Ҡалып:Infobox disease

Вируслы гепатит (лат. Hepatitis viruses) — вирустар ҡуҙғыта торған бауыр шешеүенең дөйөм исеме[1]; вирустар тыуҙырған бауыр ауырыуы.

Ауырыу гепатотроплы вирустар тарафынан китереп сығарыла һәм бауыр ауырыуҙарының 60%-ын тәшкил итә. Бөтән донъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы классификацияһы (1973) буйынса билдәләнгән А, В, С, Д, Е (ВГА, ВГВ, ВГС, ВГД, ВГЕ) тибындагы вируслы гепатиттар күберәк өйрәнелгән.

Ауырыуҙы өйрәнеү тарихы

үҙгәртергә

Һары ауырыуы гепатитның йоғошло тәбиғәте тураһындағы фараз Гиппократ дәүеренән (Б.Э.Т. V-IV быуат) мәғлүм. XIX быуат аҙағында Рәсәй терапевты С.П. Боткин бауыр ауырыуҙары төркөменән йоғошло-катараль һарыны («Боткин ауырыуы») айырып билдәләй. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында инъекция юлы менән күсә торған гепатит асыла. 20 быуаттың икенсе яртыһынан йоғошло гепатиттарҙың киң таралыуы теркәлә, шул сәбәпле улар интенсив рәүештә өйрәнелә башлай. 1973 йылда Америка ғалимы С. Фейнстоун А гепатитын китереп сығарыусы вирусты аса, 1975 йылда В гепатитына ҡаршы вакцина эшләнә. 1970 йылдарҙа E, J, T-TY гепатиттары һәм аҙ өйрәнелгән SEH-вирустары менән бәйле һаналған вирустар асыла. Диагноз куйыу өсөн ҡыйын һаналған хроник Д гепатитының ғәҙәти булмауы асыла. ВГА һәм ВГЕ гепатиттарын хроник йөрөтөүсөләр тасуирланмаған. ВГВ һәм ВГС төрҙәре наркомандар араһында күберәк таралған (ауырыу инъекция һәм гемоконтакт юл менән күсә); гемофилия менән ауырыусылар, гомосексуалисттар, «гемодиализ пациенттары» юғары дәрәжәлә хәтәр төркөмгә керәләр. Йоғошло ауырыу сығанағы: вирус йөрөтөүсөләр (аҫылда, сәләмәт кешеләр), персистик йоғошло ауырыуҙар, йоғошло ауырыуҙар менән зарарланған һыу һәм ашамлыҡ.

Таралыу ысылдары

үҙгәртергә

Таралыу ысулдары буйынса вируслы гепатиттар бүленеше:

  • сезонлы көсәйеү хас булған энтераль юл менән тарала торғандар (ВГА һәм ВГЕ);
  • парентераль рәүештә, гемоконтакт, енси, әсәнән балаға күсеү юлы менән (вертикаль тапшырылу), шулай уҡ тығыҙ көнкүреш элемтәһе ваҡытында тарала торғандарға бүленә (ВГВ, ВГД, ВГС).

Парентераль юл менән таралыусы гепатит вирустарында иммунологик яҡтан төрлө төрҙәр йәшәйешен, мутацияһын, вирустың персистенция хәленә күсешен билдәләүсе гетероген геном була.

1960 йылдарҙа бер серотип, бер антигены булған, бауырҙа көслө ялҡынһыныу китереп сығарып, балалар һәм йәштәрҙе зарарлай торған ВГА киң тарала. Ул еңел һәм уртаса ауыр формала барып, сәләмәтләнеү менән тәмамлана. Эпидемиялары һәр 5-10 йыл һайын ҡабатлана. Бауыр циррозы менән ҡатмарланған гепатиттарҙың 50%ы ВГС ауырыуына бәйле. Аҙыҡҡа аллергия булған балаларҙа ВГВ йышыраҡ осорай.

  • Баширова Д.К. Клиника и лечение хронических вирусных гепатитов у детей // Казанский медицинский журнал. 1991. № 3; Закиров И.Г. Хронические вирусные гепатиты в Республике Татарстан. Казань, 2002.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)