Рогачёв Александр Александрович

Рогачёв Александр Александрович (7 ноябрь 1915 йыл — 9 июль 1984 йыл) — рус совет шағиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Александр Александрович Рогачёв
Тыуған көнө:

7 ноябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны:

Грозный

Вафат булған көнө:

9 июль 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (68 йәш)

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир

Ижад йылдары:

1944-1984

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус теле

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Александрович Рогачёв 1915 йылдың 7 ноябрендә ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бәләкәй саҡта ғаиләләре Дондағы Ростовҡа күсә. Бында ул ете йыллыҡ мәктәпте, һуңынан кинотехникумды тамамлай һәм Ҡырғыҙ ССР-ына эшкә китә.

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Фрунзе ҡалаһында пехота училищеһын тамамлай һәм ил азатлығы өсөн барған алыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. Подразделение командиры булып хеҙмәт итә. 1942 йылда ҡаты яралана. Госпиталдән һуң Новосибирск һәм Камень-на Оби ҡалаларының хәрби комиссариаттарында хеҙмәт итә.

1984 йылдың 9 июлендә Дондағы Ростовта вафат була.

Александр Рогачёв 1944 йылда Новосибирскиҙа «Родина» исемле коллектив йыйынтыҡта шиғырҙары сыҡҡандан һуң әүҙем баҫыла башлай. Демобилизацияланғандан һуң Дондағы Ростовҡа ҡайтып китә, унда урындағы «Красное знамя» һәм «Молот» гәзиттәрендә, «Дон» журналында эшләй. Был осорҙа уның шиғырҙары матбуғатта йыш сыға, ә «Орехов цвет» тип аталған тәүге китабы 1948 йылда нәшер ителә.

Төрлө йылдарҙа әҙиптең «Знаменосцы мира» (19481950), «Любя и веря» (1958), «Лирическик строки» (1961), «Стихи. Поэмы» (1965), «Избранная лирика» (1966), «Никаких золотых середин» (1970), «Малиновый снегирь» (1974), «Откровенность» (1975) һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Оло йәшендә ул башлыса эпик әҫәрҙәр — поэмалар, балладалар яҙа.

Шағирҙың уға ғына хас шәхси сифаттары: ғәҙеллек, изгелек һәм принципиаллек- уның уҡыусыһы, шағир Кудрявцев И. Н. тарафынан билдәләнеп үтелә[1][2].

  • Дондағы Ростовтың Буденный проспектындағы 56-сы йорт стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, унда: «Был йортта 19631984 йылдарҙа яҙыусы Александр Александрович Рогачёв (1915—1984 йәшәне һәм эшләне» тип яҙылған.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Лирические версты. Ростов-на-Дону. Книжн. издательство. 1982.
  • Избранная лирика. М. Молодая гвардия. 1966.
  • Знаменосцы мира. Стихи. Ростов-на-Дону. Росиздат. 1951.
  • Баллады и поэмы. М. Изд. Современник. 1986.
  • Стихотворения и поэмы. М. Изд. Советская Россия. 1983.
  • Анисимов Л. Сквозь жар души // Молот. — 1970. — 26 июня.
  • Гриценко А. «Я ощутил живую связь времен…» // Дон. — 1972. — № 4. — С. 164—166.
  • Лурье А. «Связь времен» в современной поэме: о поэме А. Рогачёва «Возвышение Андрея Рублева» // Нева. — 1976. — № 11. — С. 167—168.
  • … И редкостным талантам удивляться: к 80-летию ростовского поэта А. Рогачёва // Молот. — 1995. — № 190—191. — С. 3.
  • Нестерова Е. «Никаких золотых середин» // Дон. — 1982. — № 4. — С. 153—158.
  • Нестерова Е. Золушке надо помочь: о любовной лирике // Дон. — 1985. — № 3. — С. 144.
  • Оспищева Л. Стихи поэта-фронтовика: о сборнике «Нервущиеся нити» // Лит. Россия. — 1984. — 13 января. — С. 20.
  • Пэн Д. Души священный непокой: Размышления над современной донской поэмой // Дон. — 1983. — № 12. — С. 143—145.
  • Рогачёв А. О сокровенном // Дон. — 1983. — № 12. — С. 140—142.
  • Рогачёв А. Стихотворения разных лет/ Предисл. А. Гриценко // Дон. — 1995. — № 11-12. — С. 221—227.
  • Сепсякова И. Лицом к лицу с историей: о поэме А. Рогачёва «Возвышение Андрея Рублева» // Север. — 1976. — № 9. — С. 118—119.
  • Тартышный В. Испытание сердцем: о любовной лирике // Дон. — 1984. — № 3. — С. 156—158.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә