Тойғонов Риф Ғәлим улы

(Риф Тойғон битенән йүнәлтелде)

Тойғонов Риф Ғәлим улы (псевдонимы — Тойғон; 24 октябрь 1946 йыл — 8 ғинуар 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе.

Риф Тойғонов
Исеме:

Риф Ғәлим улы Тойғонов

Псевдонимдары:

Тойғон

Тыуған көнө:

24 октябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы, Аҡсура ауылы

Вафат булған көнө:

8 ғинуар 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан, Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург, прозаик

Жанр:

шиғриәт, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, рус

Премиялары:

Сергей Чекмарёв (1998) һәм Фәтих Кәрим (2005) исемендәге премиялар

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Риф Ғәлим улы Тойғонов 1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Аҡсура ауылында тыуған. Уның шиғриәткә һөйөүе һәм әҙәби ижадҡа ынтылышы мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ асыҡ төҫ ала, шуға ла ул, 1963 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә бик теләп шөғөлләнеп, шиғри оҫталығын артабан камилләштерә. Уҡыуын бөтөргәс, Совет Армияһына хәрби хеҙмәткә алына. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе булып башлай. Уҙған ХХ быуаттың етмешенсе йылдарында Нуриман һәм Иглиндә район гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр һәм тәржемәсе булып эшләй.

1987—1989 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарында уҡый. Был Риф Тойғондоң шағир һәм яҙыусы булып өлгөрөп етеүенә ныҡлы ыңғай йоғонто яһай, ул ижади үҫеш юлында бер нисә баҫҡысҡа өҫкә күтәрелә. Артабан тағы ла «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, «Ағиҙел» журналында һәм Башҡортостан телевидение һәм радио комитетының әҙәби редакцияларында эшләү уға бай тормош тәжрибәһе бирә. Өфө «Нур» татар дәүләт театрында һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби бүлек мөдире, репертуарҙар йүнәлешендә директор урынбаҫары вазифаларын башҡарыу әҙипкә киләсәк әҫәрҙәре өсөн кәрәкле материал тупларға ярҙам итә. Үҙ яғынан әҙәбиәт донъяһының уртаһында ҡайнап йәшәүсе булараҡ, ул театрҙар репертуарын байытыуға ҙур өлөш индерә.

Риф Ғәлим улының тормошонда һәм, әлбиттә, ижад биографияһында республиканың Яҙыусылар союзы айырым урын алып тора. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре 13 йыл дауамында (1996—2009) Союз идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡарҙы. Ул төрлө быуын һәм төрлө милләт әҙиптәрҙе бергә туплауға, беҙҙең аранан киткән яҙыусы һәм шағирҙәрҙең әҙәби мираҫын йыйыуға һәм һаҡлауға күп көс һалды. Йөкмәтелгәнде үтәүгә яуаплылыҡ менән ҡарауы, намыҫлы һәм әҙәпле булыуы, башҡаларға хәстәрлекле һәм илтифатлы мөнәсәбәт күрһәтеүе нигеҙендә Риф Тойғон 2012 йылдың мартында республика әҙәбиәтселәре тарафынан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының идара рәйесе итеп һайланды. Бай тәжрибә туплаған етәксе булараҡ, ул был вазифаны башҡарыуға дәртләнеп тотондо һәм сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡытта ижади берекмә эшмәкәрлеген яңы кимәлгә күтәрергә, заман талаптарына тулыһынса яраҡлаштырырға ҙур өлөш индерҙе. Нәтижәлә яңы рәйес ойошторған һәм үткәргән саралар башҡорт әҙәбиәтенең артабанғы үҫешенә, йәмғиәттә яҙыусылар абруйын күтәреүгә булышлыҡ итте.

Яңы пландар менән дәртләнеп эшләп йөрөгән Риф Тойғон 2014 йылдың 8 ғинуарында көтмәгәндә вафат булды. Шишмә районының Урта Хәжәт ауылында ерләнгән.

Талантлы һәм илһөйәр шағир, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Риф Тойғоновтың күп йыллыҡ хеҙмәт һәм ижади эшмәкәрлеге «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар менән лайыҡлы баһаланған.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Риф Тойғон ижады башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле урын алып тора. Ул тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы. 2000 йылда Төркиәнең Малатья ҡалаһында уҙғарылған төрки телле илдәр шағирҙәренең III халыҡ-ара фестивалендә әҙип Башҡортостан вәкиле булып уңышлы сығыш яһаны. Уны шулай уҡ 2012 йылда Төркиәнең Тарсус ҡалаһында үткән XI «Шиир Акшамлари» (Шиғриәт кистәре) халыҡ-ара фестивалендә лә яҡшы ҡабул иттеләр.

Күренекле башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы Ғәли Сәйетбатталов әҙиптең әҫәрҙәренең телен ентекләп тикшерә һәм был турала үҙенең күп томлы «Башҡорт теле» тип исемләнгән монографик хеҙмәтендә бары тик ыңғай фекерҙәр яҙа. «Ғөмүмəн алғанда, Тойғондоң „Туҡталҡа“ повесы һəм бүтəн əҫəрҙəре башҡорт əҙəбиəтен, əҙəби телебеҙҙе үҫтереүҙə билдəле əһəмиəткə эйə», ти ғалим.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Ҡул йылыһы: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982.
  • Тәҙрәмдәге ут: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987.
  • Күңел сыуалашы: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Нурия Ирсаева. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы: Ижади портрет. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Һөйөү белмәй һуңлауҙы: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 1994.
  • Төнгө поезд: Повестар, шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 1996.
  • Ғүмер мәлдәре: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2001.

Йыйынтыҡтарҙа, гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Йәш көстәр: Шиғырҙар, хикәйәләр, скетчтар. Ун етенсе китап / Төҙөүсеһе Рауил Шаммас. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.
  • Актриса: Повесть. Перевод с башкирского Гузэль Хамматовой. Журнал «Бельские просторы», 2013, № 1 (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).
  • Сергей Чекмарёв исемендәге әҙәби премия лауреаты.
  • Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаты.
  • Риф Тойғоновтың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында шағир һәм прозаик, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәренә арналған кисә ойошторолдо[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Баш ҡалала яҙыусы Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе уҙҙы.  , 2016, 26 октябрь (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2016)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә