Романов Анатолий Александрович
Романов Анатолий Александрович (27 сентябрь 1948 йыл) — СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, генерал-полковник. РФ Эске эштәр министрының элекке урынбаҫары — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәр командующийы һәм Чечняла федераль ғәскәрҙәр командующийы.[⇨] Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995).
Романов Анатолий Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 сентябрь 1948[1] (75 йәш) |
Тыуған урыны | Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто |
М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институты |
Хәрби звание | генерал-полковник[d] |
Командалыҡ иткән | Внутренние войска МВД России[d] |
Һуғыш/алыш | Конституционный кризис в России (1992—1993)[d] һәм Первая чеченская война[d] |
Ғәскәр төрө | Внутренние войска МВД СССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Романов Анатолий Александрович Викимилектә |
1995 йылдың октябрь айында Романовҡа һөжүм итәләр, һөҙөмтәлә баш һөйәгенең аҫты һыныуы арҡаһында үҙаллы йөрөү һәм һөйләшеү һәләтен юғалта[⇨]. Эске эштәр министрлығының Балашихалағы госпиталендә дауалана. Яҙылған тексты аңлай, күҙҙәре һәм ҡулдарының хәрәкәте менән үҙенең хәлен аңлата ала.
Биографияһы
үҙгәртергәАнатолий Александрович Романов 1948 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй районының Михайловка ауылында күп балалы (8 бала) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2][3]. Милләте буйынса — сыуаш[4]. Тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. 1966 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң фрезерлаусы булып эшкә урынлаша.
Хәрби хеҙмәттә
үҙгәртергә1967 йылдың 29 октябрендә Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәте мөһим дәүләт объекттарын һәм махсус йөктәрҙе һаҡлау менән шөғөлләнгән эске ғәскәрҙәрҙең 95-се дивизияһында үтә. Хеҙмәте аҙағына өлкән сержант дәрәжәһенә тиклем күтәрелә, отделение командиры, взвод командиры урынбаҫары вазифаларын биләй. 1969 йылдың октябрь айында, саҡырыу буйынса хеҙмәтен тамамлағандан һуң, Эске эштәр министрлығының Ф. Э. Дзержинский исемендәге Һарытау хәрби училищеһына уҡырға инә.
1972 йылда училищены тик бишле билдәләренә генә тамамлай һәм, иң яҡшы тамамлаусы булараҡ, унда Романовты хеҙмәт итергә ҡалдыралар[5]. 1972 йылдан алып 1984 йылға тиклем хеҙмәт итеүе ваҡытында курс офицеры, уҡыу бүлегенең начальник ярҙамсыһы, ут нөктәһе әҙерләү кафедраһы уҡытыусыһы, курсанттар батальоны командиры вазифаларын биләй[6]. Училищела 1978 йылдан 1982 йылға тиклем параллель хеҙмәт итеп, М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияла ситтән тороп уҡый.
1984 йылда Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәр 93-сө дивизияһының 546-сы полк штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1985 йылда — уның командиры. Полк Силәбе өлкәһенең ябылған Златоуст-36 ҡалаһында урынлаша һәм ҡаланы һәм оборона заводын һаҡлау менән шөғөлләнә. 1988 йылда Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһына күсерелә, 95-се дивизия штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1989 йылдан 1990 йылға тиклем подполковник дәрәжәһендә, ә 1990 йылдан 1991 йылға тиклем — полковник була, К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби академияның Ҡораллы Көстәр Генераль штабы тыңлаусыһы була[7]. Академияны тамамлағандан һуң, 1991 йылдың июненән Свердловск ҡалаһында эске ғәскәрҙәрҙең 96-сы дивизияһы командиры булып хеҙмәт итә. 1992 йылдың мартында эске ғәскәрҙәрҙең махсус частәренең идаралыҡ начальнигы итеп тәғәйенләнә, шул уҡ йылда генерал-майор дәрәжәһен ала. 1993 йылдың мартынан мөһим Дәүләт объекттарын һәм махсус йөктәрен һаҡлау буйынса идаралыҡ начальнигы була, ә шул уҡ йылдың уртаһында — РФ Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәр командующийы урынбаҫары — Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең хәрби әҙерлек буйынса идаралыҡ начальнигы.
1993 йылдың сентябрь—октябрь айҙарында Юғары Совет менән Рәсәй Президентының ҡара ҡаршы торошонда һуңғыһының яғында була. Был ваҡытта ул Аҡ Йорт эргәһенән бер ҡайҙа ла китмәй, һәм, шул иҫәптән, көнө буйына бәйләнеш мөмкин булмаған генерал Ширко урынына штурм менән етәкселек итә [8].
Эске ғәскәрҙәр командующийы урынбаҫары вазифаһында ғәскәрҙәрҙе реформалау һәм Рәсәйҙең йәки үҙенә үҙе бойондороҡһоҙлоҡ иткән Ичкерияла тотороҡһоҙланған хәл килеп сығыу осрағында эш итеү планын төҙөү буйынса ҡатнаша. 1994 йылдың октябрендә Төньяҡ Кавказда эске ғәскәрҙәрҙең оператив төркөмө менән етәкселек итеүҙе өҫтөнә ала[9], шул уҡ йылда генерал-лейтенант дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Шул уҡ йылдың декабрендә Чечняла РФ эске ғәскәрҙәре башында тороп, Ичкерияға инә[10].
1995 йылдың 19 июлендә Эске эштәр министры булып киткән А. С. Куликовтың тәҡдиме буйынса Рәсәй эске эштәр министры урынбаҫары — эске ғәскәрҙәр командующийы итеп тәғәйенләнә[11]. Бер үк ваҡытта Романов Чечняла федераль ғәскәрҙәрҙең берләшкән төркөмөнөң командующийы була.
Ғүмеренә ҡул һуҙыуҙары
үҙгәртергәГенерал-полковник А. А. Романовтың төркөм командующийы булараҡ төп ҡаҙанышы булып хәрби конфликтты тыныс юл менән көйләүҙә әүҙем ҡатнашыуы, шулай уҡ уны тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуы тора (айырым алғанда, ул «хәрби блок» өсөн яуап бирә)[12][13]. 1995 йылдың 6 октябрендә сепаратистарҙың башлығы Аслан Масхадов менән һөйләшеүҙәр билдәләнә, унда Төньяҡ-Көнсығыш хәрби округ етәкселеге лә ҡатнашырға тейеш була. Ошо уҡ көндә һөйләшеүҙәрҙән бер нисә сәғәт алда А. А. Романов Төньяҡ аэропортына чечен сығышлы күренекле сәйәси эшмәкәр Руслан Хасбулатов менән осрашыуға бара. Һөйләшеүҙәрҙә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн ул конфликттарҙы көйләү буйынса аралашсы сифатында бер нисә тапҡыр үҙенең кандидатураһын тәҡдим итә[14]. Грозный ҡалаһында Минутка майҙанында тимер юл күпере аҫтындағы туннелдә фугас шартлай[15]. Генерал Романовтың машинаһы шартлау үҙәгенә тура килә[16]. А. А. Романов ҡаты яралана һәм комаға китә. А С. Куликовтың фекере буйынса Романовты уның шлемда һәм бронежилетта булыуы ҡотҡара. А. С. Куликов үҙенең мемуарҙарында Дудаевтың вафатынан һуң Ичкерия президенты вазифаһын башҡарған Зелимхан Яндарбиевтың А. А. Романовҡа һөжүме менән бәйләнешен билдәләй. А. С. Куликовтың мәғлүмәттәре буйынса, Аслан Масхадов үлтереүҙе ойоштороуҙы Әйүп Вахаевҡа йөкмәтә, ә туранан-тура башҡарыусыһы булып Ваха Курмәхмәтов тора.
Анатолий Романовҡа 1995 йылдың 7 ноябрендә генерал-полковник дәрәжәһе бирелә, 28 декабрҙә һаулығының торошо буйынса эске ғәскәрҙәр командующийы вазифаһынан бушатыла.
Дауалау
үҙгәртергәГенерал Романовҡа һөжүмдән һуң уны Владикавказдағы хәрби госпиталгә килтерәләр. Ул 18 көн комала үткәрә, шунан һуң, ҡатынының һүҙҙәре буйынса, тышҡы ҡуҙғытҡыстарға тәьҫир итеүе башлана. Уның баш һөйәге зарарлана һәм бик күп ярсыҡлы яралар булыуы асыҡлана. Владикавказдан генералды Н. Н. Бурденко исемендәге төп хәрби клиник госпиталгә алып киләләр.
2009 йылдың июлендә академик Н. Н. Бурденко исемендәге төп хәрби клиник госпиталдә 13 йыл дауаланғандан һуң генерал Романовты Балашихалағы Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең төп хәрби клиник госпиталенә күсерәләр. Унда ул көпшә күҙәнәктәре менән дауалау үтә, әммә был тырнаҡтарҙың һәм сәстең үҫешен тиҙләтеүгә килтерә.
2014 йыл башына ҡарата генерал элеккесә һөйләшә алмай, әммә башҡа кешеләрҙең телмәренә мимикалар менән яуап бирә, шулай уҡ ҡағыҙҙа яҙылған тексты аңлай. Романовтың күҙ хәрәкәтен белеүгә һәләтле программа булдырыу өҫтөндә эш алып барыла һәм шулай итеп текст төҙөү күҙ уңында тотола. Генералдың физик хәл-торошо ҡәнәғәтләнерлек: ул ябыҡмаған (ауырлығы яҡынса 70 килограмм тәшкил итә), оҙаҡ ятыуҙан тәне боҙолмаған, мускулдары көсһөҙләнгән, әммә һулымаған.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны — Романова Лариса Васильевна, 1971 йылдың сентябренән никахта. Иренең хәле ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул көн һайын уның палатаһына килә, урамға саф һауаға алып сыға, оҙаҡ ятыуҙан тәне боҙолоп китмәһен өсөн массаждар яһай.
- Атаһы Александр Матвеевич Романов (1907—1978), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Белорет ҡалаһында йәшәп вафат булған, ошонда ерләнгән. 2020 йылдың 7 майында урындағы зыяратта уның ҡәберенә яңыртылған таҡтаташ ҡуйылды. Был Росгвардияның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы башланғысы менән эшләнде[17].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1995 йылдың 5 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1075-се указы менән генерал-лейтенант Романовҡа «Рәсәй Геройы» исеме бирелә.
- 1997 йылдың 28 октябрендә Анатолий Романовҡа Һарытауҙың почётлы гражданы исеме бирелә. Шул уҡ йылда спорт менән медицинаның үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса Романов исемендәге фонд ойошторола.
- 2002 йылда «Милли герой» номинацияһында «Рәсәй Милли Олимпы» премияһы лауреаты була. Бүләкте шәхсән ала.
- Һарытауҙа Анатолий Романовҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылған[18].
- Һарытауҙың бер аллеяһы Анатолий Романов исемен йөрөтә[19].
Орден һәм миҙалдары
үҙгәртергә- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» ордены (№ 1,1994);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (№ 3789284,1988);
- «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены (№ 2039,1993);
- Өс дәрәжәлә «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы;
- Юбилей миҙалы;
- Крап береты — 1995 йылдың апрелендә Эске ғәскәрҙәрҙең махсус подразделениеларын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн тапшырыла[20].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ БЭ, 2013
- ↑ Романов Анатолий Александрович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Чувашская энциклопедия, 2009, Романов Анатолий Александрович
- ↑ Касаткина О. 10 лет ждёт // Российская газета — Неделя. — 2005. — № 3763. Архивировано из первоисточника 10 август 2016.
- ↑ Куликов, 2002, Тревожные чемоданы
- ↑ Куликов, 2002, Школьное крыльцо Генштаба
- ↑ Куликов, 2002, Чёрные списки
- ↑ Куликов, 2002, Мятежная территория
- ↑ Куликов, 2002, Грозный рубеж
- ↑ Куликов, 2002, Командные высоты
- ↑ Эдоков А. Генерал Романов: идти до конца. Красная звезда (26 сентября 2013). Проверено 14 августа 2016. Архивировано 14 августа 2016 года.
- ↑ Взрыв длиною в 20 лет. ВВ МВД России (6 октября 2015). Проверено 14 августа 2016. Архивировано 14 августа 2016 года.
- ↑ Прокопенко, 2012, Глава 9. Измена
- ↑ Родные генерала Романова удовлетворены его лечением в госпитале ВВ МВД, РИА Новости (10 ғинуар 2014). 10 август 2016 тикшерелгән.
- ↑ Что стало с генералом Романовым за 19 лет, прошедших с момента трагедии. Собеседник (28 февраля 2014). Проверено 10 августа 2016. Архивировано 10 августа 2016 года.
- ↑ В Белорецке почтили память участника войны. Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт. 7 мая 2020 года(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 май 2020)
- ↑ В Саратове открыли памятную доску Герою России генерал-полковнику Анатолию Романову. Администрация муниципального образования «Город Саратов» (12 июня 2016). Проверено 2 июля 2018.
- ↑ Состоялась закладка камня скульптурной композиции Героя России генерал-полковника Анатолия Романова. Администрация муниципального образования «Город Саратов» (21 февраля 2017). Проверено 2 июля 2018.
- ↑ Роднов Андрей. ХАРАКТЕР: Генерал Романов" 2018 йыл 2 июль архивланған. (рус.). «Братишка» (сентябрь-октябрь 1998 года). Проверено 2 июля 2018.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бикмеев М. А. Романов Анатолий Александрович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Куликов Анатолий Сергеевич. Тяжёлые звёзды. — М.: Война и мир, 2002. — 562 с. — ISBN 5-89400-003-3.
- Прокопенко Игорь Станиславович. Чеченский капкан. Между предательством и героизмом. — М.: ЭКСМО, 2012. — 448 с. — ISBN 978-5-699-56277-0.
- Чувашская энциклопедия / отв. ред. В. С. Григорьев. — Чебоксары: Чувашское книжное издательство, 2009. — Т. 3. М — Се. — 686 с. — ISBN 978-5-767-01719-5.
- Штутман С. М. Внутренние войска: история в лицах. — М.: «ГАЗОйл пресс», 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Романов Анатолий Александрович . «Герои страны» сайты.
- Фонд содействия развитию спорта и медицины имени Героя России генерал-полковника А. А. Романова . 2020 йыл 5 февраль архивланған.
- Борис Карпов. «Знамя солдатской души» . Независимое военное обозрение (4 октябрь 2013). — Рассказ про Анатолия Романова.
- Андрей Эдоков. «Генерал РОМАНОВ: идти до конца» . Красная звезда (26 сентябрь 2013). — Рассказ про Анатолия Романова. 2018 йыл 21 июль архивланған.
- Анатолий Белясов. «Тяжелораненый генерал Романов узнал внучку» . Экспресс-Газета (8 октябрь 2010). — Рассказ про Анатолия Романова.
- Андрей Эдоков. «Журнал для спецназа «Братишка» — МУЖЕСТВО: КАК ТАМ РОМАНОВ?» Братишка (сентябрь 2008). — Рассказ про Анатолия Романова. 2017 йыл 1 июль архивланған.
- Андрей Роднов. «Журнал для спецназа «Братишка» — ХАРАКТЕР: Генерал Романов» . Братишка (октябрь 1998). — Рассказ про Анатолия Романова. 2018 йыл 2 июль архивланған.