Резник Александр Ефимович
Резник Александр Ефимович (22 июнь 1916 йыл, Одесса — 27 октябрь 1979 йыл, Ҡазан) — совет инфекционист-табибы, медицина фәндәре докторы (1963), профессор (1964). Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1964), Татар АССР-ының йоғошло ауырыуҙар буйынса баш белгесе (1972—1974)[1].
Александр Ефимович Резник | |
Файл:Врач-инфекционист Александр Резник.png | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Одесса, Российская империя |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Казанская инфекционной больнице № 2 Казанский государственный медицинский институт |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе | |
Ғилми исеме | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Специалист по лечению инфекционных болезней |
Награда һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергә1916 йылдың 22 июнендә (9 июнь) Рәсәй империяһының Одесса ҡалаһында табип Резник Ефим Моисеевич (1892—1980) һәм Лукишкер Цецилия Евсеевна (1895—1956) ғаиләһендә тыуған[2].
1939 йылда Одесса дәүләт медицина институтын тамамлай, һуңынан Украина ССР- ының Курорт идаралығында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Резник Ҡазан ҡалаһына эвакуациялана һәм 2-се һанлы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында эшләй башлай. 1942—1956 йылдарҙа ошо дауахананың баш табибы була. Уның етәкселегендә дауаханала ижади эшкә һәләтле медицина коллективы барлыҡҡа килә, унда тәжрибәле табиптар эшләй. Дауалау учреждениеһы яҡшы хеҙмәтләндерелеүе менән дан тота һәм Ҡазан халҡында ҙур абруй ҡаҙанған[3].
Дауаханала эшләү менән бер рәттән Ҡазан дәүләт медицина институтында уҡыта, 1958 йылда уның йоғошло ауырыуҙар кафедраһы мөдире була. Был кафедраға ғүмеренең аҙағына тиклем етәкселек итә[3].
1947 йылда дизентерия менән сирләүселәрҙе дауалау буйынса кандидатлыҡ, 1963 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Бер йылдан һуң профессор итеп һайлана.
1972—1974 йылдарҙа Татар АССР-ның баш инфекционисы булып эшләй.
Ул киҙеү, вируслы гепатит, менингококлы инфекция кеүек йоғошло ауырыуҙарҙың патогенезын өйрәнеү һәм дауалау менән ҡыҙыҡһына. Ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең ҙур төркөмөн әҙерләй, улар араһында туғыҙ фән кандидаты һәм бер медицина фәндәре докторы. Инфекцион ауырыуҙарҙың патогенезын һәм патогенетик терапияһын өйрәнеү буйынса 60-тан ашыу хеҙмәт яҙа.
1958 йылда Татар АССР-ның Инфекционистар йәмғиәте рәйесе итеп һайлана[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн»миҙалы[3]
- «Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы» (1964)
- «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе
Библиографияһы
үҙгәртергә- Диагностика стёртых форм скарлатины // Педиатрия. 1955. № 6.
- Клиника и лечение гриппа // Казан. мед. журн. 1957. № 2/3.
- Нарушение двигательной функции толстого кишечника у больных острой дизентерией // Казан. мед. журн. 1973. № 3 (соавтор)[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Профессор Александр Ефимович Резник: Некролог // Казан. мед. журн. 1980. № 1.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Республиканская клиническая инфекционная больница имени профессора А. Ф. Агафонова (РКИБ) 2021 йыл 25 февраль архивланған.
- 90-летие кафедры инфекционных болезней Казанского государственного медицинского университета (научное наследие) 2022 йыл 30 апрель архивланған.
- История больницы. Республиканской клинической инфекционной больницы имени профессора А. Ф. Агафонова