Ризуан — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ризуан — ризалыҡ, күңел хушлығы мәғәнәһен аңлатҡан ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ризуан Хажиев (30 сентябрь 1939 йыл — 27 октябрь 2013 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы (1992) һәм Башҡортостан Республикаһы (1991) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы 12 декабрь 1933 йыл — 7 июнь 1999 йыл) — мәғариф ветераны, математика фәне буйынса методик әсбаптар һәм шиғыр китаптары авторы, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977), БАССР-ҙың мәғариф отличнигы (1963).

Ризуанов Наил Мәсәлим улы (15 сентябрь 1929 йыл — 6 апрель 2012 йыл) — тау инженеры. Техник фәндәре кандидаты (1983). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1999). Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) ордендары кавалеры. «Башнефть легендаһы» коропоратив премияһының беренсе лауреаты (2010).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ