Ҡазан дәүләт медицина университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Ҡазан дәүләт медицина университеты — Ҡазан ҡалаһындағы дәүләт юғары медицина уҡыу йорто.

Ҡазан дәүләт медицина университеты
Нигеҙләү датаһы 1814
Рәсми атамаһы Казанский медицинский институт, факультет врачебных наук Казанского университета, Казанскі медыцынскі інстытут һәм факультэт урачэбных навук Казанскага ўніверсітэта
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ҡазан, Рәсәй
Рәсми сайт kazangmu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Ҡазан медицина университеты уҡытыусылары
Карта
 Ҡазан дәүләт медицина университеты Викимилектә

Университетҡа нигеҙ һалыу датаһы булып 1814 йылдың 14 майы һанала. Был көндә Ҡазан Император университеты табип бүлеге советының беренсе ултырышы үтә. РСФСР халыҡ комиссарҙары советының 1930 йылдың 5 ноябрендәге 132-се ҡарарына ярашлы, уҡыу йорто үҙ аллы институт статусы ала.

Тарихы үҙгәртергә

1804 йылдың 18 ноябрендә император Александр I Ҡаҙан университетын ойоштора, уның составына табип фәндәре бүлеге лә инә. Табип фәндәре факультетын асыу 1814 йылдың 15 майында була.

1837 йылда Анатомия театрын (һуңғы классицизм шедевры) һәм университет клиникаһын (1840) төҙөү тамамлана. К. Ф. Фукс, Ф. Х. Эрдман, И. О. Браун, Н. А. Скандовский, Е. Ф. Аристов университеттың беренсе профессорҙары булалар.

XIX быуаттың икенсе яртыһында факультет бик шәп үҫешә — 1858 йылда Ф. В. Овсянников тарафынан физиологик лаборатория асыла, 1899 йылда яңы клиник ҡаласыҡ төҙөлә һәм Бактериологик институт асыла. Кафедраларҙа Д. Я. Данилевский (биохимия), Н. О. Ковалевский (физиология), В. В. Виноградов (терапия), К. А. Арнштейн (гистология), В. В. Пашутин (патфизиология), Е. В. Адамюк (күҙ ауырыуҙары), В. И. Разумовский (хирургия), В. М. Бехтерев (психиатрия), Л. О. Даркшевич (нервы ауырыуҙары) уҡыталар.

1893 йылда «Неврологический вестник», 1901 йылда — «Казанский медицинский журнал» баҫылып сыға башлай.

1930 йылда медицина факультеты дауалау (1930), санитар-гигиена (1930), педиатрия (1932), стоматология (1956) һәм фармацевтика (1975) факультеттары булған үҙаллы институт статусын ала. В. С. Груздевтың, Н. А. Миславскийҙың, А. В. Вишневскийҙың, А. Д. Адоның, В. Н. Терновскийҙың фәнни мәктәптәре алға китә. 1936—1954 йылдарҙа Ҡаҙан ҡалаһында стоматология институты була.

1994 йылдың 24 апрелендә институтҡа университет статусы бирелә.

Ҡаҙан медицина мәктәбен тамамлаусылар араһында Рәсәй Фәндәр академияһының һәм Медицина фәндәре академияһының 30-ҙан ашыу академигы һәм ағза-корреспонденттары бар.

Рейтингы үҙгәртергә

Юғары уҡыу йорттары рейтингы ARES-2014 һөҙөмтәләре буйынса Ҡазан ДМУ-һы Рәсәйҙең бөтә юғары уҡыу йорттары араһында 33-сө[2], медицина юғары уҡыу йорттары араһында — өсөнсө, Татарстан Республикаһы юғары уҡыу йорттары араһында — икенсе позицияны биләй.

«Беренсе курс студенттарын ҡабул итеп алыу сифаты» буйынса Рәсәй Федерацияһының барлыҡ юғары уҡыу йорттары араһында 21-28 позицияны һәм Татарстан Республикаһы юғары уҡыу йорттары араһында беренсе урынды биләй (Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының дәүләт ғилми-тикшеренеү учреждениеһы «Юғары иҡтисад мәктәбе» менән берлектә мәғлүмәттәре буйынса)

«Эксперт РА» рейтинг агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, университетты тамамлаусыларҙы юғары сифатлы белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләр менән тәьмин итеү мөмкинлеге һәм уларҙы алыу шарттары һәм ҡулланыу һөҙөмтәләре буйынса, Ҡаҙан ДМУ-һы 2015 йылда 31-се урында тора, ә 2019 йыл өсөн 32-се урынды биләй[3].

Факультеттары үҙгәртергә

Исеме Йылда нигеҙ
Дауалау 1814
Медик-профилактик 1930
Педиатрия 1932
Стоматология 1954
Фармацевтика 1975
Социаль хеҙмәт һәм юғары сестра белеме биреү 1991; 1994
Медик-биологик 2011


Ҡаҙан ДМУ-ты шулай уҡ интернатураның - 28, ординатураның — 41, аспирантураның — 41, докторантураның — 5 программаһы буйынса дипломдан һуң белем биреүҙе тәьмин итә.

Ректорҙары үҙгәртергә

Фәнни йүнәлештәре үҙгәртергә

Ҡаҙан дәүләт медицина университеты студенттары ассоциацияһы студент-медиктарҙың Европа ассоциацияһы ағзаһы булып тора. Ҡаҙан ДМУ-һы Рәсәй медицина юғары уҡыу йорттары араһында, йыл һайын сит ил университеттары клиникаларында производство практикаһы үтеүсе студенттар һаны буйынса, лидер.

ҠДМУ-ла фән үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып торалар: молекуляр генетика, молекуляр физиология, күҙәнәк һәм туҡыма технологиялары, онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, профилактика мөхите, эндокринология, неврология һәм нейрофәндәр, педиатрия, репродуктив сәләмәтлек, психиатрия һәм бәйлелектәр, фармакология һәм фармацевтик химия, медицинала киҫкен технологиялар.

Университеттың үҙенең Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, електәге күҙәнәктәр банкы бар. «Молекуляр һәм күҙәнәк медицинаһы», «Фундаменталь һәм ғәмәли нейрофизиология», «Яңы дарыу препараттарын һәм дауалау субстанцияларын алып килеү системаһын эшләү» фәнни-белем үҙәктәре булдырылған. Ҡаҙан ДМУ-һы базаһында бер нисә фәнни-ғәмәли ваҡытлы баҫма баҫтырыла: «Неврологический вестник»,"Казанский медицинский журнал", «Казанский медик» гәзите, студенттар журналы «Doctor+», «Вестник современной клинической медицины»

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Ҡаҙан дәүләт медицина университетында матди-техник, мәғлүмәти, социаль инфраструктура тулыһынса үҫешкән. Бөтә бүлексәләре лә интернет селтәренә тоташҡан, электрон документ әйләнеше индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Ғарипова Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. ARES-2014: Russian Federation | European Scientific-Industrial Chamber
  3. Рейтинги ВУЗов 2015. Дата обращения: 5 ноябрь 2015. Архивировано 16 август 2016 года. 2016 йыл 16 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә