бик аҙ; икенсеһе— әңгәмә тип булмай, тарихи әкиәт тигәндә дөрөҫөрәк булыр. Был әкиәттең тәүге күренеше — тәүтормош кешеһе тормошо. Был күренештәр Австралия йәки Көньяҡ Америкала күргәндәрҙән түгел,ә Руссо тарафынан уйлап сығарылған.

Вольтер Руссоның әҫәренән көлһә лә, Руссо алдына ҡуйылған мәсьәләне сисә — башта кешеләр араһында тигеҙлек булғанын ул иҫбатлай алған.Ҡырағай кешеләр уның өсөн— сәләмәт һәм үҙ-үҙҙәре менән ҡәнәғәт ирҙәр, улар айырым йәшәй, «ауырлыҡтар һәм хеҙмәтте» белмәй;ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарттар тураһында ул һүҙ йөрөтмәй. Уларға ни кәрәк булһа, шуны тәбиғәт бирә; улар араһында тигеҙлек, тигеҙһеҙлеккә килтерә торған бөтә нимәне лә улар инҡар итә. Руссоның тәүтормош кешеләре бәхетле, сөнки яһалма хәжәттәре булмағас, уларҙың бөтә нимәһе лә бар. Улар инсафлы, уларҙың көслө хистәр һәм теләктәре юҡ, уларға бер-береһе кәрәкмәй, улар бер-береһенә ҡамасаулыҡ та итмәй. Шулай итеп, изгелек һәм бәхет тигеҙлеккә бәйләнгән, тигеҙлек бөтөү менән улар ҙа бөтә.

Был тәүтормоштағы рәхәт тормошҡа хәҙерге һанһыҙ хөрәфәттәр, әшәкелек һәм ҡазалар тулы йәмғиәт ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Нисек итеп быларҙың береһе икенсеһенән килеп сыҡҡан һуң?

Был һорауҙан Руссоның кешелек прогрессы тарихын аҫтын-өҫкә әйләндергән тарих философияһы булдырыла[1].

Вольтер Руссо фәлсәфәһе тураһында

үҙгәртергә

Ж. Ж. Руссо- философияла романтизмды булдырыусы. Был йүнәлеш яҡлылар абстракт фекер йөрөтөүгә генә таянмағандар, «хискә, бигерәк тә мәрхәмәткә» өмөт иткәндәр. Романтик « ярлы крәҫтиән ғаиләһен күреп, күҙ йәштәрен түгә алған, ә яҡшы итеп алдан уйланылған крәҫтиәндәрҙең синыф булараҡ яҙмышын яҡшырытыу планына битараф ҡалған».[6]. Романтиктар яҡшы яҙыусылар булған, улар уҡыусыларҙың хуплауына ирешә алған һәм үҙ идеяларын халыҡ араһында тарата белгән.

Руссо — күп ваҡыт йорт-ерһеҙ бер берәҙәк, «йыш ҡына бай ҡатындар иҫәбенә йәшәгән, хеҙмәтсе булған, үҙенә ҡарата кешеләрҙең мәрхәмәтлелек хистәрен уята алған һәм уларҙың изгелегенә „игелекһеҙлек“ менән яуап биргән».[7]. Бер ваҡыт ул хужабикәнең ҡиммәтле таҫмаһын урлай, һәм уғрылыҡ асылғас, үҙ ғәйебен йәш хеҙмәтсе ҡыҙға япһара. Был ҡыҙҙы ул яратҡан була, шуға ла иҫенә иң беренсе булып, уның исеме төшә.[8]. «Әңгәмәләр» тигән хеҙмәтендә ул: «Эйе, мин ҡараҡ, тик мин изге күңеллемен!»- ти. Руссо тигеҙһеҙлек һәм шәхси милекте, ер эшкәртеү менән металлургияны тәнҡитләгән, "тәбиғи хәл"гә кире ҡайтырға тәҡдим иткән.[9].

Вольтер Руссоның фекерҙәрен тәнҡитләй. Вольтер, үҙе тәҡдим итһә лә, Руссо «дүрт аяҡлап йөрөргә телмәй»[9] һәм хирург ярҙамы менән файҙалана ти. Лиссабондағы ер тетрәүҙән һуң Вольтер бының Тәҡдир булыуына шикләнә, ә Руссо ер тетрәүҙә үлгән кешеләр үҙҙәре ғәйепле, улар етешәр ҡатлы йорттарҙа түгел, ә мәмерйәләрҙә йәшәһә, үлмәҫтәр ине ти. Вольтер Руссоны уҫал алйот тип атай, Руссо Вольтерҙы «намыҫһыҙлыҡ трубадуры» (йырсыһы) тип йөрөтә.[10]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 Роланд-Гольст Г. Жан Жак Руссо: его жизнь и сочинения. — М.: Новая Москва, 1923.
  2. Букер И. Свобода и фантазии Жан-Жака Руссо. // Правда.ру, 28.06.2012.
  3. 3,0 3,1 3,2 Манфред А. 3. Молодой Руссо // Новая и новейшая история. — № 4—5. — 1974.
  4. Избранные… — С. 731—732.
  5. Каталог опубликованных работ и рукописей, составляющих Масонскую библиотеку Великого Востока Франции, 1882 год. // Купер-Оукли «Сен-Жермен. Тайны королей».
  6. Рассел Б. История западной философии. — Новосибирск, 1994. — С. 173.
  7. Рассел Б. История западной философии. — Новосибирск, 1994. — С. 174.
  8. Рассел Б. История западной философии. — Новосибирск, 1994. — С. 182.
  9. 9,0 9,1 Рассел Б. История западной философии. — Новосибирск, 1994. — С. 184.
  10. Рассел Б. История западной философии. — Новосибирск, 1994. — С. 185.
  • Рассел Б. История западной философии. Книга 3. Новосибирск 1994.
  • Роланд-Гольст Г. Жан Жак Руссо: его жизнь и сочинения. — М.: Новая Москва, 1923.
  • Верцман И. Е. Жан-Жак Руссо. — М., 1958.
  • Асмус В. Ф. Жан Жак Руссо. — М.: Знание, 1962.
  • Лотман Ю. М. Руссо и русская литература XVIII в., в кн.: Эпоха Просвещения, Л., 1967.
  • Сиволап И. И. Ж-Ж. Руссо в советской литературе. 1917—1976 гг. (к 200-летию со дня смерти) // Французский ежегодник. 1976. — М., 1978. — С. 247—257.
  • Дворцов А. Т. Жан Жак Руссо. — М.: Наука, 1980. — 112 с.
  • Занадворова Т. Л. Сентиментализм Ж.-Ж. Руссо. — Челябинск, 1983.
  • Ж.-Ж. Руссо: Pro et Contra Автор: Златопольская А. А. и др. — Издательство: Русской Христианской гуманитарной академии. 2005. — 798 с. ISBN 5-88812-220-3
  • Занин С. В. Общественный идеал Жан-Жака Руссо и французское Просвещение XVIII века . — СПб.: Мiръ, 2007. — 535 с.
  • Длугач Т. Б. Три портрета эпохи Просвещения. Монтескье. Волтер. Руссо (от концепции просвещенного абсолютизма к теориям гражданского общества). — М.: Изд-во Института философии РАН (ИФРАН), 2006. — 249 с.
  • Морлей Д. Руссо. Пер. с англ. — 2-е изд., М.: Либроком, 2012. 480 с., Серия «Из наследия философской мысли: великие философы», ISBN 978-5-397-02219-4
  • Cassirer Ernst. Rousseau, Kant, Goethe. — Princeton University Press, 1945.
  • Kitsikis Dimitri. Jean-Jacques Rousseau et les origines françaises du fascisme. — Nantes: Ars Magna Editions, 2006.

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.