Ростов шампан шараптары комбинаты
ЯСЙ Ростов шампан шараптары комбинаты — шампан һәм бызырлаҡ шараптар етештереүсе комбинат[1]. Ул Дондағы Ростов ҡалаһы предприятиеһы.
Ростов шампан шараптары комбинаты | |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Уранлашыуы | |
Тармаҡ |
Аҙыҡ сәнәғәте |
Продукция |
бызырлаҡ шарап |
Сайт |
[http://rostovskievina.ru// Ростов шампан шараптары комбинаты |
Тарих
үҙгәртергәДондағы Ростовта шампан шараптары заводы төҙөү ВКП (б) Үҙәк Комитетының һәм СССР Халыҡ комиссарҙары советының 1936 йылдың 28 июлендә Совет шампаны, десерт һәм аш шараптары етештереү тураһындағы Ҡарарына ярашлы башлана"[2].
1937 йылда заводтың 1-се сираты эшләй башлай, ул нигеҙҙә француз импорт ҡорамалдары менән йыһазландырылған була. Уның ҡеүәте йылына 500 мең шампан шешәһе тәшкил иткән.
1938 йылда заводтың 2-се сираты, 1939 йылда — 3-сө сираты сафҡа индерелә һәм заводтың ҡеүәте проектанған дәүмәлгә еткерелә — йылына 3 млн шешә шампан сығарыла.
Шул уҡ ваҡытта шампан шараптары заводы алты төр шарап : ҡоро, ярым ҡоро, татлы, ярым татлы, мөшкәтле һәм цимлян бызырлаҡ шарабы - эшләп сығарған. 1940 йылда шарап эшләү техникаһы һәм сеймал базаһы үҫешеү менән бәйле рәүештә хеҙмәт етештереүсәнлеге күтәрелә, завод 3 миллион урынына 4 миллион 200 мең шешә шампан етештергән.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Дондағы Ростов немец оккупацияһы аҫтында ваҡытлыса торғанда завод 85 миллион һумлыҡ зыян күрә. 1943 йылдың февраль айында ҡаланан 60 км алыҫтараҡ завод тергеҙелә башлай. 1944 йылдың аҙағында завод йылына 1 миллион шешә совет шампаны сығара.
1948 йылдың утыҙынсы сентябрендә завод тулы ҡеүәтенә етә һәм 3 миллион шешә шампан етештерә башлай.
1961—1964 йылдарҙа заводтың төп продукцияһы булып Совет шампаны һәм Цимлян бызырлаҡ шарабы тора. 1960 йылдарҙа Ростов шампанын ГФР-ға, Венгрия, Польша, Чехословакия, Югославия һәм башҡа илдәргә экспортлай башлайҙар.
1970 йылдың утыҙ беренсе мартында Ростов шампан шараптары заводы Ростов тәжрибә-эксперименталь шарап заводы менән берләштерелә. Ошо мәлдән алып ул Ростов шампан шараптары комбинаты тип аталып йөрөтөлә башлай.
1986 −1992 йылдар осоронда комбинат Совет шампаны, алһыу бызырлаҡ , Ростов бызырлаҡ, «Бызырлаҡ Дон», «Херес» шараптары сығарған.
Етештереү
үҙгәртергәКомбинаттың ҡеүәте йылына 13 миллион шешә тәшкил итә[3].
Комбинатта 3 төп етештереү цехы эшләп килә.
Шарап материалдары цехы йөҙөм етештереүсе хужалыҡтарҙан килгән виноматериалды һаҡлауға тәғәйенләнгән. Комбинат ғәҙәттәге йөҙөм сорттары Алиготе, Рислинг, Шардонены Дон, Ставрополь һәм Краснодар крайҙарынан һатып ала, шулай уҡ БДБ һәм Европа илдәренән дә комбинатҡа килтерә.
Шампанизация цехы икенсел әсетеү өсөн акратофорҙар һәм өҙлөкһөҙ шампанизация линиялары менән йыһазландырылған. Илдә беренсе булып шампанды һәм бызырлаҡ шараптарҙы металл резервуарҙарҙа — Фролов-Багреев акратофорҙарында етештерә башлайҙар. 1964 йылда өҙлөкһөҙ шампанизация ысулы индерелә, һәм ул хәҙерге көнгә тиклем комбинатта ҡулланыла. Бызырлаҡ шарап, шампан өҙлөкһөҙ ағым менән ҙур һауыттарҙа (акратофорҙа) даими баҫым (5-6 кгс/см2) аҫтында етештерелә. Бызырлаҡ шараптар һәм шампан әсеү барышында тәбиғи рәүештә күмер кислотаһы менән туҡландырыла.
Ҡойоу һәм биҙәү цехы өс диния менән йыһазландырылған. Шампан һәм бызырлаҡ шараптар ҡойоу линияларының етештереүсәнлеге сәғәтенә 10 мең шешә тәшкил итә.