Ростов ҡурсаулығы

«Росто́вский» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы — Көньяҡ федераль округы территорияһында, Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан федераль әһәмиәтендәге ҡурсаулыҡ.

«Ростовский» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
Водный утрауының ҡырағай аттары
Водный утрауының ҡырағай аттары
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны9531,5 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты1995 йылдың 27 декабре йыл 
Урынлашыуы
46°27′53″ с. ш. 43°03′02″ в. д.HGЯO

rgpbz.ru
Ростов өлкәһе
Точка
«Ростовский» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
 Ростов ҡурсаулығы Викимилектә

Тарихы һәм территорияһы

үҙгәртергә

Кластерҙар һаны: 4 класт. Дөйөм майҙаны: 9532.00 га, улар, көнбайыштан башлап һанағанда: Островной, Стариковский, Краснопартизанский, Цаган-Хаг тигән шартлы атама йөрөткән дүрт участканан тора. Акватория майҙаны: 2677.40 га. Һаҡланған зона майҙаны: 74350.00 га[1]

1949 йылда Иван Васильевич Новопокровский Ростов өлкәһе территорияһында бер нисә дала ҡурсаулығы булдырыу кәрәклеген белдергән. 1960 йылда Ростов дәүләт университетының ботаника кафедраһы мөдире Г. М. Зозулин инициативаһы менән ғилми совет Дон дала ҡурсаулығын ойоштороуҙы юллау ҡарарын ҡабул иткән. Был ҡарар РСФСР Главохотаһына, Ростов өлкә хеҙмәтсәндәре депутаттар советы Башҡарма комитетына, шулай уҡ СССР Фәндәр Академияһы эргәһендәге тәбиғәтте һаҡлау комиссияһына ебәрелгән.

1979 йылда Ростов өлкәһе башҡарма комитеты ЦНИЛ-ға ҡурсаулыҡ ойоштороу эштәрен атҡарыуға яҙма рөхсәт ҡағыҙы ебәрә. 1993 йылда Ростов өлкәһе Администрация башлығының 1993 йылдың 14 сентябрендә «Ростовский ҡурсаулығын ойоштороу тураһында» 208-се ҡарары ҡабул ителгән. Ахыр сиктә, 1995 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1995 йылдың 27 декабрендә ҡабул ителгән 1292-се Постановлениеһына ярашлы, «Ростовский» ҡурсаулығы асылған.

2000 йылда Ростов өлкәһе Администрация Башлығының 2000 йылдың 4 ноябрендәге 417-се ҡарары нигеҙендә «Ростовский» ҡурсаулығында һаҡлағыс зонаһы булдырылған.

2003 йылдан ҡурсаулыҡ территорияһы һәм уның һаҡлағыс зонаһы халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ВБУ составына индерелгән һәм хәҙер Рамсарский Конвенцияһы юрисдикцияһына ҡарай.

2008 йылда ҡурсаулыҡ Биосфера резерваты тигән халыҡ-ара (ЮНЕСКО) статус алды.

Дөйөм тасуирлама

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көньяҡ өлөшөндә Көнбайыш Маныч үҙәнендә, ҡоро-далалыҡ һәм (фрагментарлап) ярымсүллек ландшафтлы зонаһында урынлашҡан. Маныч бөгөмө һәм үркәслектәр (поднятий) сылбыры иң ҙур геоморфологик ҡатлам булып тора.

Иң ҙур һыуһаҡлағыс — Маныч-Гудило тоҙло күле (халыҡ-ара әһәмиәтле Рамсар һыу-һаҙ биләмәләре статусына эйә). ХХ быуат уртаһында күл Пролетар һыуһаҡлағысының бер өлөшөнә, уның көнсығыш бүлегенә әйләнгән. Ҡурсаулыҡтың иң эре «Островной» участкаһы Водный һәм Горелый утрауҙарын һәм яр буйы һыҙаты участкаһын (10 га) үҙ эсенә ала. «Краснопартизанский» участкаһына сиктәш урында Лысая гора тауы бар.

Ҡурсаулыҡ территорияһы Ростов өлкәһенең Орловский һәм Ремонтненский административ районы биләмәләрендә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың үҙәк усадьбаһы урынлашҡан Орловский ҡасабаһы иң ҙур тораҡ пункт һанала. Ҡурсаулыҡ участкалары унан 70 километрҙан ашыу алыҫлыҡта ята. Волочаевский һәм Курганный ҡасабалары шулай уҡ ҙур тораҡ пункттар булып тора[1].

Манычтың үҙәнле далалары уртаса ҡоро, ҡоро һәм сүлле дала варианттарының сағылышы тиеү кәрәк. Маныч үҙәне, көсһөҙ сағылған зона тупрағынан тыш, дала тоҙло күлдәре һәм тоҙло тупрағы участкаларынан тора, һәм шуның өсөн бында тоҙға сыҙамлы үҫемлектәр төркөмө формалашҡан. Ҡурсаулыҡ территорияһында юғары көпшәле үҫемлектәрҙең 410 төрө теркәлгән. Улар, нигеҙҙә, ҡуҙаҡлылар, башаҡлылар (ҡыяҡлылар), ҡатмарлы сәскәлеләр, әүернә сәскәлеләр, иренгә оҡшаған сәскәлеләр (губоцветных), ҡәнәферлеләр һәм алабута һымаҡтар ғаиләләренә ингән үҫемлектәр. Ҡуҙаҡлыларҙан ҡурсаулыҡта — ваҡ борсаҡтың 4 төрө: төклө емешлеләр (волосистоплодный), ольбийский, дүрт орлоҡлолар (четырёхсемянный), йөнтәҫтәр (мохнатый) таралған; ябай дөйә сәнскеһе (верблюжья колючка обыкновенная). Ҡыяҡлылар ғаиләһенән — бер нисә төр ҡылған. Ҡатмарлы сәскәлеләргә — меңъяпраҡ (4 төр) һәм бәпембә (2 төр). Ябай тиле шалҡан һәм көтөүсе муҡсаһы — әүернә сәскәлеләр ғаиләһенән. Йылан тамырының (шалфей) 3 төрө — иренгә оҡшаған сәскәлеләр (губоцветные). Алабутаның 6 төрө — алабута һымаҡтар ғаиләһенән. Тағы ла ҡурсаулыҡ территорияһында Рәсәйҙә һаҡлауға алынған 6 һирәк төр билдәләнгән: Шренк ләләһе, сармат беллевалияһы, бик матур ҡылған, украин ҡылғаны, ирис (касатик карликовый), майкараган волжский. Бында Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабы теҙмәһенә ингән бик күп үҫемлек үҫә: дөйә һеңере (астрагал чашечковый), астрагал пузырчатый, Биберштейн ләләһе (тюльпан), ике сәскәле ләлә (двуцветковый тюльпан), ковыль Лессинга, ковыль сарептский, ҡытыршы майлут (катран шершавый), ирис (касатик низкий), ҡушбашаҡ үлән (хвойник двухколосковый) һ. б.

Ҡурсаулыҡта осраған умыртҡалылар араһында ҡоштар төрҙәр яғынан да һан яғынан да күпселекте тәшкил итә. Бында һирәк осрай торған ҡоштар ҙа бар: туғаҙаҡ, кескәй салаҡ (малая крачка), кескәй диңгеҙ ҡошо (малый баклан), ал һәм бөҙрә берғаҙан йәки баба ҡошо (розовый и кудрявый пеликаны), көрәкморон (колпица), ҡара торна (красавка), черноголовый (ҡарабаш) хохотун, ябалаҡ, өкө (филин), фламинго һ. б. Ҡурсаулыҡ һәм уға сиктәш дала һәм һыу территорияларында 200 төрҙән артыҡ ҡош билдәле, шуларҙың 120-гә яҡыны шул районда оялай. Күскән һәм осоп үткән саҡтарында бында ҡоштарҙың 63 төрө, ҡышлаусыларҙың 16 төрө күҙәтелә.

Башҡа төр йәнлектәре

үҙгәртергә
  • Ер-һыу хайуандары — йәшел әрмәнде, күл тәлмәрйене, чесночница.
  • Һөйрәлеүселәрҙең 8 төрө: ябай туҙбаш йылан, һыу туҙбашы, сыбар йылан (полоз), биҙәкле сыбар йылан (полоз), дүрт һыҙатлы сыбар йылан, дала ҡара йыланы, һаҙ ташбаҡаһы, етеҙ кеҫәртке.
  • Һөтимәрҙәр класына ҡараған 7 отрядтың бында 50-нән артыҡ төрө бар.
    • Кимереүселәр — кескәй йомран (суслик), ҙур ялман йәки ҡушаяҡ (тушканчик), ҡыр сысҡаны;
    • Ҡуян һымаҡтар — үрғуян;
    • Йыртҡыстар — бүре, төлкө, янут һымаҡ урман эте (енотовидная собака), көҙән (хорёк), һары шәшке (хорь), перевязка;
    • Бөжәк менән туҡланыусылар — терпеләр (ябай терпе һәм ҡолаҡлы терпе);
    • Ҡулғанатлылар — ерән ваҡ ярғанат (рыжая вечерница), көньяҡтағы ваҡ ярғанат (средиземноморский нетопырь);
    • Ҡуш тояҡлылар — сайғаҡ-кәзә, ҡыуыш мөгөҙлө көйшәүсе дала хайуаны (сайгак);
    • Ҡуш тояҡлы булмағандар — ҡырағайланған өй аты (мустангтар, маныч мустангтары;[2]

Бөжәктәре

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡта һирәк осрай торған бөжәктәр бар: ҡыҫҡа ҡанатлы боливария (Bolivaria brachyptera), айыу сиңерткәһе (дыбка степная) (Saga pedo), бызылдауыҡ, һаҫы ҡуңыҙ (жужелица венгерская) (Carabus hungaricus), дала сколияһы (сколия степная) һәм гигант сколия (гигантская сколия) (Scolia hirta, S. maculata), дала иңкеше (шмель степной) (Bombus fragrans), йөклө күбәләк (аскалаф пёстрый) (Ascalaphus macaronius), оло ҡом себене (ктырь гигантский) (Satanas gigas).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ростовский государственный природный биосферный заповедник


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә