«Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены (Рәсәй)

«Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы 442-се Указына ярашлы булдырыла. Орден эскизы авторҙары — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы В. В. Абрамов, гравер — Е. В. Муравьев.

«Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 2 март 1994
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Уровень выше Батырлыҡ ордены
Уровень ниже «Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
Commons-logo.svg «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены (Рәсәй) Викимилектә

Орден менән офицерҙар иҫәбенән хеҙмәт бурыстарын өлгөлө башҡарыу һәм ҡул аҫтындағы подразделениеларҙың, частарҙың, берләшмәләрҙең хәрби уҡыуҙарының юғары хәрби әҙерлегенә өлгәшеү, ғәскәрҙәрҙең юғары әҙерлеге һәм Рәсәй Федерацияһының оборона һәләтлелеген тәьмин итеү, шулай уҡ, ҡағиҙә булараҡ, 20 йылдан кәм булмаған намыҫлы хеҙмәт һәм дәүләт һәм ведомство наградалары булыу шарты менән һәм статутта күрһәтелгән башҡа хәрби хеҙмәттәре өсөн бүләкләнә. Орден статутына ярашлы осраҡтарҙа наградалар менән Рәсәй оборона-сәнәғәт комплексы, ғилми һәм ғилми-тикшеренеү ойошмаларының, дәүләт органдарының хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй союздаштары — сит ил дәүләттәренең ҡораллы көстәре хәрбиҙәре бүләкләнә ала [⇨].

«Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены СССР наградлау системаһында булмаған награда булып тора, әммә ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» исемле совет орденының аналогы тип һанай[⇨].

ТарихыҮҙгәртергә

 
I дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» орден билдәһе

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1974 йылдың 28 октябрендәге Указы менән «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордены булдырыла[1][2][3]. Яңы награда индереүҙең инициаторы булып СССР оборона министры, Советтар Союзы марты А. Гречко сығыш яһаны, тип билдәләйҙәр М. А. Изотов һәм Т. Б. Царёва.[2]. Ордендың өс дәрәжәһе була һәм ул Совет Армияһы, Хәрби-Диңгеҙ Флоты, сик буйы һәм эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәрен хәрби һәм сәйәси әҙерлектә өлгәшелгән уңыштары, ғәскәрҙәрҙең юғары хәрби әҙерлеген һаҡлау һәм яңы хәрби техниканы үҙләштереү, хеҙмәт эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәр, командованиеның махсус заданиеларын уңышлы башҡарған, шулай статут билдәләгән башҡа осраҡтар өсөн тәғәйенләнгән ".[1][2][3].

1991 йылдың 25 декабрендә, РСФСР-ҙың Юғары Советы ҡабул иткән законға ярашлы, РСФСР Рәсәй Федерацияһы итеп үҙгәртелә. 1991 йылдың 26 декабрендә СССР ғәмәлдән сығарыла, Рәсәй унан үҙаллы дәүләт итеп айырылып сыға. 1992 йылдың 21 апрелендә Рәсәй халыҡ депутаттары съезы РСФСР Конституцияһына тейешле төҙәтмәләрҙе индерә, улар баҫылып сыҡҡандан һуң 1992 йылдың 16 майында үҙ көсөнә инә. Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-1-се һанлы указы менән Рәсәйҙең награда системаһындағы наградалар системаһына дәүләт наградалары тураһында закон ҡабул ителгәнгә тиклем СССР-ҙа ғәмәлдә булған ҡайһы бер дәүләт наградалары һаҡланып ҡала, әммә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордены уларҙың иҫәбенә инмәй[4].

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы 442-се «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында» ғы Указы менән башҡа наградалар менән бергә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены булдырыла[5]. Тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, доцент М. В Кукель был орденды Рәсәй наградалары системаһында «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» орденының аналогы булараҡ билдәләй[6]. Башҡа тикшеренеүсе К. А. Щеголев «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» орденын совет нарадлау системаһында аналогы булмаған орден тип иҫәпләй[7]. Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты хеҙмәткәре Л. Н. Грехов «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» һәм «Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордендары башҡа рәсәй наградалары фонында «үҙаллы» булып күренеүенә иғтибар итә[8].

Орден статутына бер нисә тапҡыр үҙгәрештәр индерелә; Рәсәй Федерацияһы Президентының «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалар системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» тигән 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы Указына ярашлы тулыһынса яңыртыла[9].

Орден статутыҮҙгәртергә

 
«Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены 2015 йылғы Рәсәй почта маркаһында

Рәсәй Федерацияһы президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалар системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» исемле 1099-сы Указына ярашлы «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены менән хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгән һәм буйһоноуҙа булған подразделениелар, частар, берләшмәләр хәрби хеҙмәткәрҙәрен юғары хәрби әҙерлеккә өлгәшкән өсөн; ғәскәрҙәрҙең юғары хәрби әҙерлеклеген һәм Рәсәй Федерацияһының оборона һәләтлеген тәьмин иткән өсөн; хеҙмәт эшмәкәрлегендә һәм профессиональ әҙерләүҙә шәхсән юғары күрһәткестәр, хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәрлек өсөн; хәрби берҙәмлекте һәм сит ил дәүләттәре менән хәрби хеҙмәттәшлекте нығытыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн офицерҙар иҫәбенән хәрби хеҙмәткәрҙәр бүләкләнә[9][комм. 1].

Орден статуты шулай уҡ әлеге награда менән Рәсәй оборона-сәнәғәт комплексы, ғилми һәм ғилми-тикшеренеү ойошмалары, дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә алыуын билдәләй[9][комм. 2].

Рәсәй Федерацияһы хәрби хеҙмәткәрҙәрен әлеге орден менән бүләкләү, ҡағиҙә булараҡ, 20 йылдан кәм булмаған намыҫлы хеҙмәте[комм. 3] һәм башҡа дәүләт һәм ведомство наградалары[9][комм. 4]. булған осраҡтарҙа башҡарыла. Шулай уҡ статут буйынса үлгәндән һуң бүләкләү ҡаралған[комм. 5].

Орден билдәһе күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа ордендары булған осраҡта Батырлыҡ орденынан һуң урынлаштырыла[9]. Махсус осраҡтар һәм көндәлек йөрөтөү ихтималлығы өсөн орден билдәһенең миниатюра күсермәһе ҡаралған, ул Батырлыҡ ордены билдәһенән һуң урынлаштырыла.

Хәрби кейемдә орден таҫмаһын планкала йөрөткән саҡта ул Батырлыҡ ордены таҫмаһынан һуң тағыла[9]. Граждандар кейемдә «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» орден таҫмаһы розетка рәүешендә йөрөтөлә һәм күкрәктең һул яғында урынлаштырыла[комм. 6].

ТасуирламаһыҮҙгәртергә

 
Орден билдәһенең кире яғы

Орден билдәһе көмөш менән эмалдән эшләнә һәм һигеҙ нурлы йондоҙҙан ғибәрәт[комм. 7], уның диагональ нурҙары Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагының төҫтәренә буялған биш мөйөштәрҙе булдыра. Урталағы медальондаң түңәрәк буйлап имән һәм лавр ботаҡтарынан торған таж һәм «ЗА ВОЕННЫЕ ЗАСЛУГИ» рельефлы яҙыу урынлашҡан. Медальондың үҙәгендә Рәсәй федерацияһының дәүләт гербы һүрәте төшөрөлгән. Орден билдәһенең диаметры 40 миллиметр тәшкил итә. Билдәнең артҡы яғында орден билдәһенең һаны күрһәтелгән[10].

Орден билдәһе биш мөйөшлө ҡалып менән элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫма күк төҫтә, уның уртаһынан ҡыҙыл буй һәм уның ике яғынан ике аҡ буй үтә. Таҫма киңлеге 24 мм тәшкил итә, ҡыҙыл буйҙың киңлеге — 5 мм, ә аҡ буйҙарҙың киңлеге — 2 мм[10].

Орден билдәһенең миниатюр күсермәһе ҡалыпта йөрөтөлә. Тәре остарының арауығы 15,4 мм тәшкил итә, ҡалыптың бейеклеге аҫҡы мөйөшөнән үрге яҡтың уртаһына тиклем — 19,2 мм, үрге яҡтың оҙонлоғо — 10 мм, һәр ҡабырғаның оҙонлоғо — 16 мм, аҫҡы мөйөштө булдырған һәр яҡтың оҙонлоғо — 10 миллиметр[10].

Хәрби кейемдә орден таҫмаһын йөрөткәндә 8 мм бейеклектәге планка ҡулланыла, таҫманың киңлеге — 24 мм[10]. Розетка рәүешендәге орден таҫмаһында орден билдәһенең миниатюр күсермәһе беркетелә, был күсермә эмалле тимерҙән эщләнә. Йондоҙ остары араһындағы арауыҡ — 13 мм, ә розетка диаметры 15 миллиметр тәшкил итә[комм. 8].

КавалерҙарҮҙгәртергә

 
1-се һанлы «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены менән бүләкләнеүсе А. А. Романовтың орден танытмаһы

«Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены менән бүләкләнеүселәр һаны буйынса рәсми мәғлүмәттәр баҫтырылмай, ошо уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр төрлөсә һандар күрһәтә: мәҫәлән, "Ҙур Рәсәй энциклопедияһы"нда М. В. Кукель 1997 йылға тиклем яҡынса 50 мең кеше [6], К. А. Щеголев 2004 йылдың 1 ғинуарына ҡарата бөтәһе 30 мең кеше бүләкләнгән, тип күрһәтә[7]. Бүләкләнеүселәр өсөн бер ниндәйташламалар ҡаралмаған[11].

1994 йылдың 31 декабрендә тәүге бүләкләү башҡарыла: Рәсәй президенты Б. Н. Ельцин хәрби Чечняла махсус бурыстарын үтәгән өсн 18 хәрби хеҙмәткәрҙе бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуя. 1-се һанлы орден билдәһе генерал-лейтенант А. А. Романовҡа тапшырыла[12][13].

2011 йылға тиклем орден статуты буйынса ябай граждандарҙы бүләкләү ҡаралмай, әммә «Коммерсантъ Власть» баҫмаһы билдәләүенсә. бындай бүләкләүҙәр башҡарылған[11]. Атап әйткәндә, 2003 йылдың 1 октябрендә «Рәсәй Федерацияһының оборона һәләтен күтәреүгә һәм ғәскәрҙәрҙең хәрби әҙерлеген тәьмин итеүгә ҙур шәхси өлөш» индергән өсөн Мәскәү ҡалаһы мэры (1992—2010) М. Ю. Лужков наградаға лайыҡ була. К. А. Щеголев шулай уҡ «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» ордены менән төрлө йылдарҙа Әстерхан өлкәһе губернаторы (1991—2004) А. П. Гувжин [7]) һәм Чита өлкәһе хакимиәте башлығы (1996—2008)Р. Ф. Гениатулин бүләкләнеү осраҡтарына иғтибар итә[7]).

КомментарийҙарҮҙгәртергә

  1. В исходной редакции Указа Президента Российской Федерации от 2 марта 1994 года № 442 «О государственных наградах Российской Федерации» закреплялось, что орденом награждаются военнослужащие «за образцовое исполнение воинского долга военнослужащими подчиненных подразделений, частей, соединений, безупречное выполнение ими служебных обязанностей и достижение высокой боевой выучки; за высокую боевую готовность войск и обеспечение обороноспособности Российской Федерации; за высокие личные показатели в служебной деятельности, храбрость и отвагу, проявленные при исполнении воинского долга; за заслуги в укреплении боевого содружества и военного сотрудничества с дружественными государствами».
  2. Данные положения введены Указом Президента Российской Федерации от 16 декабря 2011 года № 1631 «О внесении изменений в некоторые акты Президента Российской Федерации».
  3. В исходной редакции Указа Президента Российской Федерации от 2 марта 1994 года № 442 «О государственных наградах Российской Федерации» закреплялось, что награждение орденом производится при условии добросовестной службы не менее 10 календарных лет.
  4. В исходной редакции Указа Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 года № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» в пункте 2 статута закреплялось, что награждение граждан орденом «За военные заслуги» производится «при условии добросовестной службы не менее 20 календарных лет, а также наличия у лица, представленного к ордену, медали Российской Федерации или почётного звания „Заслуженный военный специалист Российской Федерации“». В соответствии с Указом Президента Российской Федерации от 16 декабря 2011 года № 1631 «О внесении изменений в некоторые акты Президента Российской Федерации» пункт 2 был изложен в следующей редакции: «Награждение военнослужащих Российской Федерации орденом „За военные заслуги“ производится при условии, как правило, добросовестной службы не менее 20 календарных лет и наличия у них иных государственных и ведомственных наград».
  5. Данное положение введено Указом от 15 сентября 2018 года № 519 «Об учреждении медали „За отвагу на пожаре“ и установлении почётного звания „Заслуженный работник пожарной охраны Российской Федерации“».
  6. Пункт 6 статута, предусматривающий ношение розетки ордена на гражданской одежде, был введён Указом Президента Российской Федерации от 16 декабря 2011 года № 1631 «О внесении изменений в некоторые акты Президента Российской Федерации».
  7. В исходной редакции Указа Президента Российской Федерации от 2 марта 1994 года № 442 «О государственных наградах Российской Федерации» закреплялось, что знак ордена «представляет собой восьмиконечную звезду».
  8. Абзац с описанием розетки ордена введён Указом Президента Российской Федерации от 16 декабря 2011 года № 1631 «О внесении изменений в некоторые акты Президента Российской Федерации».

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Колесников, Рожков, 1986, с. 49
  2. 2,0 2,1 2,2 Изотова, Царёва, 2008, с. 287
  3. 3,0 3,1 Гусев, 2014, с. 71
  4. Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации: становление и развитие в 1992-2006 гг. // Новый исторический вестник. — 2007. — № 1 (15). — С. 160—166.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 02.03.1994 г. № 442 «О государственных наградах Российской Федерации». Сайт Президента России. 30 июль 2017 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 БРЭ, 2008
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Щеголев, 2009
  8. Грехов, 2006
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Статут ордена «За военные заслуги» // Указ Президента РФ от 07.09.2010 № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» (вместе с «Положением о государственных наградах Российской Федерации», «Статутами орденов Российской Федерации, положениями о знаках отличия Российской Федерации, медалях Российской Федерации, почетных званиях Российской Федерации, описаниями названных государственных наград Российской Федерации и нагрудных знаков к почетным званиям Российской Федерации»). КонсультантПлюс. 8 июнь 2020 тикшерелгән.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Описание ордена «За военные заслуги» // Указ Президента РФ от 07.09.2010 N 1099 "О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации" (вместе с "Положением о государственных наградах Российской Федерации", "Статутами орденов Российской Федерации, положениями о знаках отличия Российской Федерации, медалях Российской Федерации, почетных званиях Российской Федерации, описаниями названных государственных наград Российской Федерации и нагрудных знаков к почетным званиям Российской Федерации"). КонсультантПлюс. 8 июнь 2020 тикшерелгән.
  11. 11,0 11,1 Зайцев В. Все награды России // Коммерсантъ Власть : журнал. — 3 марта 2014. — № 8 (1063). — С. 55.
  12. БРЭ, 2008, с. 137—138
  13. Щеголев, 2009, с. 283

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Грехов Л. Н. Награды постсоветской России: проблемы исторической преемственности // Вестник Российского университета дружбы народов. — 2006. — № 3 (7). — С. 68—73.
  • Гусев И. Е. Ордена, медали и наградные знаки от Петра I до современности / И. Е. Гусев — М.: АСТ, 2014. — 159 б. — ISBN 978-5-7793-2432-8.
  • Железное дерево — Излучение. — М. : Большая Российская энциклопедия, 2008. — С. 137—138. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—, вып. 10). — ISBN 978-5-85270-341-5.
  • Изотова М. А., Царёва Т. Б. Все награды России и СССР. Ордена, медали и нагрудные знаки. Полная энциклопедия орденов и медалей России — Ростов н/Д: Вадис: М.: РИПОЛ классик, 2008. — 432 б. — (Большой энциклопедический словарь). — ISBN 978-5-9567-0344-1 (Все награды России и СССР).
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР — Мн.: Народная асвета, 1986. — 127 б.
  • Награды новой России / Сост. В. С. Григорьев — М.: Докар, 1997. — 112 б. — (Всемирный коллекционер). — ISBN 5-85952-071-9.
  • Щеголев К. А. Современные награды России. Традиции и преемственность — М.: Вече, 2009. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.